Ыңғай күрһәткестәр өҫтөнлөк итә
05 апреля 2014 йыл | Йәмғиәт

2014 йылдың I кварталында район ЗАГС бүлеге тарафынан 366 гражданлыҡ хәле акты теркәлде, юридик әһәмиәттәге 527 эш башҡарылды.
Районыбыҙҙа ошо осорҙа 51 ғаилә (уҙған йылдың ошо осоронда – 45) барлыҡҡа килһә, 28 никах тарҡалды (былтыр 34 булған). Уларҙың 24-е – суд ҡарары, 4-һе үҙ-ара килешеү буйынса.
123 балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ (уҙған йылда – 103) тапшырылды. Был осорҙа малайҙар күберәк тыуҙы – 67 малай, ҡыҙ балалар – 56. 38 сабый ғаиләлә көтөп алынған тәүге бала булһа, 35-е – икенсе, 25-е - өсөнсө, 25 сабый дүртенсе һәм артабанғы балалар. 3 ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килде, бәлиғ булмаған ике әсә сабыйҙар тапты. Никахтары теркәлмәгән ғаиләләрҙә 27 бала тыуҙы.
Был кварталда сабыйҙарға ҡушылған исемдәрҙән Айваз, Ғабдрахман, Илсаф, Иҙел, Самат, Айша, Гөлсирен, Зөлхизә, Нурания, Ҡәҙриә, Изабелла, Радмила тигән исемдәр иң һирәктәрҙән  булды.
4 кеше исемен, фамилияһын, атаһының исемен үҙгәртте.
3 ай эсендә 133 кеше үлгән (уҙған йылдың ошо осоронда – 139), шуларҙың 74-е – ирҙәр, 59-ы – ҡатын-ҡыҙҙар, 2-һе – үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Был осорҙа 50 йыл бергә йәшәгән – 5 һәм 60 йыллыҡтарын билдәләгән 2 ғаилә пары тәбрикләнде.
Зәлифә СӘЙФУЛЛИНА,
район ЗАГС бүлеге мөдире.