Пособиелар күләме арта
18 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

Балалары булған граждандарға бирелеүсе пособиеларҙың ҡайһы бер төрҙәре артты.
Мәҫәлән, 2014 йылдың 1 декабрендә ҡабул ителгән "2015 йылға һәм планлаштырылған 2016 һәм 2017 йылдарға федераль бюджет” тигән 384-се федераль законға ярашлы, балалары булған граждандарға бирелеүсе дәүләт пособиеларына билдәләнгән индексация коэффициентын (1,05) һәм Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 2015 йылдың 1 ғинуарынан улар түбәндәге күләмдә була:
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә баҫҡан буласаҡ әсәләргә бер тапҡыр бирелеүсе пособие 2014 йылдың 1 ғинуарынан 592 һум 63 тин ине, 2015 йылдың 1 ғинуарынан ул 625 һум 22 тин тәшкил итә.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие (бала тыуғанға тиклем 70 көн һәм тыуғандан һуң 70 көн). Тулы календарь айға булыуы ихтимал иң күп сумма 2014 йылдың 1 ғинуарынан – 592,63 һум, 2015 йылдың 1 ғинуарынан 625,22 һум.
Бала тыуғас бер тапҡыр түләнеүсе пособие 2014 йылдың 1 ғинуарынан 15803,29 һум, ә 2015 йылдың 1 ғинуарынан 16672,47 һум.
Призыв буйынса хеҙмәт итеүсе хәрби хеҙмәткәрҙең йөклө ҡатынына бер тапҡыр бирелеүсе пособие 2014 йылдың 1 ғинуарынан 25026,16 һум, 2015 йылдың 1 ғинуарынан 26402,59 һум.
Ошондай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына ай һайын түләнеүсе пособие 10725,50 һум ине (01.01.2014 йылдан), быйылғы йыл башынан ул 11315,40 һум тәшкил итә.
Йәш ярымға тиклемге баланы ҡарауға айлыҡ пособие күләме беренсе балаға 2963,12 һум, 2-сеһенә һәм артабанғыларына 5926,23 һум булһа (01.01.2014), быйылдан улар тәүге балаға 3126,09 һум, 2-се һәм артабанғыларын ҡараған өсөн 6252,17 һум.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск осоронда (1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса отпуск ваҡытында) ойошма бөтөрөлөү сәбәпле тейешле тәртиптә эшенән бушатылған кешеләргә йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие бындай отпускыға киткәнгә тиклемге һуңғы 12 календарь айҙағы уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә билдәләнә, уның максималь күләме 11852,48 һум ине, 2015 йылдың 1 ғинуарынан – 12504,36 һум.
Йәнә шуны хәбәр итәбеҙ: 2014 йылдың 4-се кварталы өсөн йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау өсөн бирелеүсе пособиелар түләү РФ Хеҙмәт министрлығынан тулы күләмдә финанс-лап еткерелмәне. Бындай хәл бер беҙҙә түгел, Рәсәйҙең башҡа субъекттарында ла килеп тыуҙы. Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәт буйынса, биреп еткерелмәгән аҡсалар 2015 йылдың тәүге декадаһында түләнәсәк, шуға ла пособие алыусыларҙың сабыр итеп, көтөп тороуҙарын һорайбыҙ.
Рамазан МӨХӘМӘТШИН,
Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү
республика үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһы
буйынса филиалының
Ғафури районындағы бүлеге начальнигы.