Шифахана йылды барланы
30 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Шифахана йылды барланыУҙған йыл йомғаҡтарына арналған дөйөм йыйылыштың рәсми өлөшөндә хеҙмәткәрҙәргә директорҙың "Шифахананың 2014 йылдағы эшмәкәрлегенең һәм дауалау эше йомғаҡтары, 2015 йылға бурыстар" тигән доклады һәм Коллектив килешеү буйынса үҙ-ара йөкләмәләрҙең нисек үтәлеше буйынса Вәкиллекле органдың отчеты тәҡдим ителде.
"Уҙған йыл беҙҙең өсөн йомарт һәм ваҡиғаларға бай булды, - тип башланы үҙ сығышын Ф.Х.Мәжитов. - Беҙҙең өсөн ул юбилей йылы булып хәтерҙә ҡалды - шифахананың 90 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналар үтте. Шифахана биләмәһендә үҙ аҡсабыҙға төҙөлгән яңы объект - "Старт" сервис-һауыҡтырыу үҙәге асылды. Әйткәндәй, яңыраҡ ул Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә төҙөлгән иң яҡшы торлаҡ комплекстар, айырым торлаҡ йорттар һәм гражданлыҡ биналарына БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тарафынан йыл һайын үткәрелеүсе смотр-конкурста
I дәрәжәле Дипломға лайыҡ булды.
Былтыр "Шифахана-2014" Бөтә Рәсәй форумында беҙ төп номинацияларҙа - "Иң яҡшы шифахана" һәм "Иң яҡшы шифахана етәксеһе" булараҡ ике алтын миҙалға лайыҡ булдыҡ.
Шифаханабыҙ "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" республика конкурсы еңеүсеһе һәм "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" конкурсы лауреаты булды, юғары сифатлы хеҙмәттәр күрһәткән өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһының II дәрәжәле Дипломына лайыҡ булды.
Бөтә был наградалар артында тотош "Красноусол" шифаханаһы коллективының көндәлек тырыш хеҙмәте, ғәйәт ҙур эше тора".
Сығышты оҙата барған слайдтар шифахананың уңышлы эшен ап-асыҡ дәлилләп торҙо: корпустарҙың ял итеүселәр менән күпмегә тулыуы, рентабеллелек, дөйөм килем, һалымдар күсереү, дәртләндереүсе түләүҙәр бирелеүе, матди һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытып алыу һәм квалификацияһын күтәреү һ.б. аныҡ һандарҙа сағылыш тапты.
Вәкиллекле орган отчетында ла шифаханала эшләүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән әһәмиәтле саралар һәм ярайһы ҙур суммалар хаҡында һүҙ барҙы. Киләһе йылдарға яңы Коллектив килешеү проекты ҡабул ителде. Илдәге иҡтисади хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Коллектив килешеүҙә төрлө түләүҙәр һәм дәртләндереү сараларына ҡағылышлы барлыҡ пункттар ҙа һаҡлап ҡалыныуын да билдәләп үтергә кәрәк.   
Йыйылыш, йолаға ярашлы, 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса пландарҙы арттырып үтәгән һәм намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү һәм байрам концерты менән тамамланды.
Лилиә ИСХАҠОВА.