Сабый тыуҙы, шатлыҡ артты… Йәш ғаиләләргә тантаналы рәүештә сабый тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды
25 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Күңелле мәшәҡәттәр өҫтәп ғаиләлә сабый тыуа, өр-яңы ғүмер башлана. 30 майҙа Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ғаиләләре артыу шатлығын кисергән бәхетле парҙар ЗАГС бүлеге һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сараға саҡырылды.
"Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре Олеся һәм Салауат Мәжитовтар ғаиләһендә 7 майҙа икенсе бала булып ҡыҙҙары Мәҙинә тыуған, тәүгеһе – улдары Рөстәмгә 5 йәш. Ошо уҡ көндә Красноусолдан Юлиә менән Артемий Григорьевтар тәүге сабыйҙары Никитаға атай-әсәй булыу бәхете кисергән. Анастасия менән Виктор Захаровтар ғаиләһендә лә 13 майҙа ир бала донъяға килгән. Көтөп алған тәүге сабыйҙарына яратып Владислав тигән исем биргәндәр.

ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина сабыйҙарға һәм ата-әсәләренә изге теләктәрен еткерҙе.  Артабан балаларҙың иң төп, иң мөһим документы – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарға ата-әсәләре ҡултамғаларын теркәне. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Альбина Ғәзизова таныҡлыҡтарҙы, ә район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире вазифаһын башҡарыусы Лилиә Әхтәмова кескәйҙәргә бүләктәр тапшырҙы.
Кисәне алып барыусы район мәҙәниәт һарайы методисы Елена Рябова ғаиләләр һәм уларҙың бәләкәстәре менән таныштырып үтте. Сабыйҙарҙың исемдәре ниндәй мәғәнәғә эйә икәне һәр кемде ҡыҙыҡһындырғыс булды. Мәҙинә исеме сос, изгелексән, маҡсатҡа ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан тигәнде аңлата. Уға иғтибар үҙәгендә булыу оҡшай. Үҫә төшкәс, Мәҙинә сәнғәткә тартыла, театр училищеһына уҡырға барырға мөмкин. Уға стюардесса, табип-терапевт, дизайнер, директор, фотомодель, нотариус, журналист һ.б. һөнәр эйәһе булыу мөмкинлеге бар. Никита исеме грексанан алғанда "еңеүсе” тигәнде аңлата. Ул тормош яратыусан, ижади һәләтле, сағыу һәм айырыуса һоҡландырғыс бала. Уның сәләмәтлеге ныҡлы, ҡағиҙә булараҡ, төҫ-ҡиәфәте ылыҡтырғыс, көслө, физик йәһәттән үҫешкән була, спорт менән бигүк шөғөлләнергә яратмаһа ла, һәр ваҡыт формала булып ҡала. Һөнәри өлкәлә Никита ижади һәм ҡыҙыҡлы эштәрҙе һайлай, унан бик яҡшы рекламасы, имиджмейкер, телетапшырыу алып барыусы, журналист, режиссер, фотограф, шулай уҡ сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, юрист һ.б. һөнәр эйәһе сығырға мөмкин. Владислав – славянсанан "данлыҡлы” тигәнде аңлата. Дөйөм алғанда, Владислав энергиялы, сағыу ижади һәләтле шәхесте һынландыра. Бала сағында ул һөйкөмлө, итәғәтле, дуҫтары күп булған йоғонтоло бала. Владиславтан һәйбәт педагог, табип, музыкант, рәссам, шағир, артист, психолог, фотограф һ.б. һөнәр эйәләре килеп сығасаҡ.
Сабыйы тыуғандың тәүге көндәренән үк әсәй уның менән бергә тын ала, илаһа - илай, йылмайһа бергәләшеп рәхәтләнеп көлә. Сараны алып барыусы әсәйҙәрҙең йылы ҡанаты аҫтында сабыйҙарға һәр саҡ йылы һәм рәхәт булыуын теләне. Һәм әсәйҙәр бергәләшеп һәр ваҡыт йылылыҡ һәм йыйнаҡлыҡ символы булған ғаилә усағын ҡабыҙҙы.
Артабан бәләкәстәрҙе өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәренең эш урындарынан вәкилдәр ҡотланы. Бәләкәс Никитаның өләсәһе Тамара Александровна Григорьева 10-сы ейәненең тыуыу шатлығы менән уртаҡлашты, изге теләктәрен еткерҙе.
Район мәҙәниәт һарайы артистары Зилара Бикбова, Рәзилә Хәбибуллина, "Землячки” ансамбле йыр-моңдарын бүләк итте, сараны музыкаль яҡтан мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре биҙәне. Ансамбль йырсылары кескәй Никитаға үҙ ҡулдары менән бәйләгән костюмдарын бүләк иттеләр. Шифахана коллективы Мәҙинәгә үҙенән ҙурыраҡ йомшаҡ уйынсыҡ, ә Владиславҡа әсәһе эшләгән район мәҙәниәт һарайындағы кафе, йәғни "ЛМ” ЯСЙ-е коллективы матур бүләктәр әҙерләгән.
Бәхетле булығыҙ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫегеҙ, бәләкәстәр!
Индира ИШКИНА.