РОДИНАЛА ҠОРБАН БАЙРАМЫ
27 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ҡорбан салдырыусылар ҙа байтаҡ ҡына булды. Латиповтар, Фәйзуллиндар, Ҡотлогилдиндар, Шәйбәковтар, Бакировтар, Ғәбиҙуллиндар, Бәшировтар салған ҡорбан итенән аш һәм былау бешерелде. Башҡа аҙыҡ-түлек алырға ауылыбыҙ эшҡыуары А.Шапошников, И.Шәйбәков, Р.Бакиров, Краноусолдан Г.Ҡаҙаҡҡолова ярҙам итте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың өйҙә бешереп килтергән ҡоймаҡ, бәлеш, бауырһаҡ, ҡош теле һәм башҡа ҡамыр ризыҡтарынан өҫтәл һығылып торҙо. Родина ауылының мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова Ҡорбан байрамы менән ҡотлап мәжлесте асҡас, Өфөләге "Ихлас” мәсете мөғәллимәһе, Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе ағзаһы Фатима абыстай Фәтҡуллина вәғәз һөйләне. Бер нисә йыл элек ул беҙҙең районда Ислам дине дәрестәре биргәйне. Уның күңелдәргә сәскән иман орлоҡтары Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән тамыр ебәрә башланы. Родинала ҡатнаш милләтле халыҡ йәшәгәнлектән, вәғәз һөйләү рус телендә барҙы. Мин дә Ҡорбан байрамының әһәмиәте тураһында әйтеп үтеп, рус телендә яҙған шиғырымды уҡыным.
Фатима ханым Ҡөрьән аяттары уҡығас, өлкән йәштәгеләрҙе ҡотланыҡ, Родина мәктәбе уҡытыусыларын да бүләкләп китеп, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңыштар теләнек. Красноусол башҡорт гимназияһында уҡыусы өс бала ятҡа Ҡөръән аяттарын һөйләне. Балаларға былау таратылды, улар тәмле емеш һыуҙары менән һыйландылар.
Ҡорбан байрамына килгән һәр кем күңелдәре сафланып, ауылыбыҙҙың йәнләнә башлауына шатланып, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты. Артабан да ауыл халҡын берләштергән ошондай күркәм саралар уҙып торор әле тип күңелдәрҙә өмөт уянды.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Родина ауылы старостаһы.