Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
30 июля 2014 йыл | Йәмғиәт

Өлкән инәйҙәргә хас зауыҡ менән, боронғолоҡ ҡомартҡылары янына заманса йыһаздарҙы оҫта ғына яраштырып йыйыштырылған ыҡсым ауыл өйө. Түрҙә - һый-ниғмәтле сәй өҫтәле. Табын янында өлкән йәштәге өс инәй ултыра. Ошолай бергә йыйылыуҙары күмәкләп сәй эсерҙән генә түгел. Сәй өҫтәле артында, әкренләп кенә бүҫкәрә барған самауыр кеүек, үткән ғүмер хәтирәләре һүтелә, хәтирәләр яңыра, баштан кискән ауырлыҡтар, ҡайғы-шатлыҡтар ҡабат барлана. Был йыйылыуҙарында һүҙ күберәк һуғыш йылдарында күргән-кисергәндәр, яугир ирҙәре хаҡында барҙы.
Инәйҙәрҙең иң өлкәне – Ғәҙилә Мөхәмәтвәли ҡыҙы. Уға әле 86 йәш. Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн
ауылында тыуып үҫә. Һуғыш башланғанда 13 йәштәге ҡыҙға әсәһе менән бергә колхоз эшенән ҡалмай, көндө төнгә ялғап бил бөгөргә тура килә, урағын да уралар, көлтә лә бәйләйҙәр, бесән дә сабалар, үгеҙ егеп ер һөргәндәр, елкәләренә артмаҡлап Ҡарлымандан ашлыҡ та ташығандар. Әсәһе менән бергә эшкә йөрөгәс, икеһенә бергә 3 ҡалаҡ он биргәндәр, хеҙмәт көнө лә күберәк яҙылған, шуға ла эштән ҡалмаған ул.
60-сы йылдарҙа Ғәҙилә Еҙем-Ҡаран ауылында Мөхтәр Бәҙретдин улы Мәҡсүтовҡа тормошҡа сыға, ошонда төпләнеп, донъя көтәләр. Бында килен булып төшкәс, бар ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлап, хаҡлы ялға сыға. Мәҡсүтовтар ғаиләһендә бер-бер артлы ул-ҡыҙҙары Фәрит, Фәриҙә, Рима донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәҙилә апайға тормош иптәшен дә, табип булып эшләп йөрөгән улын да бик иртә ер ҡуйынына тапшырырға тура килә. Ҡыҙы - Фәриҙәһе Татарстанда йәшәй. Һуңғы йылдарҙа үҙе бирешеп киткәс, хатта йөрөүе лә ауырлаша башлағас, Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡыҙы Рима ҡайтып әсәһен ҡарай, уға ярҙамлаша. Ғәҙилә апайҙың ҡартлығы бәхетле тип әйтергә була, ҡыҙҙары өҙөлөп тора, 5 ейән, 2 ейәнсәргә өләсәй ҙә, хатта бүлә-бүләсәрҙәрен (улар – 3-әү) һөйөү бәхете тейҙе үҙенә. Хәйер, оло кешегә шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел.
Венера Абдулла ҡыҙы Кәримова 78 йәштә. 40 йылға яҡын участка дауаханаһында фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Атаһы Абдулла Абдулхаҡ улы Кәримов Үтәш ауылыныҡы, һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Әсәһе Хәҙисә Хәйҙәр ҡыҙы Рәхмәтуллина заманында иң тәүге уҡытыусыларҙың береһе булған. Венера апай тормош иптәше менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Нәзирә БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалы доценты, химия-биология фәндәре кандидаты, Гөлмира - Өфөлә, Ҡәҙриә менән улдары Алик Стәрлетамаҡта йәшәй һәм эшләйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәре – тиҫтәгә яҡын.
Өсөнсө инәй – ошо өйҙөң хужабикәһе – Тимербикә Сабир ҡыҙы Шәрипова Еҙем-Ҡаранда күптән үҙ кеше. Ул 1930 йылда Ерек ауылында донъяға килә. Һуғыш ғәрәсәте уларҙы ла урап үтмәй, балалыҡ йылдарын һуғыш урлай. Ағаһы үлгәс, ғаиләлә берҙән-бер бала булараҡ, ул ата-әсәһенең уң ҡулы – иң ҙур ярҙамсыһы була. Тиҫтерҙәре менән ниндәй эшкә ҡушһалар, шунда егелә ул. Йәйге каникул ваҡытында Красноусол - Табын ауылы араһында юл һалыуҙа ла ҡатнаша. Иген сәскәндә атаһына ат тотошоп та йөрөй сая ҡыҙ. Уҡыуға ынтылышы бик көслө була уның, мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡып һөнәр ала.
1950 йылда Үзбәк ауылы егете Тимербай Шәриповҡа тормошҡа сығып, матур итеп донъя көтәләр. 1943 йылда 17 йәшендә генә һуғышҡа алынып, 7 йыл хеҙмәт итеп I төркөм инвалид булып ҡайта. Яу юлы үтеп ҡайтҡан яугирға бухгалтер, колхоз рәйесе булып эшләргә тура килә, ә Тимербикә Үзбәктә йәслелә, китапхана асып, ошонда эшләй. 1960 йылда Еҙем-Ҡаранға күсәләр. Бында иһә оҙаҡ йылдар Еҙем-Ҡаран сельпоһының китап магазинында һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әммә тормош ҡанундары аяуһыҙ шул. Тимербикә апайҙың ғүмер юлдашы – һөйөклө Тимербайы 58 генә йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Уға ике улын – Айҙар менән Айратты ла юғалтырға тура килә.  Ауыр ҡайғыларға бирешмәй, уларҙы еңеп сығырға үҙендә көс таба алған көслө рухлы, тимерҙәй ҡатҡыл Тимербикә апай бөгөн өс ҡыҙының шатлыҡтарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле йәшәй. Оло ҡыҙы Әлиә - Красноусолда йәшәй, ра-йон хакимиәтендә иҡтисадсы, Динә - Оло Үтәш ауылында төпләнеп, һатыусы булып эшләй. Иң бәләкәстәре Зилә - Яңғыҙҡайын мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы. Тимербикә апай 10 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә өләсәй, ҡарт өләсәй ҙә.
Йыр-моңға ғашиҡ Тимербикә Сабир ҡыҙы Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған "Әхирәттәр” ансамбленең иң әүҙем ағзаһы, ағинәй мәсеткә йома намаҙҙарын ҡалдырмай йөрөй,  дини байрамдарҙа ҡатнаша, Ҡөрьән уҡый, үҙенең өгөт-нәсихәттәрен йәштәргә еткерә.
Ауыл өйө. Сәй өҫтәле. Инәйҙәр. Хәтирәләр. Бөгөнгө бәхетле тормош ниндәй хаҡ биреп яуланғанын оноттормаусы, булмыштары ла, тормоштары ла тере хәтер булып торған йәнә өс ҡатын менән таныштыҡ Еҙем-Ҡаранға бер сәфәребеҙҙә. Булһын әле шундай инәйҙәр арабыҙҙа, самауырҙары ла, хәтирәләре лә һыуынмаһын…

Индира ИШКИНА.