Хеҙмәттәр - уңайлылыҡ өсөн
24 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Граждандарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн РФ Пенсия фондының Ғафури районындағы идаралығы түбәндәге хеҙмәттәр күрһәтә:
1. Документтарға (пенсия ҙурлығы тураһында белешмә, документтар күсермәһе, пенсия таныҡлығының дубликатын эшләтеү һ.б.) алдан заказ биреү. Әҙер документтарҙы заказ биргәндең икенсе көнөнән башлап алырға мөмкин.
2. Белгестәргә ҡабул итеүгә алдан яҙылыу. Мөрәжәғәт иткәндең икенсе көнөнән башлап гражданға уңайлы ваҡытҡа яҙылырға була.
Документтарға заказ биреү һәм белгескә алдан яҙылыу 2-72-55 телефоны аша, үҙең килеп мөрәжәғәт иткәндә, Пенсия фонды идаралығының клиенттар залындағы инфомат аша, шулай уҡ РФ Пенсия фондының Интернеттағы рәсми сайтында, адресы: www.pfrf.ru ( төп биттә "Услуги ПФР в электронном виде и с использованием СМЭВ” тигән эслеккә инергә, артабан – "Предварительная запись на прием”).
3. Төшкө ял ваҡытында (13.00-дән 13 сәғәт 45 минутҡа тиклем) граждандарҙы белешмә хеҙмәте белгесе ҡабул итә, унда иң күп һоралған мәсьәләләр буйынса хеҙмәтләндерәләр (телдән консультациялар, пенсия ҙурлығы тураһында белешмәләр биреү һ.б.).
Быларҙан тыш, бөтә төр страховкалаусыларға (улар – ойошма һәм предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар, адвокаттар, шәхси нотариустар һ.б.) уңайлылыҡ өсөн түләүҙәрҙе сағыштырыу, отчеттар биреү, бирәсәктең булыуы йәки булмауы, квитанциялар баҫтырып биреү кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Был төр хеҙмәттәрҙе шулай уҡ РФ Пенсия фондының рәсми сайтында, адресы: www.pfrf.ru (төп биттә "Услуги ПФР в электронном виде и с использованием СМЭВ” эслеге, артабан "Кабинет плательщика”) алырға була. Белешмәләр өсөн телефондар: 2-72-55, 2-22-68.