Төйәгебеҙ тамыры – тарихта
30 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Табын башҡорттары үҙ хоҡуҡтарын яҡлап башҡа ихтилалдарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бының сәбәбе бер – башҡорттар үҙ ерҙәрендәге тоҙ ятҡылыҡтарынан файҙалана алмайҙар, уларҙың рөхсәтенән тыш күпләп ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөлә. Ошоларға яуап итеп 1773-1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев менән Салауат Юлаев етәкселегендәге ихтилалға ла Табын ырыуы башҡорттары әүҙем ҡушылалар. Башҡа милләт вәкилдәре лә ситтә ҡалмай.
Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы осоро йылдары ла беҙҙең төбәктә юйылмаҫлыҡ тарихи эҙҙәр ҡалдырҙы. Граждандар һуғышы осоронда бөгөнгө район биләмәһе ҡамауҙа ҡалһа ла, оҙаҡ ваҡыт "Ҡыҙыл Усолка республикаһы” йәшәне. Был республиканы булдырыуға хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә (бөгөнгө Шайморат) ауылы халҡы ҡораллы отряд ойоштороп, Усолкаға табан походҡа сығалар. Юлда уларға Бишауыл, Һарт, Үтәгән ауылдары халҡы ҡушыла. Революцион Усолка республикаһы, данлы Блюхер партизан рейдының төп нигеҙ сығанағы, уны тулыландырыусы булды. Легендар оҙайлы походта ҡатнашыусыларҙың төп көсөн Усолка  революцияһы кешеләре тәшкил итте. Был партизан отряды составында Калмыков етәкселегендә айырым Богоявлен төркөмө булдырыла. Блюхер отряды ҡорал, аҙыҡ-түлек, аттар, ҡыйыу көрәшселәр менән тулыландырылды. Был отрядҡа райондың башҡа ауылдарынан да ҡыйыу ҡушылалар. Мәҫәлән, бер Уҫман ауылынан ғына 22 доброволец ошо отряд һуғышсыһы булып китә. Еҙем-Ҡаран, Яҡтыкүл, Ҡарағай ауылдары халҡы ла "ҡыҙылдар” яғында күпләп була. Был осор хаҡындағы хәтирәләр топонимик атамаларҙа ла һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, Архангел һәм Ғафури райондары сигендә Еҙем йылғаһының бер кисеүен халыҡ әле лә "Каширин кисеүе” тип йөрөтә. Мағаш тауындағы бер юл "Калмыков юлы” булып йөрөй һ.б.
Район ойошторолғанға тиклем үк ауылдарҙа күмәк хужалыҡтар – колхоздар барлыҡҡа килә башлай. Һәр ауыл үҙе бер колхоз булып ойоша. Ҙур ауылдарҙа иһә ике-өс хужалыҡ булып китә.  1930 йылдың август айында районыбыҙ ойошторола һәм уға Красноусол исеме бирелә. Октябрь революцияһынан һуң Богоявлен ауылы Владимир Ильич Ленин күрһәтмәһе буйынса Красноусол тип үҙгәртелә һәм яңы ойошторолған районға ла ошо исем бирелә. 1940 йылдар башына районда 89 колхоз булып китә. Колхоздарҙы ике – Бурлы һәм Яңғыҙҡайын МТС-тары хеҙмәтләндерә. Һуңғараҡ был МТС-тар бергә берләштерелеп, эреләтелеп, Табын МТС-ы ойошторолдо. 1940 йылда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан районға уның исеме бирелә һәм Ғафури районы булып китә.
1930-40-сы йылдарҙа яңы аяҡҡа баҫып килгән колхоздарҙа халыҡ яңы тормош ҡороу өсөн дәртләнеп, айырыуса тырышып эшләй. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ тәүге наградалар яулана. Колхозсылар Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1936 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә алдынғы быҙау ҡараусы Зөлфиә Нәҙершина "Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Был бүләкте уға ил етәксеһе Иосиф Сталин үҙе тапшыра. Нәҙершина 1939 йылда колхозсыларҙың  I Бөтә Союз съезына делегат итеп тә һайлана. 1936-1947 йылдарҙа БАССР Юғары Советы депутаты була. Күмәк хужалыҡ колхозға ойошҡанға тиклем үҙе кеүек ябай крәҫтиән егетенә тормошҡа сыға. Эш һөйөүсән, ваҡытында белем ала алмаған  ябай ауыл кешеһе йөҙөндә Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң кеше тормошо, унда ниндәй үҙгәрештәр булыуы һәм ниндәй бейеклектәргә күтәрелә алыуы миҫал булып тора. Совет власы осоронда кеше хеҙмәте уның байлығына, аҡсаһына, зат-ырыуына түгел, ә намыҫлы эшенә, иленә ҡарата патриотик тойғоһона ҡарап баһалана ине. Районда коллектив хужалыҡ ойоштороуҙа һәм колхоздарҙы уңышлы етәкләүҙә  Ленин орденына лайыҡ булыусы Камал Сәғәҙиев (Сәйетбаба), ике хәрби орденлы Кашбулла Йәнбәков (Яңғыҙҡайын),  өс хәрби орденлы Баттал Мозафаров ("Мағаш” колхозы), В.Смоленцев (Дмитриевка), Хызыр Муллағолов (Яҡтыкүл) һәм башҡа бик күп ойоштороусыларҙы атап китергә мөмкин. Улар ауылда революцион үҙгәртеп ҡороуҙарҙың уңышына, халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ныҡлы ышанғандар һәм шуның өсөн барлыҡ көстәрен биреп халыҡ менән эшләгәндәр. Ауылдағы коллектив хужалыҡтарға ауыл хужалығы инвентарҙары, тракторҙар, автомашиналар менән ярҙам итәләр. Дөйөм малсылыҡ тармаҡтары (фермалар) барлыҡҡа килә. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү әкренләп арта. Ауылдарҙа радио һөйләй башлай, электр энергияһы һуҙыла, наҙанлыҡты бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыла. Мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, китапханалар (изба-читальня) төҙөлә.
Динислам МОЗАФАРОВ.

Социалистик ҡоролошто төҙөү, коллективлаштырыу осоронда законды тупаҫ боҙоуҙар ҙа булды. Был хаталарҙың төп нигеҙендә халыҡтың үҙенең бер-береһенә ихтирамы, шәхси мөнәсәбәте ята, тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайҙа ыҙғыш, көнсөллөк, ошаҡ көслө булған, шул ауылдарҙа репрессия тулҡыны ла аяуһыҙ була. Ә бына Оло һәм Бәләкәй Ибраһим, Абдулла, Ҡыҙылъяр, Яктыкүл ауылдарында бер генә кеше лә золом ҡорбаны булмай. Был хәл ошо ауылдарҙа халыҡтың ниндәй тәртипле, берҙәм, бер-береһенә ярҙамсыл булыуы, ошаҡ һүҙ йөрөтмәүҙәре хаҡында һөйләй.
1931-1932 йылдарҙа Красноусол быяла заводында ҙур реконструкция эштәре уҙғарыла. Шуның һөҙөмтәһендә заводта машина ысулы менән быяла етештереү яйға һалына һәм продукция етештереү күп тапҡырҙарға арта. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы заводтағы ыңғай үҙгәрештәрҙе бер ни тиклем тотҡарлай. Әммә бер генә сәнәғәт предприятиеһы ла, ауыл хужалығы ла туҡтап ҡалмай. Киреһенсә, "Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!” девизы аҫтында тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башлайҙар. Райондан тыуған илен фашистарҙан һаҡлау өсөн 13 мең кеше фронтҡа китә. Шуларҙың 10 меңе һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө орден, миҙалдарға лайыҡ була. Ә 6,5 мең һалдат яу ҡырында батырҙарса һәләк була. Беҙҙең район биләмәһендә данлыҡлы "Идрица” дивизияһы ойошторола. Ә күп кенә башҡорт егеттәре Башҡорт кавалерия дивизияһына алына. Күптәре үҙ милли аңдары, патриотик рух менән һуғарылғандары һуғышҡа үҙ теләктәре менән китә. Мәҫәлән, Оло һәм Бәләкәй Ибраһим ауылдарынан "Мағаш” колхозы рәйесе Баттал Яппар улы Мозафаров етәкселегендәге 12 кеше Башҡорт кавалерия дивизияһына үҙ теләктәре менән китә. Улар араһында 60 йәшен уҙған Әхмәт ағай Ғәлиуллин да була. Улар үҙҙәренең аттары, кейем-һалымы, аттарына ашатырлыҡ бесән, фураж, запас ат сбруйҙары, пулеметтар өсөн ҡарҙа батмай торған киң, яҫы итеп эшләнгән саналар, йылы кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән баралар. Уларҙы кавалерия двизияһының "Башҡорт ҡыҙыл атлылары” гәзитендә эшләүсе ауылдаштары Шакир Насиров  дивизия комиссары Сабир Ҡадиров менән берлектә матур итеп ҡаршы ала. Улар һуғышта ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Ошо төркөмдәге өс кеше яуҙа яраланып, иҫән ҡайта, 6-һы ҡамауҙы йырып сыҡҡан саҡта яу ҡырында батырҙарса һәләк була. Ә разведка төркөмө етәксеһе Баттал Мозафаров ҡамауҙан сыҡҡан ваҡытта дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың аты яраланғанын күреп, уға үҙенең ҡәҙерле һуғыш юлдашы булған атын тоттора. Ә үҙе төркөмө менән немец фашистарының эҙәрлекләп килгән һалдаттарын тотҡарлыҡлау өсөн алышта батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул өс хәрби орденға лайыҡ була. Ул дивизияға ҡамауҙан сығыуға булышлыҡ итә. Был хаҡта дивизия комиссары Сабир Ҡадиров үҙ иҫтәлектәрендә яҙып сыҡты. Райондың данлыҡлы көрәшсеһе, Байымбәт ауылынан Хәсән Салауатов, Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылынан ағай тейеш кеше А.Ғайсин да үҙемә был хаҡта һөйләгәйне. Ошо дивизияла ветеринар фельдшер булып хеҙмәт иткән  Яҡтыкүл ауылынан Бәҙретдин Муллағолов иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, оҙаҡ йылдар колхоз эшендә һәм тормошонда әүҙем ҡатнашты.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында районыбыҙҙан 5 кеше иң юғары награда – Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Бына улар: Закир Лотфрахман улы Әсфәндийәров, Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов, Анатолий Сергеевич Горин, Антон Филиппович Ковальский, Иван Викторвич Пятяри.
Динислам МОЗАФАРОВ.