Хеҙмәт пенсияһы арта
30 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, 1 февралдә бөтә төр хеҙмәт пенсиялары 6,6 процентҡа арта.
Ул һәр пенсионер өсөн үҙенсә, пенсияһының күләменә ҡарап артасаҡ. Ике пенсия алыусыларҙың бер, йәғни хеҙмәт пенсияһы арта. Һөҙөмтәлә 992 мең кеше пенсияһына өҫтәмә аласаҡ, шулай уҡ дәүләт пенсия тәьминәте буйынса алғанынан тыш ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы алыу-сы 6 мең хәрби пенсионерға ла аҡса өҫтәләсәк.
Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 9450 һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы уртаса 9800 һум буласаҡ.