Үҙ ҡыйығың булыу оло бәхет
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Республикала ла, районда ла етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Мәҫәлән, былтыр ғына районда 18 социаль етем йортло булған. Быйыл да ошо йүнәлештә эш дауам иттерелә.
16 июлдә Красноусолдың Свердлов урамында урынлашҡан икешәр фатирлы ике йорт файҙаланыуға тапшырылды. Өфө ҡалаһының "ТермоХольц” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был йорттарҙы былтыр ғына төҙөй башлаған ине. Йорттар үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Бетон нигеҙ урынына металл конструкциялар, стеналары әҙер щиттарҙан ҡоролған был йорттар Финляндия һәм Австрия технологияларына нигеҙләнеп эшләнгән. Бындай типтағы йорттар тиҙ төҙөлөүе, йылылығы, уңайлы булыуы менән бүрәнә, таштан төҙөлгән йорттарҙан айырылып тора. "ТермоХольц” йәмғиәте Өфө ҡалаһы эргәһендә, республиканың байтаҡ райондарында ошондай йорттар төҙөгән дә инде. Дөйөм майҙаны 67 квадрат метр тәшкил иткән бер йорт ике фатирлы булып, ике хужаға иҫәпләнгән. Йәғни, бер фатирҙың дөйөм майҙаны 33,5 квадрат метр тәшкил итә. Фатирҙың эсендә йоҡо бүлмәһе, иркен кухняһы, йыуыныу бүлмәһе, бәҙрәфе бар. Йорт электр йылытҡыстары менән йылытыла, йылы, һыуыҡ һыуы, канализацияһы булыуы ла ҙур уңайлыҡтар тыуҙыра. Ошондай күркәм йорт файҙаланыуға тапшырылды ла инде.
Был тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары – Фуат Кейекбаев менән Руслан Салауатов, Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, "ТермоХольц” йәмғиәте
белгесе Светлана Абрамова, район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире Елена Жукова һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Тәүге фатир асҡысы Айрат Халиҡов ҡулына тапшырылды. Тыумышы менән Яңғыҙҡайын ауылынан булған, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән Айрат бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Восток-нефтезаводмонтаж” йәмғиәтендә эшләп йөрөй. Буйҙаҡ егеткә тиҙерәк өйләнеп, яңы фатирҙа гөрләтеп йәшәргә генә ҡала.
Йорттоң икенсе яртыһындағы фатир Айраттың бер туған һеңлеһе Гүзәлиә Халиҡоваға тапшырылды. Гүзәлиә быйыл ғына Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 54-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған. Уға ла матур ғаилә ҡороп, яңы фатирҙа шатланып йәшәргә яҙһын.
Икенсе йорттағы ике фатир асҡысы шулай уҡ ағалы-һеңлеле Юлдашевтар ҡулына тапшырылды. Гүзәл менән Руслан Юлдашевтарҙы бынан 7-8 йыл элек Табын приютынан Аҡкүл ауылында йәшәүсе Александр Костылев ғаиләһе тәрбиәгә алған.
-Тәрбиәгә алған һигеҙ балабыҙ бар ине, хәҙер беҙҙең ҡарамаҡта бишәү ҡалдылар инде. Үҫеп еткән береһен айырым тормош юлына сығарабыҙ. Былтыр оло улыбыҙ Артемға Табын ауылынан фатир биреп ҡыуандырған инеләр. Быйыл Гүзәл менән Русланға ошондай бәхет йылмайҙы. Уларҙың шатлығы беҙҙең өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Руслан өйләнде инде, хәҙер үҙе атай кеше, Гүзәл дә кейәүгә сыҡты. Яңы фатирҙарында улар бәхетле тормош кисерер тип уйлайым. Әлбиттә, айырым йәшәй башлаһалар ҙа, беҙ уларҙы үҙебеҙҙең ярҙамдан ташламайбыҙ. Үҙҙәре лә атай-әсәй тип беҙҙең өсөн өҙөлөп торалар,- ти күп балаларҙы етемлек тойғоһонан ҡотолдороусы, оло йөрәкле атай Александр Костылев.
Эйе, ошондай терәк-таяныстары булғанда яңы донъя көтә башлаған ғаилә парҙарына бер ниндәй ҙә тормош ауырлыҡтары ҡамасау була алмай. Фатир асҡыстары алыусыларҙың һәр береһенә лә имен, мул тормошта йәшәргә, дәүләтебеҙҙең ошондай хәстәрлегенә тырыш хеҙмәт, өлгөлө йәшәү рәүеше менән яуап бирергә кәрәктер. Дәүләтебеҙ иһә, ысынлап та, социаль етемдәрҙе үҙ ярҙамынан ташламай. Әле районда 125 социаль етем торлаҡ алыуға сиратта тора. Улар өсөн Красноусолдың Свердлов, Баҡса урамдарында күп ҡатлы өс йорт төҙөлә. Социаль әһәмиәтле был йорттарҙағы күпселек фатирҙар етемдәргә тәғәйенләнгән. Шулай булғас, Халиҡовтар, Юлдашевтар кеүек уларҙың өй туйлауҙарына йыраҡ ҡалмаған.
С. ТИМЕРОВ.