Тәбиғәт ҡосағында ял итергә килегеҙ һеҙ “Артыш”ҡа
29 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан "Артыш” туристик базаһы бейек ҡаяға һыйынып ҡына ултыра. Саф һауалы, тыныс, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан база тормош ығы-зығыһынан ял итеү өсөн иң яҡшы, уңайлы урын. Һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынырға яратыусыларға ҡойма артында ғына Еҙем аға, тау үрҙәрен яуларға теләүселәр өсөн эргәлә генә өҫкә ауырҙай тойолған мәғрур ҡаялар бар. Бында һулыштар киңәйеп китә, йөрәк тыныслана, күңелдә аңлатып булмаҫлыҡ һиллек тыуа, бар мәшәҡәттәр ҙә онотола.
"Артыш” туристик базаһын аталы-уллы Александр һәм Денис Фомичевтар ойошторған.Ял итеүселәр ҡарағайҙан эшләнгән, заманса йыһазландырылған һәм бөтә шарттар ҙа булдырылған  өйҙәрҙә йәшәй. Толпар ауылындағыһы төп база булһа, һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта мунсаһы, өс өйө булған тағы ла бер базалары бар икән.
Кеше ниндәй генә матурлыҡ донъяһында йөрөмәһен, ниндәй генә тәбиғәт мөғжизәләрен күрмәһен, тамағы ас икән, бар ыңғай тәьҫораттар ҙа юҡҡа сығасаҡ. Быны яҡшы аңлай турбаза етәкселәре. Ял итергә килеүселәрҙе хуш еҫле, шифалы бал менән һыйлайҙар, төрлө үлән сәйҙәре тәҡдим итәләр һәм көнөнә өс тапҡыр ҡайнар аш менән тәьмин итәләр.
Хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған туристик базала ял итеү әллә ни  ҡыйбатҡа ла төшмәй. Мәҫәлән, бер кеше өсөн йәшәү, ашау-эсеү, мунса, төрлө экскурсион программалар менән ял итеү тәүлегенә  1500 һумға төшә. Шулай уҡ бер аҙнаға иҫәпләнгән ял итеү программаһы ла бар. Унда инде ял итеүселәргә тағы ла киңерәк экскурсион программалар тәҡдим ителә: Мәмбәт ҡаяһына менеү, яҡындағы мәмерйәләр менән танышыу, катамаранда Еҙем буйлап ағып төшөү һәм башҡалар. Ғаилә туризмына өҫтөнлөк биреүселәргә, бәләкәй балалары менән килеүселәргә ташламалар ҙа яһала. Ә 7 йәшкә тиклемге балалары өсөн бөтөнләй түләү ҡаралмаған "Артыш” турис-тик базаһында.
Ауылда туризмдың үҫеүе, етеҙ аҙымдар менән алға барыуы был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға ғына түгел, ә урындағы халыҡҡа ла файҙалы. Халыҡ базаға күмәртәләп һөт-майын, итен тапшыра йәки туристарға һатып  та ебәрә.
Кире яҡтары ла юҡ түгел, әлбиттә: тәртипһеҙ, ҡырағай туристарҙың тәбиғәтте бысратыуы, урмандарға зыян килтереүе, бесәнлектәрҙе тапауы урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. База етәкселәре бындай сетерек-ле ваҡиғаларҙы булдырмау өсөн бар көстәрен һала.
-    Беҙ туристик базала спиртлы эсемлектәр эсеүҙе ҡәтғи тыябыҙ. Махсус урындарҙа бөтә нәмәгә күҙ-ҡолаҡ булырға мөмкин, ә ҡырағай туристарҙы контролдә тотоп булмай бит инде, - ти Денис Фомичев.
Районыбыҙ эшҡыуарҙарының туризмды үҫтереү, яйға һалыу йүнәлешендә тағы ла әүҙемерәк эшләүен,          сәйәхәтселәрҙе һәм ял итеүселәрҙе күберәк ылыҡтырыуҙарын теләргә генә ҡала.
Айнур РӘХМӘТУЛЛИН.