Ағинәйлек–рухиәт билдәһе
30 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Май аҙаҡтарында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаиләне, балалыҡты, әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлау буйынса комиссия рәйесе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева  район ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, республиканың Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Белорет, Учалы райондарында киң ҡолас йәйеп эшләй башлаған «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы тураһында һөйләне һәм беҙҙә лә был изге эшкә нигеҙ һалды.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында Имәндәш, Юрмаш, Юлыҡ, Родина ауылдарында «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килде, ҡор эшенә ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, дини ойошма вәкилдәре йәлеп ителде.
Ағинәйҙәр үҙ эшмәкәрлеген-дә ауыл тормошон йәнләндереү, уға ҡот өҫтәү, йәш  
быуынды тәрбиәләү, рухиҡиммәттәрҙе, башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлау, эскелеккә ҡаршы көрәшеү, ауылдаштарын «Айыҡ ауыл» конкурстарында ҡатнашыуға ҡыҙыҡтырыу, экологик өмәләрҙе әүҙемләштереү, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙең, пенсионерҙар, һуғыш һәм хәрби хәрәкәт ветерандарының, ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттарҙың социаль-донъяуи проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ итеү, дини йолаларҙы өйрәнеү кеүек бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы төп йүнәлеш итеп алды.
Родина ауылынан шиғри күңелле, милли рухлы ағинәй Ф.Ҡотлогилдина үҙенең уң ҡулы булған Ғ.Ғ.Рахманғолова менән 31 майҙа балалар өсөн «Кәкүк сәйе» байрамы ойошторорға өлгөрҙө, ауылдаштарына үҙе үҫтергән күҙ яуын алырлыҡ сәскә үҫентеләре таратты, Красноусол ауылындағы мәсет алды баҡсаһына ла килтереп ултыртты, ауылда эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙең йорттарында булып, бала тәрбиәләүгә етди иғтибар бирмәгән әсәләргә иҫкәртеү яһаны.
Имәндәш ауылының «Ағинәйҙәр ҡоро» рәйесе итеп Г.Ф.Мәһәҙиева һайланды, һәр урамға ағинәйҙәр билдәләнде. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Н.М.Әминева теләгәндәр өсөн дин дәрестәре үткәрҙе, намыҫлы булырға, яҡшылыҡ ҡылырға, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә саҡырҙы.
Имәндәштәр инструменталь ансамбль төҙөргә, «Эсмә, әсәй!» акцияһында ҡатнашырға, «Һаулығың – үҙ ҡулыңда» сәләмәтлек клубы төҙөргә, экологик өмәләр үткәрергә, йома намаҙҙарын ойошторорға, июль башында Балалар һабантуйы уҙғарырға, дини һәм милли байрамдарҙы билдәләргә һөйләште.
Ике йөҙгә яҡын ғына халыҡ йәшәгән, ике урамдан ғына торған Юрмаш ауылында ла йыйын бик ойошҡан рәүештә үтте, ауыл Советы рәйесе Ә.Ә.Ноғайғоловтың, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ә.Ә.Шаһиеваның ҡатнашыуы ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған күп һорауҙарға яуап табырға ярҙам итте, ауыл ағинәйҙәре рәйесе итеп һайланған С.С.Юлбарыҫова үҙ пландары менән уртаҡлашты. Ауыл зыяратын кәртәләү, мәсет төҙөүҙе планлаштырыу, мәктәп балаларына республика буйлап походтар ойоштороу, балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн талантлы ауылдаштары Марат Монасиповтан ярҙам һорау, август айында Урам байрамы уҙғарыу, төрлө конкурстар ойоштороу («Иң матур баҡса», «Иң матур йорт», «Иң тәрбиәле бала», «Иң яҡшы атай», «Иң уңған хужабикә» һ.б.), көҙ көнө «Ҡаҙ өмәһе» байрамын үткәреү кеүек саралар теҙмәһе бөтәһендә лә хуплау тапты. Буласаҡ ағинәйҙәрҙең күҙ уңынан ауылда ир-аттарҙың эскелек менән мауығыуы, һан яғынан кәмеүе, эшһеҙлек, ер проблемалары ла урап үтмәне.
 19 майҙа юлыҡтар ауыл клубына дәррәү йыйылды, өс сәғәткә яҡын үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, киләсәккә эштәрен планлаштырҙы. Ағинәйҙәр ауыл хакимиәте башлығы И.Ә.Ҡужин, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә заман дилбәгәһен үҙ ҡулыңа алырға, үҙ тормошоңдо үҙеңә ҡорорға икәнлеген халыҡҡа аңлатырға, күпләп мал, ҡош-ҡорт үрсетергә, һатыуға сығарырға, ауыл, район, республика ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнашырға, оҫта ҡулдар эшмәкәрлеген йәнләндерергә, эскелеккә ҡаршы берҙәм көрәшергә, йәштәрҙең ялын дөрөҫ ойошторорға, милли, дини йолаларыбыҙға ихтирам тәрбиәләргә, берҙәм эшләргә тигән ҡарарға килделәр. 5 июлдә үтәсәк «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ла ауылды төҙөкләндереүгә, матурлауға, туғанлашыуға, дуҫлашыуға үҙ өлөшөн, әлбиттә, керетмәй ҡалмаясаҡ.
Ағинәйҙәр эшен етәкләүҙе үҙ өҫтөнә алған С.Ә.Юлыҡова ауылдаштарының ышанысын аҡларға һүҙ бирҙе.
Яугилде, Еҙем-Ҡаран, Бәләкәй Үтәш, Үзбәк, Сәйетбаба, Ерек
ауылдарында ла ауыл «Ағинәйҙәр ҡоро» рәйестәре тәғәйенләнгән, улар  ҙа йыйылып, ауыл халҡы алдында үҙ пландары менән уртаҡлашыр, эш башлар, тип ышанырға ҡала.
Ил иртәһен уйлаған, ғаиләләр именлеген хәстәрләгән, ауылдар яҙмышына битараф булмаған ағинәйҙәр эшмәкәрлеген район етәкселәре аңлап ҡабул итһен, ҡулынан килгән тиклем төрлө сараларҙы уҙғарыуға материаль яҡтан ярҙам итһен ине.
Рәмзиә Монасипова,
район башҡорттары
 ҡоролтайы башҡарма комитетының
«Ағинәйҙәр ҡоро» рәйесе.