Яҙмышың кем ҡулында, бала?..
26 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Донъяның ағы ла, ҡараһы ла була тигәндәй, йәмғиәтебеҙҙә "ауыр хәлле ғаилә” мөһөрө һуғылғандар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһендә тиерлек осрай. Эскелек менән мауыҡҡан, балалары йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған атай-әсәйҙәрҙе тура юлға тартыу, ауыр хәлдә ҡалған сабыйҙарҙың хоҡуғын яҡлау маҡсатында махсус комиссиялар эшләй, ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙар, ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләр һәр саҡ контролдә тотола. Комиссия әленән-әле имен булмаған ғаиләләрҙә булып, балаларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүе менән танышып тора.
Профилактик эште тағы ла көсәйтеү маҡсатында район хакимиәтендә аҙнаның тәғәйен көнөндә профилактика көнө уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ҡарарға ярашлы имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, иҫәптә торған, социаль яҡтан хәүефле булған һәм опекун ғаиләләрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, социаль яҡлауға мохтаждарға ярҙам итеү мәсьәләһе буйынса күсмә ултырыштар үткәреү йәһәтенән план һәм график төҙөлдө. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов етәкселегендә район хакимиәтенең Опека һәм попечителлек секторы, бәлиғ булмағандар эше буйынса комитет, мәғариф бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше бу-йынса төркөмө, Комплекслы үҙәк вәкилдәренән торған комиссия составы раҫланды.
11 ноябрҙә профилактика көнө Аҡкүл ауыл биләмәһенән башланды.
Күсмә ултырыш эшендә район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы К.С.Павлов, урындағы мәктәп, медицина өлкәһенән вәкилдәр ҡатнашты.
Уйланмаған аҙым хаталарға илтә
Комиссия ултырышына бер-бер артлы төрлө кешеләр саҡырылды. Һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙенә хас хәл-ваҡиғаһы, проблемаһы. Әммә уларҙың барыһын да бер нәмә - эскелек һәм яуапһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек берләштерә.
Тәүгеләрҙән булып улы К. менән күп балалы әсә С.Р. саҡырылды. Был ғаиләнең йәшәр урыны юҡ, дөрөҫөрәге улар Ҡаҙағстандан С.-ның эсергә әүәҫ әсәһе янына ҡайтып һыйынғандар. Комиссияла урлашҡан өсөн К.-ның тәртибе тикшерелде. Ауыл хакимиәте тарафынан был ғаиләгә торлаҡ мәсьәләһендә ярҙам буласаҡ тип хәл ителде. Әсә кешегә эшкә урынлашырға, халыҡты социаль яҡлау бүлеге аша кире ҡайтарылмай торған субсидиялар юлларға, комендант сәғәтенән һуң бәлиғ булмаған баланы урамда йөрөтмәҫкә ҡушылды.
- Һеҙгә, күмәк балалы кешегә, мал тоторға кәрәк, ит-һөт үҙегеҙҙеке булыр ине, мал-тыуар алыр өсөн шундай субсидия бирелә бит, - тип кәңәш итте комиссия ағзалары.
Шулай уҡ О.С.-ның улы Д.-ның да тәртибе тикшерелде. Тәү ҡарашҡа был малай комиссия алдына яңылышлыҡ менән килеп баҫҡан һымаҡ. Сөнки ул етеш, тулы ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһенең эш урыны бар, атаһы вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Ул мәктәптә яҡшы уҡыусыларҙан һанала, баскетболға йөрөй. Тик ауыр холоҡло, имен булмаған ғаиләнән булған үҫмергә эйәреп, урлашыу осрағында ҡатнашҡан. Ултырышта улына тейешенсә иғтибар бирмәгәне өсөн малайҙың әсәһенә шелтә эләкте. Уйланмаған, хата аҙымы һәм еңел-елпе ҡылығы өсөн Д. ауыр хәлгә тарыны. Тик уға башҡаса был хатаны ҡабатларға яҙмаһын.
Ата-әсәлек бурысы үтәлмәгән
Ленин урамында йәшәүсе М.Я. комиссияның "даими ҡунағы”. 29 йәшлек 5 бала әсәһе эскелек һаҙлығына батҡан. Балаларҙың иң өлкәне 1-се класта уҡый. Ҡатын тиҙ арала төҙәлергә, эскенән дауаланырға һүҙ бирҙе. Шулай уҡ уға балаларын тейешенсә тәрбиәләргә, документтарын әҙерләп, балалар баҡсаһына йөрөтөргә ҡушылды.
Л.Т.-ның да әсәлек бурысын үтәмәүе билдәле булған. Ауыл советына уларҙың эскелек менән мауығыуы, йыш ҡына ғауғалашыуҙары хаҡында әленән-әле хәбәр итеп торалар. Ғаиләлә 4 бала үҫә. Л.Т. күршеләренең бушҡа яла яғыуын, иренең Өфө янында эшләп ял көндәрендә генә ҡайтыуын, эсһә лә тауыш сығармауын иҫбатларға тырышты. Уйлап ҡараһаң, уларҙың хаҡмы, түгелме икәнлеге мөһим дә түгел, тик балаларҙың ошондай "шайтан туйы” шау-шыуы араһында үҫеүе йәнде әрнетә. Кемдәрҙер балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан айҙар буйы сиратта тороп, сабыйҙарын ҡайҙа йөрөтөргә, урынлаштырырға белмәй ҡаңғыра. Ә былар булған мөмкинлектән файҙаланмай, имештер, баҡса йыраҡ.
Антоновка ауылынан С.Т. ла бындай ултырышҡа тәүге тапҡыр саҡырылмай. Был юлы ла уны 17 йәше яңы тулған ҡыҙы тураһында һөйләшергә саҡырғандар. Әлеге мәлдә атай кеше ҡыҙының ҡайҙа икәнлеген белмәй. Урындағы комиссиянан әйтеүҙәренсә, ул төрмәнән яңы ҡайтҡан бер егет менән йәшәй икән.
- Уны беҙ тыуғас та үҙебеҙҙең тәрбиәгә алғайныҡ. Беҙҙең үҙ ата-әсәһе түгеллегебеҙҙе белде лә, һанға һуҡмай, тыңламай башланы. Ә ҡыҙыҡайҙы насар ҡараныҡ тип әйтә алмайым. Унан бер нимә лә йәлләмәнек, барыһы ла бар ине, - ти атай кеше. С.-ға ҡыҙын эҙләп табып, опека секторына мөрәжәғәт итергә кәңәш ителде.
- Был осраҡта уның никахҡа инеү йәшен кәметәбеҙ һәм ул егете менән яҙылышып йәшәһен, һеҙҙән дә яуаплылыҡ алыныр, - тине комиссия ағзалары.
Оло йәштәге Е.С.-ны үҙе менән бергә йәшәгән 42 йәшлек улы А.Ф. йәберләй икән. Ҡатын улының эшләмәүенә, уның пенсияһына йәшәүенә зарланды, ауыл советына ярҙам һорап килеүен әйтте. Әсәнең улын табип-психиатрға күрһәтеп ҡарарға кәрәк, тип тәҡдим иттеләр.
Был көндө комиссия ағзалары бына ошондай мәсьәләләрҙе ҡараны. Ғөмүмән, ултырышта ҡатнашыу күңелдә бик ауыр тойғолар ҡалдырҙы. Тәрбиә, иғтибар етмәгән балалар, ғәмһеҙ, битараф ата-әсәләр, ата - әсә - бала мөнәсәбәте…
"Йәшел йылан”ға алыштырылған балалар
Күсмә ултырыштан һуң комиссия ағзалары урындарға сығып, ауыр ғаилә булараҡ иҫәптә тороусыларҙың көнитмеше менән танышты, әңгәмәләр алып барҙы, мөмкин тиклем уларҙың проблемаларын хәл итергә тырышты.
Тәүге йортта хәл бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәргән тигән һығымта яһаны комиссия ағзалары. Ике балаһы булған 24 йәшлек Е.К. ла, уның өйҙәше И.М. да айныҡтар. Өй йыйыштырыулы. Ғаилә Е.-ның 1942 йылғы өләсәһе Л.М. менән бергә йәшәй. Йәш ҡатындың тәүге иренән 4 йәшлек һәм өйҙәшенән 6 айлыҡ улы бар. Ғаилә башлыса әбейҙең пенсияһына һәм балалар пособиеһына көн күрә. Е. эскенән дауаланырға барырға ризалашты.
6 балалы О.П.-ның йортонда ла йәшәү шарттарының насар булыуы, балаларҙың аслы-туҡлы көн итеүе асыҡланды.
Өсөнсө йорттан да ауыр тойғолар менән сыҡтыҡ. К. һәм В.М.-дар ғаиләһендә өс ҡыҙ бала үҫә. Ата-әсәһе үлеп, етем ҡалған ҡустыһы С. ла К.-ның опекунлығында. Төш мәле етеүгә ҡарамаҫтан, беҙ килгәндә өлкәндәр "йоҡо һимертә” ине. 9-сы класта уҡыусы С. ла мәктәптә түгел, дәрес ҡалдырыуын "ауырыйым” тип аңлатырға маташты. Өйҙә береһе икенсеһенән бәләкәй өс бала. Тышта һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, мейескә яғылмаған, өй һыуыҡ. Ишектән ингән ерҙә бысраҡ кейем-һалым өйөмө. Балалар ныҡ йүткерә. Комиссия ағзалары әйткәс кенә атай кеше мейескә яғырға бер ҡосаҡ утын алып инде. Ир менән ҡатындың "бахмурҙан” ауырыуы йөҙҙәренә сыҡҡан. 1-се класта уҡыған ҡыҙсыҡтың тәне уттай яна, температураһы күтәрелгән. Руслан Йәғәфәр улы уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатты.
Ә бына О.К.-ны өйөндә тап итмәгәс, комиссия ағзалары уның әсәһе йортона йүнәлде. Ҡатын да (ире үлгән), ике балаһы ла әсәһе янында йәшәй икән. Шулай хәйерлерәктер ҙә, сөнки О.К.-ның емерек йорт-ҡураһынан башҡа бер нимәһе күҙгә ташланманы. 36 йәшлек, әммә күп эсеүҙән кибеп-һарғайып бөткән ҡатын дауаланырға ризалашты.
Артабанғы йортта ла балаларын араҡыға, сит иргә алмаштырған бер нисә ҡатынды, михнәттәр менән үҫкән сабыйҙарҙы күреп тетрәнергә тура килде. Бында бер нисә ҡатын – 5 балалы О.К., уның апаһы – 4 балалы А.Я. һәм уның ҡәйнәһе, бәлиғ булмаған балаһын – 5 йәшлек ҡыҙын эйәрткән М.К. ысын "шайтан туйы” ойошторған. Комиссия эҙләгән 17 йәшлек Юля менән уның бергә йәшәгән егете лә бында булып сыҡты. Улар икеһе лә иҫерек, опека секторы вәкиле уларҙы бергә йәшәүҙәрен рәсмиләштереү буйынса килергә ҡул ҡуйҙырҙы. Бәләкәй генә өй иҫеректәр менән тулы, балалар ҙа шунда. Тоторға ла ерәнгес һауыт-һаба, диван һәм унда өйөлгән бысраҡ кейем-һалым, балалар йоҡлап йөрөгән ике яруслы карауат, буш һыуытҡыс, телевизор ишараты - өйҙәге бөтә булған мөлкәт шул. Лаяҡыл иҫерек әсә (хәйер, уның был бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бармы икән?) күп илауҙан ярһыған бер йәшлек улын имеҙергә маташа. Йортта бер һауыт тоҙҙан башҡа тәғәм ризыҡ табылманы. Балалар нимә менән туҡлана һуң?! Билдәле, ас ултыралар. Был ғаиләләр ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрамай. Бының сәбәбен ҡатындар аҡса юҡлыҡ менән аңлатырға маташты. Нәфсене тыйып, спиртлы эсемлектәрҙән баш тартырға, балаларҙы тәрбиәләргә, ваҡытында ашатып-эсереп, өҫ-баштарын йыуырға, йоҡлатырға кәрәклеген аңлауҙан үткәндәр.
Эйе, арабыҙҙа насар йәшәгән кешеләр ҙә, күптән упҡынға тәгәрәгәндәр ҙә, әле шул упҡын ситендә торғандар ҙа бар. Кешенең йәшәү рәүешен, уның балаларына булған мөнәсәбәтен бер көн эсендә генә үҙгәртеүе ауыр. Тәүге тәрбиәне ошондай мөхиттә алған балалар ҙа артабан ҡанына һеңгән ғәҙәттән арына алмаҫ, киләсәктә улар ҙа ата-әсәһе юлын ҡыумаҫ тип бер кем дә әйтә алмай. Кешенең айыҡ, яҡшы тормошҡа ынтылышы булмай тороп, уны өгөтләү ҙә файҙаһыҙ. Шулай ҙа бындай рейдтар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Вайымһыҙлыҡ упҡынына тәгәрәүселәр үҙ ҡылыҡтары өсөн оялып, аңына килеп, балаларының киләсәге хаҡында хәстәрлек күрә башлаһа ине.
Гөлсиә КӘРИМОВА.