Яратҡан Ҡырымым
30 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Был һүҙҙәрҙе мин ысын йөрәктән әйтәм. Сөнки йәшлегемдең иң йәмле, матур өс йылы ошонда – Ҡара диңгеҙ флотында үтте.
1961 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағандан һуң буласаҡ тормош иптәшем Миңзәлә менән мине йүнәлтмә буйынса Миәкә районы Бикҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр. Мин -  физика һәм математика, ә Миңзәлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, йыр дәрестәренән уҡытты. Коллективта башлыса йәштәр һәм барыһының да дәрте ташып тора. Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән концерт бригадаһы ла ойоштороп ебәрҙек һәм күрше-тирә ауылдарға ла сығып концерттар ҡуйҙыҡ. Минең ҡулда - баян, йырлау ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ә Миңзәлә матур итеп төрлө бейеүҙәр башҡара, шиғыр, монологтар һөйләй ине.

10 ноябрь – тыуған көнөмдә әрме хеҙмәтенә китергә ҡулыма повестка тотторҙолар. 13 ноябрҙә ҡыҙыл флаг таҡҡан машинала пат-риотик йырҙар йырлап мине ра-
йон үҙәге – Ҡырғыҙ-Миәкә ауылына оҙата килделәр. Өфө ҡалаһындағы хәрби саҡырылыш пунктында комиссия үткәндән һуң – 70 кешене теҙеп ҡуйҙылар. Ҡаршыбыҙға Ҡара диңгеҙ флоты кейемендәге 2 капитан-лейтенант менән 2 старшина сығып баҫҡас та үҙебеҙҙең ҡайҙа хеҙмәт итәсәгебеҙҙе аңланыҡ.
Беҙгә барыһы ла бик ыңғай ғына килеп торҙо. Плацкарт вагондарҙа ғына барҙыҡ, илебеҙҙең бик күп ҡалалары аша үттек. Харьков ҡалаһының тимер юл вокзалы
айырыуса иҫтә ҡалған. Ул ваҡытта Харьков вокзалы СССР-ҙа иң ҙуры иҫәпләнә ине. Матурлығы, ҙурлығы, барлыҡ уңайлы шарттары булыуы менән хайран итте.
Өс көндән беҙ Ҡырымдың баш ҡалаһы булған Симферополь ҡалаһында инек. Был ҡала Салгир йылғаһы буйында урынлашҡан һәм тәбиғәте иҫ киткес матур. Ҡалала 300 мең самаһы халыҡ йәшәй, 3 юғары уҡыу йорто, 3 театр бар. Ҡырымдың көньяҡ ярына троллейбус линияһы һуҙылған. Беҙҙең эра башында бында Скиф дәүләтенең баш ҡалаһы Неаполь булған. Һуңынан Кәрмән татар крепосы була. XV быуатта төҙөлгән Аҡмәсет ҡалаһы урынына 1784 йылда Симферополь барлыҡҡа килә.
Ҡырым тарихы бай һәм ҡыҙыҡлы. Борон бында Херсонес, Ольвия, Феодосия, Боспор батшалығы кеүек антик ҡала-дәүләттәр булған. 1443-1783 йылдарҙа Алтын урҙа ханлығынан айырылып сығып, Ҡырым ханлығы ойошторола һәм Төркиәнең вассалы булып иҫәпләнә. Ханлыҡтың баш ҡалаһы Баҡсаһарай була һәм ул бөгөнгө көнгә тиклем һәйбәт һаҡланып ҡалған. Ҡырым ханлығы быуаттар һуҙымында Рус дәүләтенә баҫҡынсылыҡ яһап торған һәм меңәрләгән рус кешеләрен ҡоллоҡҡа алып китеп, Ҡара диңгеҙ буйлап сит дәүләттәргә һатып ебәргән. Шуға ла Рус дәүләте Ҡырым ханлығы һәм Төркиә менән даими һуғыштар алып барған. Батшабикә Екатерина II осоронда 1783 йылда Ҡырым Рәсәйгә ҡушыла. Ҡырым ханлығының һуңғы ханы Шаһин Гәрәй үҙе теләп тәхеттән баш тарта. Батшабикәнең яраны, генерал-фельдмаршал Г.А.Потемкин Ҡара диңгеҙ флотын төҙөү менән етәкселек итә (1739-1791).
1944 йылда И.В.Сталин приказы буйынса Ҡырым татарҙары Үзбәкстанға күсерелә. Яңыраҡ уларға тыуған төйәктәренә ҡайтып төпләнергә рөхсәт ителде. Ҡырым татарҙары 350 мең самаһы кеше иҫәпләнә. Ярымутрау Рәсәй сос-тавына ҡайтарылғандан һуң рус һәм украин телдәре менән бер рәттән Ҡырым татарҙары теле лә дәүләт теле статусы алды.
Ҡырымдың майҙаны 27 мең квадрат километр иҫәпләнә һәм унда 2 миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. Унда тау рудаһы, химия, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт, шулай уҡ ауыл хужалығы ныҡлы үҫешкән ине. Бында иген культуралары, дөгө, тәмәке үҫтерелә. Малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнәләр. Баҡсасылыҡ ныҡ алға киткән. Айырыуса виноград күп үҫтерелә. Ҡырым үҙенең данлыҡлы шифаханалары менән донъяға билдәле.
Дүрт сәғәттән һуң беҙ рус диңгеҙселәренең герой-ҡалаһы Севастополгә килеп еттек. Был ҡалаға хәрби-диңгеҙ порты булараҡ 1783 йылда Г.А.Потемкин тарафынан нигеҙ һалына. Мөһабәт ҡалаға диңгеҙ порты терәлеп тора. Диңгеҙҙә хәрби һәм йөк караптары теҙелеп киткән. Әммә матурлыҡҡа һоҡланып торорға ваҡыт юҡ. Шунда уҡ комиссия һынауы башланды. Медиктар ныҡлап тикшереп ҡарағандан һуң мине диңгеҙ авиацияһына тәғәйенләне. Беҙҙе, 150 кешене, поезда Николаев ҡалаһына уҡырға ебәрҙеләр. Был ҡалаға ла 1789 йылда Г. А.Потемкин нигеҙ һалған һәм унда ҡеүәтле диңгеҙ порты урынлашҡан. Халҡы 470 мең самаһы. Бында кесе авиация белгесенә 8 ай уҡытып, "ТУ-16” самолеттары өсөн тәғәйенләнгән ракеталарҙы эксплу-атацияларға өйрәттеләр. Бындай самолеттар диңгеҙ өҫтөндә дошман караптарына һөжүм итеү өсөн тәғәйенләнгән.
Учебканан һуң Симферополь ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡтағы Гвардейское ҡасабаһында урынлашҡан "ТУ-16” самолеттарын хеҙмәтләндереүсе диңгеҙ авиацияһы базаһында хеҙмәтемде дауам иттем. Был самолеттарҙа ҡанатлы ракеталар урынлаш-тырылғайны. Заманында был ракеталар көслө ҡорал булып иҫәпләнде һәм ҡаршы яҡ өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырҙы. Сөнки 250 километр алыҫлыҡтағы дошман караптарын асыҡлап, сәпкә тейҙерә алырлыҡ ҡорал ул саҡта башҡа илдәрҙә булманы. Хәҙер был ҡоралдарҙы ҡулланыуҙан алдылар инде.
Беҙ хеҙмәт итә башлаған ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ни бары 16 йыл ғына уҙғайны. Шуға ла офицерҙарҙың яртыһы тиерлек һуғышта ҡатнашыусылар ине. Уларҙың барыһы ла беҙгә бик итәғәтле мөғәмәләлә булды. Беҙ үҙебеҙ ҙә фронтовик балалары инек бит. Күптәребеҙҙең, шул иҫәптән минең дә атай һуғышта һәләк булды. Һуғыш ветерандары йыш ҡына беҙгә үҙҙәренең хәрби үткәндәре хаҡында һөйләр ине. Ул саҡта хәрби частарҙа, коллективтарҙа ҡаты һәм шул уҡ ваҡытта ғәҙел дисциплина хөкөм һөрә ине. "Бабайлыҡ” тигән ҡырағай һүҙ булманы. Өлкәндәр кеселәрҙе ҡыйырһытманы, ә киреһенсә, ололарса хәстәрлек күреп, үҙ белгәндәрен беҙгә өйрәттеләр. Моғайын да улар старшина һәм офицерҙарҙан өлгө алғандарҙыр. Подразделениела - рус, башҡорт, украина, белорус, әзербайжан, әрмән, ҡаҙаҡ, үзбәк, татар, осетин, ҡалмыҡ, барлығы 21 милләт вәкилдәре бар ине. Ул саҡта милләт айырыу төшөнсәһе, бер-береңде кәмһетеү булмай торған ине. Ысын мәғәнәһендә интернационализм менән һуғарылған ине бөйөк СССР илендә йәшәүсе халыҡтар дуҫлығы. Илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен беҙ тоя инек һәм шуның менән ғорурландыҡ. Варшава килешеүе илдәре өсөн АҠШ менән НАТО ҡурҡыныс тыуҙырманы. Быға асыҡ миҫал булып 1962 йылда килеп тыуған Куба кризисын килтерергә була. Совет ракеталарының Кубала урынлаштырылыуын белеп ҡалған АҠШ етәкселеге Кубаны блокадала ҡалдырҙы. Хәл-ваҡиға шул тиклем көсөргәнешлек алды, бына-бына Өсөнсө донъя һуғышы башланыр кеүек ине. Был көндәрҙә беҙ аэродромда осош полосаһында палаткаларҙа йәшәнек. Барлыҡ самолеттар ракеталары менән хәрби әҙерлектә торҙо һәм һанаулы минуттар эсендә ут асырға әҙер булды. Бәхеткә күрә, АҠШ менән СССР һөйләшеп килешә алды. Илебеҙ Кубанан, ә АҠШ Төркиә биләмәһенән ракеталарын алды һәм һуғыш башланыу көсөргәнешлеге кәмене.
Армия һәм флот һәр саҡ ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итте. Беҙ ҙә был ярҙамда ҡатнаштыҡ. Йыш ҡына виноград йыйырға ярҙамға бара инек. Урындағы халыҡ беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Яңыраҡ ошо районды Башҡортостан Республикаһының шефҡа алы-
уын ишетеп бик ҡыуандым. Респуб-лика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та Белогорск районында булып ҡайтты. Ул үҙенең бер сығышында: "Хәҙер беҙҙең 54 түгел, ә 55 районыбыҙ бар”,- тип әйтеүе ҙур символик әһәмиәткә эйә. Ҡырымға ярҙам итеү маҡсатында республикабыҙҙан бер нисә ылау ярҙам ебәрелде.
Ул осорҙа ил етәкселеге кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирҙе. Минең хеҙмәт тамамланыр йылды хәрби һәм сәйәси әҙерлек буйынса отличниктар өсөн Офицерҙар йорто эргәһендә юғары уҡыу йорттарына инеүгә әҙерлек курстары ойошторолдо. Курстар тамамланғандан һуң июль аҙағында беҙҙе ҡайһы юғары уҡыу йортона ғариза биргәнбеҙ, шунда ебәрҙеләр. Мин Өфөгә юлландым һәм килгән юлдан түгел, ә Керчь – герой ҡала аша үттем. Керчень боғаҙы Керчень һәм Тамань ярымутрауҙарын айырып тора. 4 километр оҙонлоҡтағы боғаҙҙы тимер юлы паромы тоташтыра. Әле Рәсәй Хөкүмәте ошо боғаҙ аша күпер йә иһә һыу аҫты тоннеле төҙөү буйынса эш алып бара.
Август айында Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырҙым. Университетты тамамлағандан һуң 1968 йылда йүнәлтмә буйынса Ҡауарҙы урта мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр. Ул саҡта мәктәптә 450 уҡыусы ине. Бында мин йыл ярым ғына эшләп өлгөрҙөм. Һуңынан 6 йыл ВЛКСМ-дың Ғафури район комитетының 1-се секретары, 12 йыл КПСС-тың район комитеты секретары һәм 18 йыл Красноусол балалар санаторийы мәктәбе директоры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
Ҡырымдың яңынан Рәсәйгә ҡушылыуына мин бик шатмын. Халыҡ референдумында Ҡырым халҡы быны үҙе хәл итте. Тарихи хата төҙәтелде. 1954 йылға тиклем Ҡырым Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшө булды. 30-сы йылдарҙа меңәрләгән халыҡты репрессиялаған Украина комму-
нистар партияһы Үҙәк комитетының 1-се секретары һәм Министрҙар Советы рәйесе Н.С.Хрущев, Сталин үлгәндән һуң КПСС Үҙәк Комитетының 1-се секретары булараҡ, халыҡ алдында аҡланыу маҡсатында Ҡырымды Украинаға "бүләк” итә. Шулай итеп, әлегә тиклем Ҡырым законһыҙ рәүештә Украинаныҡы булып иҫәпләнде. Ҡырымдың социаль-иҡтисади хәле, мәҙәниәте артта ҡалды, халыҡтың социаль хәле мөшкөлләнде. Киләсәктә яратҡан Ҡырымымдың яңынан сәскә атасағына ныҡлы ышанам.
Рәфҡәт Ниғмәтуллин,
запастағы капитан,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы.