ИМАНЛЫ БУЛЫУ – ҮҘЕ БӘХЕТ
27 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Изге йома көнөндә Уҫман ауылының «Сибәғәтулла» мәсетендә эш-ғәмәлдәре менән һәр кемгә үрнәк булырҙай, зыялы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, мөслимәләр кәңәшмәгә йыйылды. Был тәрбиәүи сара төрлө йәштәге һәм төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә гүзәл зат вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итте.
Ислам динен тотоусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында уңышлы эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бихисап. Һәр ҡайһыһының сығышында ғаилә мөнәсәбәттәре, балалар тәрбиәләүҙә һәм дингә өйрәтеүҙә әсәнең роле, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының әхлаҡи ҡиммәттәре һәм хоҡуҡтары, мосолман йәмғиәтендә ғаилә ҡиммәттәре кеүек темалар күтәрелде.
Мосолман ҡатын-ҡыҙы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш һуң? Был хаҡта иман шарттарын, исламдың ғибәҙәттәрен, әхлаҡи нормаларҙы үҙ иткән Әлмира Әсҡәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина тәфсирләп бәйән итте. «Мөьминәләр холҡо һәм кейеме менән башҡаларҙан айырылып тора. Уларға тәүфиҡлы, юғары әҙәпле, әхлаҡлы, тыйнаҡ булыу лазым. Өҫ кейеменә килгәндә, сәстәр яулыҡ менән ҡаплаулы, кейем буй-һынды белендермәй, һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә булырға тейеш. Яулыҡ ябынып йөрөү – ҙур яуаплылыҡ ул», – тип һүҙен тамамланы Әлмира ханым һәм үҙе белем алған юғары дини уҡыу йортона башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла саҡырҙы.
Әйтергә кәрәк, был көндә йома намаҙына башланғыс синыф уҡыусылары ла йыйылған ине. Йәш быуындың тәрбиәле, иманлы, тәүфиҡлы булып үҫеүен ҡайғыртҡан уҡытыусы Лилиә Айҙар ҡыҙы Ғәлимова кесе йәштәге балаларҙың дини белемгә ихтыяжы ҙур булыуын, балалар аша ата-әсәләре лә дингә тартылыуын, был күренештең төрлө насар ғәҙәттәргә ҡаршы тороуҙың отошло юлы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Гөлнур Барый ҡыҙы Сәфәрғолова: «Ғәмһеҙ ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ арҡаһында ғаиләләр тарҡала, балалар, ата-әсәләре була тороп, сит кешеләрҙә тәрбиәләнә. Замана тыуҙырған насар ғәҙәттәр ғәҙәтигә әүерелеп бара, был афәттәргә ҡаршы торорлоҡ ныҡлы рухлы быуын тәрбиәләү – беҙҙең бурысыбыз. Шуға ла мәсеттәргә йөрөүселәр һаны артһа, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы имамдарыбыҙ күберәк булһа, тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк, кеше эске халәте менән гармонияла йәшәп яҡтылыҡҡа, ғилемгә ынтылыр, дөрөҫ йәшәү рәүешен һайлар, ә был иһә йәмғиәтебеҙҙә социаль тотороҡлоҡҡа килтерәсәк, етемдәребеҙ, меҫкендәребеҙ һаны кәмер», – тигән теләген еткерҙе.
«Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғаилә усағын, йылыһын һаҡлаусы булған. Ул булғанда йорт ҡотло, бәрәкәтле була. Сабырлығы, күңел йомартлығы, йомшаҡлығы, тыйнаҡлығы менән ул өйҙә тыныс мөхит булдыра. Әсәне йәнә нәзәкәтлек, инсафлыҡ, ихласлыҡ сифаттары ла биҙәй, улар «иман» төшөнсәһе менән бер ҡатарға ҡуйып ҡарала. Тәбиғәттәге матурлыҡ ҡояштан яралһа, ерҙәге изгелек, мәрхәмәтлелек әсәнән, ҡатын-ҡыҙҙан ярала», – тигән һүҙҙәр яңғыраны Бурлы ауылынан килгән Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы Яҡупова нәсихәтендә.
Эйе, ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ йөрөткәндә, беҙ иң беренсе әсә кешене күҙ уңында тотабыҙ. Ғаилә – дәүләттең, милләттең нигеҙе булған кеүек, ҡатын-ҡыҙҙы шул милләттең әсәһе менән сағыштырырға була. Бөгөн мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ғаилә усағын һаҡлау буйынса үҙенең изге бурысын үтәп кенә ҡалмай, йәмғиәтебеҙҙең социаль, сәйәси, иҡтисади тормошонда ла әүҙем ҡатнаша – иң мөһиме: битарафлыҡтан, вайымһыҙлыҡтан ҡурҡырға, иманлы булырға кәрәк. Был фекерҙәрен Р.К.Ишмырҙина Изге Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып дәлилләп ҡуйҙы.    
Кәңәшмәлә күпте күргән әбейҙәр, әсәләр, дини һабаҡтар бирә торған абыстайҙар бер-береһе менән ихлас аралашып, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр йөрәккә барып етте, тигән фекер ҡалды.
 
Римма ИШМЫРҘИНА,
Сәйетбаба ауыл ҡатын-ҡыҙҙар
 советы рәйесе.