Дәһшәтле ваҡиғаға - 70 йыл
30 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Сталинград һуғышында Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуына 70 йыл тулыу айҡанлы, Рәсәй почтаһы "Сталинградты обороналаған өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙарын ебәрә башланы.
Был һуғышта ҡатнашыусыларға ошо көндәрҙә һигеҙ мең самаһы ҡотлау ебәрелде. Бындай хаттарҙы иң күп алыусылар Волгоград һәм Ростов өлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Краснодар крайында йәшәй. Башҡортостанға 300 самаһы ҡотлау киләсәк. Почтальондар уларҙы 29 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем таратасаҡ.