Аҡ ҡайынлы, ел ҡапҡалы ғәзиз тыуған еркәйем…
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Ауыл матур ҡышын, көҙөн дә,
Бик күңелле йәшәү үҙендә!

Тыуған ауыл… Тыуып-үҫеп ғүмер кисергән ер. Күңелеңә бик яҡын булған, яратҡан, хөрмәт иткән ата-әсәйең, ағай-энеләрең, апай-һеңлеләрең, яҡын туғандарың, дуҫ-иштәрең, күрше-күләндәрең. Кешенең һағынырлыҡ үткәне, үҙәкте өҙгән йыр-моңдары, яратҡан тыуған яғы булырға те-йеш. Урман-һыуҙары, болондары, шишмәләре, тауҙары һәм шул төбәктә тыуып үҫкән кеше генә аңларлыҡ һиҙелер-һиҙелмәҫ үҙенсәлектәре менән ҡәҙерле бит ул беҙгә тыуған ер.
Тыуған ауыл… Ул юҡҡа ғына йырҙарға күсмәгән бит. Оло юлдан, ҡаланан ауылға ҡайтып кергәндә, тәҙрәләренән нур һибеп ҡаршы алған йорттар балҡып ултыра. Тәмле аштарын бешереп, сәйҙәрен ҡайнатып  ғәзиз әсәйеңдең көтөп тороуы күңелгә йыуаныс, шатлыҡ өҫтәй.
Күҙ алдында ауылдар яңыра, үҫә. Бер нисә йыл элек кенә булған ауыл урамдарын иҫкә төшөрәйек әле. Урамдан уҙыусы машиналар яҙын, көҙөн бысраҡ һыу менән ҡойондороп китәләр. Төндәрен дөм ҡараңғы  урамдарҙы кеҫә фонарҙары менән яҡтыртып ҡайтаһың. Хәҙер улай түгел. Ҡараңғы төшөү менән бағаналарҙа уттар ҡабына. Электр уты яныу менән, күңелдәр ҙә яҡтырып,  кешенең рухы үҫеп китә. Юлдарға ла асфальт, ҡырсын түшәлгән. Өйҙәргә һыу индерелгән, газ менән йылытыла. Йәшәр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар хәҙер ауылда.
Ошо матурлыҡты, мөмкинлекте тыуҙырыусы кешеләр артыҡ күҙгә ташланмайынса ғына йәшәйҙәр. Ауыл кешеләре иң ауыр саҡтарҙа ла бергә булыуҙары, бер-береһенә йылы мөнәсәбәт һаҡлауҙары, күңел көрлөгөн юймауҙары менән һоҡландыра. Илде кем туйҙыра? Иң беренсе ауыл хеҙмәтсәндәре түгелме? Улар -  ер кешеләре, ғәҙәти ҙә, ҡатмарлы ла булған игенсе һәм малсылыҡ хеҙмәте менән көн күрәләр, көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәләрен күреп ҡыуанырға тейештәр. Эш менән нисек кенә мәшғүл булһаң да, күңел, рух тигән нәмә бар бит әле. Шәжәрә, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары шул сәбәпле үткәрелә лә инде. Ситтә йәшәгән кешеләр өсөн ауыл айырыуса ҡәҙерле. Тыуған ауылына ҡайтҡас, ул йәшлек хәтирәләрен барлай, йәшлеген һағына. Һағыныу хисе – бик көслө тойғо ул кешелә. Тыуған яҡҡа, яҡын кешеләреңә йән тартыуы – уларҙы онотмау һәм юҡһыныу тойғоһо.
Ҡырылмаһа-ҡырҡ эшен ҡалдырып, төрлө мәшәҡәттәрҙе еңеп, йорт-ерен матурлау менән шөғөлләнә ауыл кешеһе. Ауыл күмәк тырышлыҡ һөҙөмтәһендә үҫә, яңыра. Ауыл   активис-
тары тормошто йәмле, күңелле итергә, осрашыуҙар ойошторорға ярҙам итә. Улар – тормоштоң терәге, йәмғиәттең таянысы, ундайҙар йәшәйешкә ҙур мәғәнә бирә.
Ауыл рух шишмәһе лә. Ҙур, яуаплы урындарҙа ултырыусы ағай-апайҙар ҙа, ғалим, инженер, профессор, яҙыусы, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең дә күбеһе ауыл-дан сыҡҡан ябай кешеләр. Уларҙы шул юғарылыҡҡа ауыл күтәргән.
Ә ауылды ауыл иткән нәмә - тәбиғәт, урман һәм болондарыбыҙ, саф һауа. Тик беҙ тәбиғәттең ҡәҙерен белеп бөтөрәбеҙме һуң? Теләһә ҡайҙа түгелгән сүп-сар матурлыҡты юҡҡа сығара. Йылға-шишмәләр ҡороп бара. Тирә-яҡты вайымһыҙ йәндәр генә бысраталыр. Урам тулып аттар, һыйырҙар, кәзә-һарыҡтар йөрөй. Быларҙы булдырмау ауыл хакимиәте етәкселәренең, старосталарҙың, активистарҙың елкәһенә төшә лә инде. Шулай ҙа бер генә ҙур мәсьәләне лә улар үҙҙәре генә хәл итә алмай. Улар ауыл халҡының ярҙамына мохтаж. Ауыл-дар гөрләһен, үҫһен, унда иң бәхетле кешеләр йәшәһен, ә халҡы бер төптән булып, тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән проблемаларҙы хәл  итһен!

Рөстәм МӘЖИТОВ.
Сәйетбаба ауылы.