Яу килә тип йортоңдо ташлама, тиһәләр ҙә...
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Украиналағы һуғыш еле Башҡортостанға ла килеп етте. Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының самолеттарында һуғыш барған урындарҙан мәжбүри күсенеүселәр Өфө ҡалаһына килтерелде. 17 июлдәге тәүге рейс-та - 108, икенсе рейста – 119 һәм 28 июлдәге өсөнсө рейста 101 мәжбүри күскенсе киң күңелле халыҡ йәшәгән республикабыҙ еренә аяҡ баҫты. Уларҙы республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларына оҙаттылар. Ғөмүмән, Башҡортостанға 5 меңгә яҡын ҡасаҡ, шуларҙың 60-ы беҙҙең районға килеүе көтөлә.
Мәжбүри күскенселәрҙең 14-е беҙҙең районға килде лә инде. Уларҙың 10-һы, шул иҫәптән 6 бала "Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу спорт-туристик лагерына урынлаштырылды. Мәжбүри күскенселәргә тәүге психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтелгән, уларға кейем-һалым, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, һәр ғаиләгә 5-әр мең һум аҡсалата ярҙам бирелгән. Лагерҙа йәшәүселәр әлегә дөйөм ашханала туҡлана. Луганск өлкәһенән килгән Ольга Кониченконың бәлиғ булмаған ике балаһы бар. Ольга әйтеүенсә, уның тормош иптәше әле Сорғот ҡалаһында эшкә урынлашҡан. Тормошо яйланып китһә, ғаиләһен дә үҙе эргәһенә алыуы ихтимал. Икенсе бер ғаилә – Ирина Скрынниктың өс бәлиғ булмаған балаһы (иң өлкәненә 14 йәш) булыуы өҫтәүенә ул дүртенсегә йөклө. Украинала ул баҙарҙа сауҙа итеү менән шөғөлләнгән. Уларҙың Донбасс өлкәһендә йәшәүсе алыҫ туғандары Вадим Гаврилов менән Павел Попов та әлегә улар менән бергә. Мәжбүри күскенселәргә лагерҙа уңайлы шарттар тыуҙырылған. Йылы, яҡты, уңайлы бүлмәләр, әлбиттә, уларҙың тыуған йорттарын алыштыра алмай. Әммә, иң мөһиме бында уларға тыныс. "Өйөбөҙгә ҡасан бомба төшөп ярылыр, ҡайһы урында, ҡасан аҙашҡан пуля ғүмеремде ҡыйыр”,- тип хәүефләнәһе түгел. Ҡасаҡтар үҙҙәре белдереүенсә, уларҙың тыуған илендә бик ҡурҡыныс, ысын мәғәнәһендә һуғыш бара.
- Беҙҙәге һуғыш барышын телевизорҙан күрәһегеҙҙер. Башҡаһын әйтә алмайым, ә бына 24-се канал барыһын да объектив итеп яҡтырта, дөрөҫөн күрһәтә,- ти Ирина Скрынник үҙ илендәге хәлдәргә баһа биреп.
Эйе, яу килә тип аҙығыңды бөтөрмә, ил күсә тип утыңды һүндермә, тиһәләр ҙә, үҙ илдәренән күсенеп китергә мәжбүр булған улар.
Красноусол ауылының Демьян Бедный урамында йәшәүсе туғандарына килеп урынлашҡан Екатерина Иҫәнғәлина менән Максим Кущ та үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн генә түгел, 4 һәм 2 йәшлек балалары яҙмышы өсөн борсолоп, үҙ тыуып үҫкән ерҙәрен мәжбүри ҡалдырып китергә булғандар. Улар Луганск өлкәһе Кудряшовка ауылында йәшәгәндәр. Был ауыл Украина хәрби көстәре тарафынан утҡа тотола башлағас, 4 июлдә Рәсәйгә – Екатерена Рәшит ҡыҙының туғандары йәшәгән Красноусолға юлланғандар. Украинала Максимдың ағаһы менән әсәһе тороп ҡалған һәм ул яҡындарының яҙмышы өсөн борсола.
- Бына ике көн инде улар менән бәйләнешкә инә алмайым. Бер нисә көн элек ауылды бомбаға тота башлауҙарын еткергәйнеләр. Бөгөн уларҙың тереме, юҡмы икәнлеген дә белә алмайым, - ти Максим борсолоп.
Максим үҙ ғаиләһе менән (ҡатыны өсөнсөгә ауырлы) бөтөнләйгә бында төпләнергә, даими эшкә урынлашырға ниәтләнә. Әйткәндәй, ул Ғафури коммуналь хужалығында эш белешкән дә инде. Үҙ тыуған яғында урманда ағас киҫеүҙә, пилорамала таҡта быстырыуҙа эшләгән 31 йәшлек ир-егеткә районда эш табылыуы, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Екатеринаның туғандары ла ярҙамдарынан ташламай. Әммә был ғына аҙ. Мәжбүри күскенселәр докуметтарын ғына алып, барлыҡ мал-мөлкәтен ҡалдырып киткәндәр һәм улар һәр төрлө ярҙамға мохтаж. Ошоно иҫәптә тотоп район хакимиәте эшҡыуарҙарға, ябай халыҡҡа ҡасаҡтарға һәр төрлө ярҙам күрһәтергә саҡырып мөрәжәғәт итә. Красноусол баҙарында сауҙа итеүсе эшҡыуарҙар – Р.Мкртчан, Ғ.Моратова, Ж.Алматова, Р.Ҡорбанғәлиев, Е.Буриев,  А. Аҙнабаева район хакимиәте мөрәжәғәтен аңлап ҡабул итеп, тәүгеләрҙән булып ҡасаҡтарға ярҙам күрһәткәндәр ҙә инде. Район хакимиәте башҡаларҙы ла уларҙың өлгөһөнә эйәрергә саҡыра. Шулай уҡ ҡасаҡтарҙы үҙ ғаиләләренә һыйындыра алырҙай кешеләрҙе лә эҙләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинан һәм Ленинградтан, башҡа өлкә һәм ҡалаларҙан меңәрләгән мәжбүри күскенсе килгән һәм уларҙы ата-бабаларыбыҙ үҙ туғандарылай күреп һыйындырған. Беҙгә лә уларҙың миһырбанлығын ҡабатларға тура килә. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй шул.
С.ТИМЕРОВ.