Ир егеттең аҫылы – ил эшендә танылыр
29 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Бер мәл автобус эсе гөж килеп ала. Таныш-белештәр осраша, күрешә, һөйләшә. Кемдер тын ғына тәҙрәнән тирә-йүнде күҙәтә, урман-болондар, яландар киңлеге күңелгә ләззәт бирә. Автобус ауыл урамдары аша үткәндә йорттарҙың күркәмлегенә, урамдарҙың төҙөклөгөнә ҡарап һоҡланаһың. Элек йә ат, йә йөк машиналары менән соҡор-саҡырлы юлдарҙан йөрөгәндә ташландыҡ тип әйтерлек ауылдар күҙгә ташланһа, хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш. Күркәм ауылдарҙы күреп күңел нурлана. Автобуста барғанда һүҙ эйәрә һүҙ сығып ҡына тора:
- Ҡарағыҙ әле, Ерек, Яугилде ауылдары күҙгә күренеп үҙгәрҙе бит, йәйғор төҫөндәй балҡып ултыралар, - тип һоҡланып үтеүселәр осрай.
- Беләһегеҙме, Яугилде ауылында бөтә республикаға билдәле шәхес Ниязбай Сәлимов тыуған бит. Тыуған ауылым, туған халҡым тип янып йәшәгән ир-уҙаман ауылын матурлатыуға үҙ өлөшөн индерә, - тип ҡеүәтләүселәр күбәйгәндән-күбәйә.
-Тырыштарын күреп,
хуплап тороу ҙа кәрәк, - тип мин дә һүҙгә ҡушылам.
Ысынлап та, яҡташыбыҙ Ниязбай Булатбай улы тураһында уның эшлекле сифаттарын барлаған бик күп һүҙҙәр килтерергә була. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның менән яҡындан ғына таныш та түгелмен. Ә бына милләтебеҙгә хеҙмәт иткән эштәрен һис шикһеҙ баһалап, ихтирамыбыҙҙы белдереп, ошондай яҡташыбыҙ менән ғорурланмай, маҡтанмай ҙа булмай. Уның етәкселегендә ауылдаштарын әүҙемләштереп, дәртләндереп, бик аҙ ғына ваҡыт эсендә ауылын төҙөкләндереүгә, тәртипкә килтереүгә иҫ киткес ҙур эштәр башҡарылды: йорт-ҡура тирәләре төҙөкләндерелде, матурлап буялды, сүп-сарҙан таҙартылды, яңы мәсет бинаһы ҡалҡып сыҡты.
Ниязбай Булатбай улы ниндәй генә вазифала эшләһә лә, һәр саҡ милләтен туплап, юл күрһәтеп, матур киләсәк тормош өсөн көс һалыусы шәхестәребеҙҙең береһе. Йырҙа йырланғанса: ”Һары һандуғас микән, ҡара ҡарлуғас микән уны үҫтергән әсәһе?” Улдарын ысын халыҡ улы итеп үҫтергән Нәфисә Мос-тафа ҡыҙын яҡындан күреп белмәһәм дә, уға шул тиклем рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күптән гүр эйәһе инде. Халҡыбыҙға Кәрим Булат кеүек шағирҙы, Ниязбай Булатбай улы кеүек оло шәхесте тыуҙырған әсә – Нәфисә Мостафа ҡыҙына һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Тормошобоҙҙо матбуғат баҫмаларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә бит шул гәзиттәрҙе булдырыу өсөн күпме тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ауыр хеҙмәт ята. Халыҡҡа хеҙмәт итеү күпме эҙләнеүҙәр, яңылыҡҡа ынтылыуҙар аша килә. Һәр кем яратып уҡыған "Табын” гәзитен саф башҡорт телендә үҙ аллы баҫма итеп сығарыу өсөн Ниязбай Сәлимов ҙур тырышлыҡ һалды һәм ошо гәзиттең тәүге мөхәррире булды. Унан алда ул "Звезда" ("Йондоҙ”) гәзитенең мөхәррире булып та эшләп алды. Башҡортостанда саф башҡорт телендә "Йәшлек” республика гәзитен булдырыуға ла күп көс һалды һәм был гәзиттә лә мөхәррир булып эшләне. Был баҫманың тиражын арттырыуға, уның уҡымлылығын күтәреүгә тос өлөш индерҙе. Бөгөн иһә ул республикабыҙҙың төп баҫмаһы булған "Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире. "Башҡортостан” гәзите – ул халыҡты бер бөтөн итеп туплап тороусы баҫма ла. Төрлө конкурстар, мәҙәни саралар ойоштороп, гәзит уҡыусыларҙы әүҙемләштереп ҙур эш башҡара. Н.Сәлимов үҙе лә ижад кешеһе. Тыуған яғына, халҡына булған һөйөү хистәре уның йөрәгенән шиғыр, йыр булып урғылып сыға. Яҡташтарыбыҙ араһында ул үҙенсәлекле шәхес. Интеллектуаль һәләтлелеге, мәҙәнилеге, уҡымышлы булыуы менән дә айырылып тора. Башҡортостан Республикаһы Президенты аппаратында эшләгән йылдарында ла вазифаһы менән маһайманы, кешелекле, кеселекле булып ҡала белде.Кешелектең иң гүзәл сифаттарына эйә булған бик күркәм холоҡло шәхес ул. Мең мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың киләсәген хәстәрләү өҫтөндә лә эш алып бара. Тормош иптәше, районыбыҙҙың тағы ла бер күренекле шәхесеГөлнур Ноғоман ҡыҙы менән берлектә туған мәктәбендә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәреп, яҡшы уҡыусыларҙы дәртләндереп, улар өсөн үҙ ғаилә премияларын булдырған кешеләр бит Сәлимовтар.
Күренекле яҡташым Ниязбай Булатбай улын мин мәңге йәшел, меңәр йылдар йәшәгән ғорур ҡарағай ағасына оҡшатам. Ҡараштарын алға төбәгән ап-асыҡ йөҙ, бер кем алдында тегеләй-былай бөгөлмәгән төҙ кәүҙә, тура һүҙ, асыҡ күңел уның булмышы. Артабан да яҡташыма дөрөҫлөк һәм тоғролоҡ менән һуғарылған йөҙөнөң нурлы балҡышының, уйҙары яҡтылығының республика халҡына төшөп тороуын теләйем.
Флүрә ХӘЛИЛОВА,
 хеҙмәт ветераны.
 
Еҙем-Ҡаран ауылы.