Кешеләр тормошон яҡшыртыу өсөн
16 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Торлаҡ, ҡала төҙөлөшө, транспорт
 мәсьәләләре – иң көнүҙәктәр иҫәбендә
Отчет осоронда "Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Законға ике тапҡыр үҙгәрештәр индерелде. Быға граждандарға хеҙмәттәр күрһәткәндә ведомство-ара мәғлүмәт алмашыуҙы тәьмин итеү зарурлығы, шулай уҡ үҙ бурыстарын теүәл үтәмәгән йорт төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклеге сәбәп булды. "Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында” законға ла ике тапҡыр үҙгәреш индерелде. Атап әйткәндә, планировка проекты составына, биләмәне планлаштырыу буйынса документтар әҙерләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр булды, йорт һалыусыныҡы булмаған ер участкаһы эсендә транспорт инфраструктураһы күләме бу-йынса проект документтары әҙерләү мөмкинлеге лә ҡаралды.
Закон проекттарының бер нисәһе халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеү менән бәйле (һүҙ түләүле автомобиль юлдарын файҙаланыу мәсьәләһен рег-ламентлаусы положениеларҙы тура килтереү хаҡында бара). Депутаттар шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген медицина ярҙамы менән тәьмин итеү һәм водителдәрҙең һаулыҡ торошо менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау мәсьәләләрен ҡараны. Башҡортостан Республикаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында Кодексы, атап әйткәндә, водителдәрҙең билдәле ваҡыт арауығында мотлаҡ медицина ҡарауын үтеп тороуын билдәләй. Мөрәжәғәтнамәләге өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында мин коллегаларым менән республикалағы электр энергетикаһы тармағы үҫеше мәсьәләләрен өйрәндем. Уны тикшереү "түңәрәк өҫтәл” рәүешендә барҙы.
Йәштәрҙең торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарын булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлек механизмдарын яйға һалыу мәсьәләләре лә, яғыулыҡ-энергетика комплексы алдында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бирәсәкле булыу проблемаһы ла ҡарап тикшереүгә сығарылды.
Махсус туҡталҡалар һәм ҡала яны транспорт хәрәкәте тураһында
- Быйыл  беҙ автомобилдәр өсөн штраф туҡталҡалары эше һәм уларҙан транспорт сараһын эвакуациялау менән бәйле проблемаларҙы өйрәнеү менән ныҡлап шөғөлләндек, – тине артабан депутат. – Урындарға барып үткәрелгән ултырыштар һәм рейдтар был өлкәгә ҡағылышлы закон сығарыуҙа байтаҡ ҡына кәмселектәр булыуын күрһәтә. Әйтәйек, махсус туҡталҡа эшен регламентлаусы законға, граждандарға уларҙың автомобиле эвакуацияланыуы тураһында мотлаҡ мәғлүмәт еткерелергә тейешлеге тураһында статья өҫтәргә кәрәк, тигән тәҡдим килде. Тағы ла, махсус туҡталҡаға илткәндә һәм унда һаҡлағанда транспорт сараһына зыян килтергән өсөн яуаплылыҡ булдырырға тәҡдим ителде (бәғзе осраҡтарҙа блокировкалау ҡоролмаларын файҙаланыу күпкә уңайлы). Был темаға һөйләшеү ваҡытында махсус туҡталҡалар ойоштороуға һәм уларҙың хужаларына ҡарата талаптарҙы ҡатыландырырға кәрәк тигән фекер ҙә әйтелде.
Ҡала яны маршруттарында пассажирҙар ташыу проблемаһы, шулай уҡ автотранспортты страховкалау өлкәһендә страховкалау компанияларының закондарҙы нисек ҡулланыуы, уларҙың эшмәкәрлеге менән бәйле мәсьәләләр ҙә беҙҙең депутаттар корпусының күҙ уңында торҙо.
Һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре буйынса
- Рөстәм Рифат улы, яҙғы сессия осоронда һайлаусылар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттегеҙме?
- Халыҡты борсоған проблемалар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Уларҙы өйрәнеүҙә урындарҙа граждандарҙы ҡабул итеү иң һөҙөмтәле эш алымы булып тора. Йәмәғәт ҡабул итеүе ваҡытында иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе асыҡлап, үҙ вәкәләтлектәребеҙ сиктәрендә уларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Ғафуриҙа үткән ошондай ҡабул итеү ваҡытында Красноусол ауылының Көнсығыш урамында йәшәүселәр өлөшләтә телефон линияһы булмауға зарланғайны. Шулай уҡ газ тоташтырыуға бәйле проблемалар бар ине. Мин был мәсьәләне тикшереүҙе һәм те-йешле сара күреүҙе һорап урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт иттем. Һуңынан мөрәжәғәт итеүселәр был мәсьәләләрҙең хәл ителеүе хаҡында хәбәр итте: бер аҙна эсендә йорттарға телефон үткәрелгән, йорттарға газ тоташтырыла башлаған.
Дуҫлыҡ тыҡрығы һәм Пушкин урамында йәшәүселәр юлдарҙың насар булыуына зарланғайны. Әлеге көндә тыҡрыҡтағы юлға ҡом һибелде, атап үтелгән урамда ла был эш өлөшләтә башҡарылды.
Халыҡ контроле эш итә
- Депутат эшмәкәрлегенән тыш һеҙ "Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булараҡ та әүҙем эш алып бараһығыҙ: элек партияның башҡарма комитетына етәкселек иттегеҙ, бөгөн – "Халыҡ контроле” партия проекты кураторы. Был һеҙҙең иңгә йәмәғәт эшенә бәйле байтаҡ йөкләмәләр, бурыстар өҫтәй бит. Был йүнәлештә ниндәй уңыштарға өлгәшелде?
- Ысынлап та, республикала халыҡ мәнфәғәтен һәм хоҡуғын һаҡлаусы "Халыҡ контроле” федераль партия проекты әүҙем үҫешә. Мин был проекттың координаторы булып торам. Бөгөнгө көндә урындағы координаторҙар, Йәш гвардия ағзалары һәм йәмәғәт фекере лидерҙары менән берлектә көн һайын тиерлек рейдтар үткәрелеп тора. Йыш ҡына етди етешһеҙлектәр ҙә асыҡлана. Миҫалға Туймазы, Федоровка, Хәйбулла райондары һәм Өфө ҡалаһында үткән һуңғы рейдтарҙы ғына алайыҡ. Роспотребнадзор һәм ЮХХДИ вәкилдәре менән берлектә аҙыҡ-түлек магазиндары һәм пассажирҙар ташыусылар тикшерелде. Магазиндарҙа файҙаланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек табылды, ҡайһы бер тауарҙарҙың сертификаты булманы. Пассажирҙарҙы ташыусылар араһында ОСАГО-һы булмаған һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бер нисә тапҡыр штраф түләгән водителдәр асыҡланды.
Практиканан күренеүенсә, проект халыҡ тарафынан хуплау тапты. Шулай уҡ беҙ халыҡтың һорауына нигеҙләнеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә рейдтар уҙғарҙыҡ. Көҙгөлөктә дарыуханалар, студенттарҙың дөйөм ятағы һәм балалар баҡсалары буйынса ла рейдтар үткәрергә планлаштырабыҙ. Тотош республика буйынса һәр өлкә, һәр тармаҡ буйынса рейдтар ойошторасаҡбыҙ. Сөнки бындай рейдтар беҙгә теге йәки был өлкәләге ысынбарлыҡты асыҡларға ярҙам итә, һөҙөмтәләр республика ҡануниәтен камиллаштырыуға ерлек, нигеҙ бирә.
Кешеләр мәнфәғәтендә
- Яҡын киләсәккә пландар хаҡында ла бер нисә һүҙ.
- Көҙгө сессияла халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеү, автомобилдәрҙең штраф майҙансығы эше, алданған өлөшсөләрҙе яҡлауға бәйле закондарға үҙгәрештәр индерергә уйлайбыҙ. Бынан тыш, "Электр энергияһы ҡулланыуҙың социаль нормаһы” темаһына түңәрәк өҫтәл, шулай уҡ "Инфраструктура проекттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡты  үҫтереү” мәсьәләһе буйынса "парламент сәғәте” үткәреү планлаштырыла.
Комитеттың эш планында шулай уҡ энергия менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың инвести-
цион программаларҙы үтәүенә бәйле хәлде өйрәнеү ҡаралған. Беҙҙең Комитет компетенцияһында булған эшмәкәрлектең бөтә тармаҡтары солғап алынасаҡ, тип әйтергә була. Һәр йүнәлеш буйынса эштәрҙең торошон өйрәнеү беҙгә ысын хәлде аныҡ күрергә һәм закондарға халыҡ мәнфәғәтендәге ниндәй үҙгәрештәр индерергә кәрәклеген билдәләргә ярҙам итә.