Юлыҡ ауылының тамғалары
30 июня 2014 йыл | Йәмғиәт

Ғайса Хөсәйеновтың «Башҡорт тамғалары, тамғалы яҙыуҙар, балбалдар китабында» билдәләнеүенсә: «Башҡорттар борон-борондан әйберҙәргә, ағасҡа, ташҡа тамға һалыр булған. Ул ниндәйҙер бер мәғәнәгә эйә йолаға, үҙенсә бер ҡанунға әйләнеп киткән. Уның мәғлүм бер тәғәйенләнеше, айышы билдәләнгән. Бер боронғо айышы ҡәүем, ҡәбилә булһа, аҙағырак ырыу билдәһе рәүешен алған, буғай. Төрки уғыҙ хикәйәттәрендә Уғыҙ ҡағандың бер төркөм ҡәүемдәргә тамға, ағас, ҡош, оран исемдәрен билдә итеп тәғәйенләп биргәнлеге сағыла. Боронғо башҡорттар ҙа Уғыҙ ҡаған (хан) ҡулынан изге тамға, ағас, ҡош, оранға эйә булған, тиелә. Риүәйәттәр, тәүарихтар һөйләүенсә, был йоланы Сыңғыҙ хан да дауам итеп, башҡорт ырыу башлыҡтарының һәр береһенә тәғәйенләп тамға, ағас, ҡош, оран атап биргән. Йәғни был атамалар һәр ҡәүем, ырыуҙың атрибутына әүерелгән. Ҡош тәпәйен йәки ниндәйҙер һынды хәтерләткән тамғаларға мәжүсилек замандарынан ҡалған, изге мәғәнәләр ҙә һалынған булһа кәрәк. Taмғa ырыу эмблемаһы функцияһын үтәгән. Ырыу башлығы өсөн тамғаһы дәрәжә билдәһен сағылдырған.
XVIII—XIX быуаттарҙа башҡорттарҙа ырыуҙарҙың тарихи, социаль роле кәмей йәки тарҡала бара, ырыу тамғалары ла тарауланып, үҙ нәҫел, ғаилә даирәһенәсә тарайа. Тимәк, башҡорт тамғалары хосуси милекселекте аңлаткан тарыраҡ мәғәнәгә күсә. XIX быуаттың икенсе яртыһынан, тәғәйен 60-сы йылдарынан тамғалар нәҫел, ғаилә милкен күрһәтеп, ер-һыу биләмәләренә, малдарға, ҡаралтыларға, ҡорамалдарға, әйберҙәргә һәм башҡа милектәргә һалынған. Тамғалар быуындан-быуынға күсеп килгән, улар нәҫелдең туғанлыҡ билдәһе булып киткән.
Ырыу, ырыу-ара килешеү ҡағыҙҙарына һәм башҡа документтарға ырыу, нәҫел-ғаилә тамғалары ла һалынған. Ҡул ҡуйыусы старшина, староста йәки ғаилә башлығы тамғаһын һалған тәҡдирҙә лә, ғәҙәттә, «тамғамды һалдым» тип яҙып та ҡуйған. «Ҡул ҡуйҙым», «тамға һалдым», тигән һүҙ яҙмала һәм лексиконда шулай нығынған. Тимәк, бындай саҡта тамға мөһөр билдәһе урынына ла йөрөгән».
5 июлдә үтәсәк байрамға әҙерлек сиктәрендә ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһынып, Башҡортостан Үҙәк дәүләт архивында булғанда метрика кенәгәләрендә Юлыҡ ауылының нәҫел тамғаларына юлыҡтыҡ.
1829 йылдан башлап мәхәллә имамдары тыуыу, үлем, никахлашыу һәм айырылышыуҙарҙы метрика кенәгәһенә теркәп бара башлайҙар. Метрика кенәгәләрен билдәле бер өлгө буйынса муллалар  ғәрәп графикаһында (ҡайһы йылдарҙа фарсы) тултырып барған. Кенәгә ике нөсхәлә тултырылған. Муллалар метрика кенәгәләренең бер нөсхәһен үҙҙәрендә ҡалдырып, икенсе нөсхәһе Диниә назараты архивына тапшырыла барған. Билдәле булыуынса, улар был дәүерҙә бөгөнгө ЗАГС функцияһын үтәгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Октябрь боролошонан һуң мәсеттәр туҙҙырылған, уларҙың бик аҙы ғына имен ҡала. Юлыҡ мәсетендәге
метрика кенәгәләренең яҙмышы хаҡында ике төрлө фараз йөрөй. Берәүҙәр мәсеттәге ҡағыҙҙарҙы Шәриф Ҡасимов йәшереп урамында күмгән икән тиһәләр, икенселәре Һәҙиәтулла Рәшитов тарихи документтарҙы нимә эшләтергә белмәгәнлектән яндырған икән, тиҙәр.
Архивта ауыл мәхәлләһенең 1835-1899 йылдарҙа төҙөлгән метрика кенәгәләре ентекләп өйрәнелде. Ауылдашыбыҙ Азамат Рәшит улы Урманшин документтарҙы архивтан табып, ғәрәп яҙыуҙарын руссаға тәржемә итте. Артабан Һаҙый Юлмөхәмәтов нәҫелдәр буйынса тамғаларҙы системаға һалды.
Күренеүенсә, күпселек нәҫелдәрҙең тамғаһы икенсе бер нәҫелдең тамғаһының дауамы булып тора. Был тамғаны Юлыҡтың төп тамғаһы булған тип фаразларға мөмкин.
Рәхимйән Юлыҡов,
һәүәҫкәр тарихсы.
Юлыҡ ауылы.