Бушлай хосусилаштырып ҡалығыҙ
30 января 2013 йыл | Йәмғиәт

Дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондынан торлаҡты халыҡҡа хосусилаштырыу юлы менән биреү ваҡыты мартта тамамлана.
1998 йылдан республиканың 650 мең самаһы кешеһе фатирын йә йортон хосусилаштырған. Был процестың иң ҡыҙыу мәле 2001 йылға тура килә. Унан һуң хоҡуҡтарҙы теркәү кәмей төшкән. Илдә бушлай хосусилаштырыу ваҡыты бер нисә тапҡыр күсерелде. Мәҫәлән, 2010 йылда ул эшкә нөктә ҡуйылырға тейеш ине, әммә халыҡтың бөтөнөһө лә хоҡуҡтарын файҙаланмауын иҫәпкә алып, 2013 йылдың беренсе мартына тиклем оҙайтылды.