Сәсән дә, батыр яугир ҙа
27 февраля 2013 йыл | Йәмғиәт

Сәсән дә,  батыр яугир ҙа"Яҡташтар” проекты үткәндәр менән бөгөнгөнө бергә бәйләү, тарихи шәхестәр йөҙөндә тыуған яҡтың үткәне менән яҡынданыраҡ танышыу, тыуған төйәккә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи шәхестәребеҙҙе бик аҙ беләбеҙ шул. Ошо хатаны бер аҙ булһа ла төҙәтеү маҡсатында үҙенең башҡарған эше, ҡылыҡ-фиғеле менән яҡты эҙ ҡалдырған, халыҡ мәнфәғәте өсөн йәнен аямай көрәшкән, азатлыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылған сәсән-импровизатор, ҡыйыу яугир, оҫта ойоштороусы, Кәлсер-Табын волосы старшинаһы Килдеш Агиев менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Килдеш Агиев XVII быуат аҙағы XVIII быуат баштарында  (сама менән 1675-1740 йылдар) йәшәгән тарихи шәхес. Ул Кәлсер-Табын ырыуы башҡорто һәм шәжәрәһе менән Кәлсергә барып тоташа. Бөгөн район биләмәһендә йәшәгән Кәлсер-Табын, Кесе-Табын ырыуы башҡорттары тарихи шәхестәр булған Кесе менән Кәлсерҙән таралған. Бәрлеүәҫ йылғаһы (Бурлы йылғаһының һул ҡушылдығы) буйында Кесе исемле ауыл булыуы ла билдәле. Килдеш Агиевтың нәҫел ептәре Кәлсергә барып тоташа. Килдеш Кәлсерҙең бишенсе быуын ейәне булған. Килдештең Еҙем йылғаһы буйында, Мағаш тауы итәгендә, бөгөнгө Аҡташ менән Һабай ауылдары араһында ауыл ҡороп йәшәүе билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, восстание баҫтырылғандан һуң Килдеш ауылы карателдәр тарафынан яндырыла. Элекке ауыл урынын халыҡ әле лә "Килдеш яланы” тип йөрөтә.
 Килдеш Агиев Кәлсер-Табын волосы старшинаһы булып торған. Ул ваҡытта волость ҡарамағында 15-20-ләп ауыл булған. Был вазифаға бик абруйлы, халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған кешеләрҙе генә тәғәйенләүҙәрен иҫәпкә алғанда, ул заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе булған тип һис икеләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Тарихтан билдәле булыуынса, Петр I заманында шведтар менән 21 йылға һуҙылған оҙайлы һуғыш (тарихҡа "Төньяҡ һуғышы” тип инеп ҡалған) алып барылған. Оҙайлы һуғыш алып барғас, илгә бик күп аҡса, ҡорал эшләү өсөн мәғдән кәрәк булған. Батша хөкүмәте илгә кәрәкле аҡсаны халыҡҡа һалынған көс еткеһеҙ һалым менән ҡаплатмаҡсы була. Батшаның Андрей Жигалов тигән һалым йыйыусыһы башҡорттарға 96 төрлө (!) һалым һала. Халыҡта бөгөнгө көнгә тиклем ҡулланылған "Әндрәй ҡаҙнаһы” тигән әйтем шунан тороп ҡалған да инде. Ҡорал эшләү өсөн Көньяҡ Уралда, башҡорттар йәшәгән төбәктә күпләп баҡыр иретеү заводтары төҙөлә башлай. Был хәл Петр батша үлгәндән һуң (1725 йыл) тағы ла көсәйеп китә. Башҡорттарҙы башҡа баш күтәрмәҫлек итеү өсөн төбәкте ҡала-ҡәлғәләр менән уратып алыу планы булдырыла. Ошо маҡсатта 1734 йылда Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу маҡсатында Өфө ҡалаһынан драгундар отряды оҙатыуында ылауҙар юлға сыға. Батша хөкүмәтенең "Ырымбур экспедицияһы”на Кириллов етәкселек итә. Башҡорттар үҙ ерҙәрендә бер ниндәй рөхсәтһеҙ ҡала һалырға уйлауҙарына ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә һәм йәнә яуға күтәрелә. Әлеге Стәрлетамаҡ ҡалаһы тирәһендә башҡорттар Кириллов отрядына һөжүм итә һәм ошоноң менән Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыуҙы тотҡарларға тырыша. Сәсән-импровизатор булған Килдеш Агиев тыуған ерен һаҡлау маҡсатында ҡулына ҡорал алырға мәжбүр була. Архив документтарында был хаҡта бына нимә тиелә (һүҙмә-һүҙ): "...самое де начало нынешнего бунту от пехотения допустить штатского советника Кирилова строить Оренбург, а главные тому бунту завотчики волостей Калчирской Килдыш, Дуванской Салтан Арсланбеков, Усерганской Алгуша, и зборсче де было в Усергинской волости.” ("Дело Сената по Кабинету” китабынан).
Күренеүенсә, Килдеште төп боласыларҙың береһе итеп күрһәтәләр. Халыҡты яуға күтәргәндә уның сәсәнлек һәләте лә ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Ни өсөн тигәндә, халҡыбыҙ тарихында сәсәндәр ҙур урын алып тора һәм күп йәһәттән улар азатлыҡ хәрәкәтен башлаусы булғандар. Татар-монгол яуына ҡаршы Һабрау сәсәндең өндәп йөрөүе билдәле. Байыҡ-Айҙар сәсән Салауат яуында, һуңғараҡ уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйгә яу килгәндә 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы алдынан халыҡты илде һаҡлауға өндәп мөрәжәғәт иткән. Килдеш Агиев та үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмағандыр, тип фаразларға мөмкин.
 1737 йылда Батша хөкүмәте ихтилалды баҫтырыу өсөн Башҡортостанға бик күп регуляр ғәскәр ебәрә, төрлө яуҙарҙа сынығыу алған Румянцевты яуаплы итеп тәғәйенләп ҡуя. Башҡорт ауылдарын талау, яндырыу башлана. Был йәһәттән бигерәк тә суҡынған татар мырҙаһы Александр Тефкелев (халыҡта Тәфтиләү) ҙур тырышлыҡ күрһәтә, меңәрләгән башҡорт ауылын яндырыуға, халҡын үлтертеүгә өлгәшә. Көстәр тигеҙ түгеллеген күргән Килдеш сәсән үҙ халҡын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында 1738 йылда ҡорал һалыуын белдереп, Батша хөкүмәтенә ярлыҡау һорап мөрәжәғәт итә. Әммә был ғына уны ауылын яндырыуҙан һаҡлап ҡалмай. Яу башлыҡтарына ҡарата булған ошондай мөнәсәбәт яңы яуҙарға алып килә. 1739-1740 йылдарҙа Башҡортостанда Ҡараһаҡал етәкселегендә йәнә ихтилал башлана. Ә Килдеш Агиевты 1740 йылда Минзәлә ҡалаһына алып барып ябалар. Ошо мәлдә 1704-1711 йылдарҙағы яу башлығы Алдар Иҫәнгилдин дә үҙенең яуҙаштары менән 1740 йылда Минзәлә ҡалаһында дар ағасына аҫып үлтерелә. Халыҡ азатлығы өсөн көрәшеүсе батыр яҡташыбыҙ Килдеш Агиевтың ғүмере лә шулай өҙөлгәндер.
 Үҙе үлһә лә уның юлын улдары, ейәндәре дауам итә. Уның ейәне Һабай Ҡотлин старшина дәрәжәһенә күтәрелә, 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев етәкселегендәге яуҙа әүҙем ҡатнаша, Һабай ауылына нигеҙ һала. Улы Ҡунаҡбай Килдешев Пугачев полковнигы дәрәжәһенә күтәрелә. Икенсе бер улы Буран Килдешев Кәлсер-Буран ауылына (Ауырғазы районы), дүртенсе быуын ейәне Ибраһим Таусин хәҙерге Ибраһим ауылына нигеҙ һала. Хәҙерге Ибраһим, Һабай һәм ошо тирәләге башҡа ауылдарҙың халыҡтары (сөнки Килдеш ауылы менән бергә Еҙем буйында 7 ауыл яндырыла) үҙҙәренең ҡарт олаталары Килдеш Агиев менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
 Һаҙый ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
 Самат ҒӘЛИУЛЛИН.