Атылған йондоҙ кеүек...
21 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Ғүмер — бөркөттөң ҡанат ҡағыуына, йондоҙ атылыуына тиң ара, тиҙәр. Көндәребеҙ, айҙарыбыҙ, тотош йылдарыбыҙ — ҡулда тотор дәүмәл түгел шул, беҙҙең бурыс — шул арауыҡты лайыҡлы үтеү. Ғүмер ағышы беҙҙең ҡарамаҡта булмаһа ла, яҙмышты үҙебеҙ ҡорабыҙ һәм яҙабыҙ. Шуға күрә әҙәм балаһының был яҡты донъяла күпме йәшәүе мөһим дә түгелдер, бәлки? Ә башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, эргә-тирәләгеләренең күңелен биләү-биләмәүе баһалайҙыр ғүмер оҙонлоғон.Үкенесле рәүештә йәшләй генә арабыҙҙан киткән талантлы егет Илшат Ринат улы Байбулдинды иҫкә алғанда күңелдә  шундайыраҡ уйҙар тыуа ... Ысынлап та, таланты, башҡарған эштәре менән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән йәш егет йәшләй бәхилләште  яҡты донъя менән, әммә үҙе хаҡында күпме нур, йылылыҡ, яҡты хәтирәләр һирпеп ҡалдырҙы.
Бер аҡыл эйәһе. «Сәхнәлә ике төрлө холоҡло кешеләр осрай, бик һирәктәре генә сәнғәтте һөйә, уның хаҡына йөрәк көсөн йәлләмәй хеҙмәт итә, ә инде икенселәре, улар күпселек, сәнғәттә үҙҙәрен ярата, дан һәм билдәлелек хаҡына тырыша», – тигән. Ғүмерен  сәнғәткә арнаған Илшат Ринат улы Байбулдинды һис икеләнеүһеҙ шул һирәктәр араһына индерер инек.
Таланттар тыуған тупраҡта ярала, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Сәйетбаба ауылында 1992 йылда Ринат һәм Резеда Байбулдиндарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килде. Урта мәктәптә 5 класс белем алып, йыр-моңға маһир малай артабан уҡыуын  баш ҡалабыҙҙа дауам итте, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында тулы булмаған урта белем алды.  Сәнғәткә ғашиҡ егет Өфө сәнғәт училищеһының милли халыҡ музыка ҡоралдары төркөмөнә уҡырға инде һәм дипломлы белгес булып сыҡты. Уҡыған осоронда тәүәккәл егет Ульяновск ҡалаһында үткән Бөтә донъя "Этно-Мистер” конкурсында ҡатнашып, маҡтаулы икенсе урын яулап ҡайтты.
Тыуған ил алдындағы иң мөһим бурысын үтәп Екатеринбург ҡалаһында хеҙмәт итеп өлгөрҙө. 2014 йылдың көҙөндә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлап, ғүмеренең һуңғы минуттарынаса мәҙәни ойоштороусы булып эшләне. Ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында  уҡыуын дауам итте. 
Илшат Ринат улын ауыл мәҙәниәт йортонда  ҙур өмөттәр бағлап ҡаршы алдыҡ. Ижади күңелле, саф йөрәкле итеп белә инек беҙ уны. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, уның моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, думбыра, гитара сиртеүе, ҡумыҙҙа уйнауы, өзләүе кемдәрҙең генә һушын алманы, күңелен яуламаны! Бер үҙе унауға торорлоҡ алтын егет ине ул беҙҙең Илшат! Үҙенең рухи асылы, яҡты рухы менән беҙҙең күңелдәрҙә бай хазина ҡалдырҙы.
Талантлы егетебеҙ Илшат бәләкәйҙән үк үҙен йыр-бейеү оҫтаһы итеп танытты. 6 ғына йәшендә булыуға ҡарамаҫтан,  үҙенең "Гөләлә” тигән йыры менән халыҡ күңелен яулап, сәнғәт донъяһына аяҡ баҫты ул! Район мәҙәниәт йортон асҡан саҡта ошо йыры менән республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовты сәләмләне, сәләмләне генә түгел, хатта уның менән бергә күргәҙмәләр ҡарап етәкләшеп йөрөү бәхетенә лә эйә булды ул.
Йөрәге тулы моң ине уның... Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң "Асанай" халыҡ фольк-лор ансамбле, "Табын" этно төркөмө менән район, респуб-
лика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашты һәм еңеүҙәр яуланы. Башҡараһы эштәре, яулайһы үрҙәре алда ине Илшат Ринат улының. Тик, яҙғаны шул булғандыр, оло үкенестәр ҡалдырып, иртә китте беҙҙең аранан.
Вафатына 40 көн тулғанда, ауылдаштар, туғандар, дуҫтар, сәнғәт һөйгәндәр, Илшат Ринат улы Байбулдинды матур уйҙар, яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ауыр тупраҡҡайың
еңел булһын,
Йәннәттәрҙә булһын
урының.
Теге донъяларҙа
бәхетле бул,
Тыныс йоҡла, Илшат,
бәхил бул...
Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто, "Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Ҡаранйылға, Ҡолҡан ауылы клубтары, Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылы китапханалары хеҙмәткәрҙәре.