Бергәләшеп ҡышты оҙаттылар
25 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау, йәғни Масленица байрамы уҙғарыу – борондан килгән матур йола. Уҙған шәмбе көндө был йолаға тоғро ҡалып, өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға Масленица байрамына йыйылды.
Майҙан уртаһында ҡыштың ҡарасҡыһы үҙ сәғәтен көтә. Красноусолдағы 2-се (башланғыс кластар бик әүҙем ҡатнашты) һәм Зареченский мәктәптәре уҡыусылары әҙерләп килтергән Масленица йәме булған ҡоймаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ ине, теләгәнеңде һайлап алып, ауыҙ ит кенә.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде? Мәҙәниәт һарайы артистары, "Землячки” халыҡ хорының дәртле йырҙары байрам биҙәге булды. Балалар ижады үҙәге методистары төрлө ҡыҙыҡлы уйын-ярыштар ойошторҙо. Иң тәмле, иң уңған ҡоймаҡҡа конкурс иғлан ителде һәм еңеүселәр бүләктәр алып ҡыуанды. Байрамда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ике мәктәп тә бүләкләп үтелде.
Байрамдың иң күркәм өлөшө, әлбиттә, ҡышты оҙатыу мәле булғандыр. Ҡыш ҡарасҡыһы яндырылып, уның менән шулай хушлашты һәм яҙға аяҡ баҫты сарала ҡатнашыусылар.
Индира ИШКИНА.