Миҙал моңо
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Минең күкрәккә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә "Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” тигән миҙал таҡтылар. Шул ваҡыт минең күҙ алдыма үткәндәге хәтирәләр килеп баҫты.
…Һуғыштың һуңғы йылдары бара ине. Беҙ, ялан аяҡлы ике малай, икешәр үгеҙ етәкләп, һабан һөрөп йөрөйбөҙ. Һабанды беҙҙән бер башҡа ҙурыраҡ булып үҫеп киткән Фәррәх ағай Фәтҡуллин тота. Ул беҙ – малай-шалайҙы иркәләп кенә йөрөттө. Беҙ уның һүҙҙәрен хәрби һалдат кеүек бойороҡ итеп ҡабул итә инек. Бәлки ул беҙҙе шуға ла яратҡандыр. Беҙгә уйынсыҡтар менән дыу килеп уйнарға кәрәк, ә беҙ иген игеү эшен башҡарабыҙ. Ә иген өлгөргәс, әсәйҙәр ураҡ менән урып, көлтә бәйләйҙәр ине. Ә беҙ, малайҙар, үгеҙҙәр егеп, гумноға шул көлтәләрҙе ташый торғайныҡ. Минең "Киң мөгөҙ” тигән үгеҙем бар ине. Ул мине генә тыңлай торғайны. Ялға туҡтап, үгеҙҙәрҙе аҡланға үлән ашарға ебәрһәк, улар шул яландан ситкә китмәйҙәр. Улар ҙа һуғыш  ваҡытының киҫкен булыуын аңлайҙар ине булһа кәрәк. Ял итеп бөткәс,  үгеҙҙәребеҙҙе барып алабыҙ ҙа, һабанға егәбеҙ.
Бер мәлде бесән әҙерләгән ваҡытта үгеҙемде ике тәгәрмәсле ал күсәргә егеп, күбәләр тарттырам, ә әсәйҙәр күбәләрҙе күтәреп кәбән ҡоя. Ләкин төш ваҡытында бер көтөлмәгән хәл булды. Төшкө сәйҙе эсеп, үгеҙҙәрҙе егә инек, минең "Киң мөгөҙ” әсе күгәүен тешләүенә түҙә алмай, ҡыуаҡтар яғына уҡтай атылып саба башланы. Ярай дилбегәнең бер яғын уның башындағы йүгәнгә тоташтырып өлгөргәйнем. Үгеҙ йүгереп саба, шул дилбегәне йомарлап тотоп өлгөрҙөм һәм үгеҙҙе туҡтатам, тип уйлап, дилбегәне ебәрмәнем. Дилбегә минең ҡулдар аша үтеп, устарымды яндырып алды. Сабып ҡыуаҡ эсенә сумған үгеҙем янына килдем. Унан сығып, икәүләшеп кәбән эргәһенә килдек һәм яйлап ҡына эшкә тотондоҡ.
Ә иртәгәһенә һабан һөрөп йөрөйбөҙ. Иртәнге һалҡында эшләп ҡалайыҡ тип, Фәррәх ағай беҙҙе таң ҡараһы менән һабанға алып килде. Бер аҙҙан һуң арығас, ул:
- Егеттәр, хәҙер ҡан ашарға барығыҙ, - тине.
Беҙ, малайҙар, ах, иттек, нисек инде ҡан ашарға? Фәррәх ағайыбыҙ, ахырыһы, беҙҙе шаяртырға уйланы. Шулай ҙа ул һорай һалды:
- Бөгөн иртән өйҙә нимә ашанығыҙ?
Билдәле инде, ҡайһыбыҙ әсе ҡатыҡ ҡабып, балтырған ашы ашаған, кемдәрҙер бер нимә лә ашамай килгән.
- Күршеләге һабансыларға ла йүгереп барып әйтеп килегеҙ, - тип Фәррәх ағай үҙенсә "ҡан ашауҙы” аңлатты. – Бөгөн кәнсәләр алдында май байрамына һыйыр салалар. Аңлашылдымы инде?
Беҙ күрше һабансылар менән бергәләшеп Фәррәх ағай артынан эйәрҙек. Ул һыйыр сала торған ергә килде лә, бәйләп һалған һыйырҙың боғаҙ аҫтына биҙрә ҡуйҙы. Шул биҙрәгә ҡан аҡты, ул хатта бер биҙрә самаһы булды. Фәррәх ағайыбыҙ шул биҙрәне алды ла, беҙҙе саҡырҙы:
- Теҙелешегеҙ ҙә, минең арттан! – тине.
Беҙ түбән яҡта урман буйына урынлашҡан ферма ҡарауылсыһы Фәсхетдин ағай янына килеп керҙек.
- Олатай, - тине Фәррәх ағай, - беҙгә ошо ҡанды  ҡурып бир.
Күп тә үтмәне, өй эсенә ит бешкәндә сыға торған тәмле еҫ таралды. Беҙҙең ауыҙҙан һеләгәйҙәр аҡты. Тиҙҙән оло ағас табаҡҡа һалынған ҡара бойҙай ярмаһы ҙурлығында булып ҡурылған ризыҡ өҫтәлдә пәйҙә булды. Фәсхетдин олатай беҙгә ағас ҡалаҡтар өләшеп бирҙе һәм беҙ йотлоғоп теге ризыҡты ашарға керештек.
Тиҙҙән тамаҡ туйҙы һәм беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ ине был ваҡыт…
Бөйөк Еңеүҙе тиҙләтеү өсөн беҙ, һуғыш малайҙары, ана шулай йәшәнек, эшләнек, йәшлегебеҙҙе сарыф иттек, әммә зарланманыҡ, Сталиндың "Беҙ еңәсәкбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”  тигән һүҙҙәренә ышандыҡ һәм беҙ яңылышманыҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған миҙалдан Фәррәх ағайҙың гармун тауышы ла сыңлап киткәндәй булды. Ул оҫта гармунсы ине.  Кистәрен ауыл өҫтөнә Фәррәх ағайҙың гармун моңо таралды. Ирҙәрен көтөп ала алмаған әсәйҙәр яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен ҡоротто. Ә гармун берсә моңланды, берсә һағыш ауаздарын яңғыратты, берсә күңелдәргә ниндәйҙер өмөт, ышаныс өҫтәп, моң түкте. Ә көнбайыш яғында (беҙҙең ауылда уны Гран юлы тип атайҙар ине) күк күкрәп гөрһөлдәгән ауаздар ишетелде. Был күк күкрәү һуғыштың һуңғы ауаздары, Еңеү яҡынлашыуына тәбиғәт ишараһы ине. Быны һиҙеп гармун да дәртле көйҙәргә күсте…
 Рәхмәт һиңә, Фәррәх ағай! Рәхмәт һиңә, "Еңеүгә 70 йыл” тигән миҙал. Нисек кенә ауыр булһа ла, мин барыбер йәшлегемде һағынам, ә миҙал мине шул шанлы йылдарға алып ҡайтты, үткән хәтирәләрҙе яңыртып ебәрҙе. Мин был йылдар менән ғорурланам. Тик атайым ғына һуғыштан әйләнеп ҡайта алманы. Ә гармун моңо әле булһа ҡолағымда сыңлай… Бөгөн ул миҙал моңо булып ишетелә.

Кәбир АҠБАШЕВ,
яҙыусы.
Бөткән Биҙәүләт ауылы.