Үткәндәргә бер ҡараш
21 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Районыбыҙ барлыҡҡа килеүе илебеҙ тарихы менән тығыҙ бәйле. Шул сәбәпле башта  илебеҙҙең территориаль-административ бүленеш тарихы һәм райондың тәүге етәкселәре менән  бер аҙ таныштырып китеү урынлы булыр ине.
1917 йылдағы февраль  революцияһынан һуң башҡорт халҡы үҙбилдәләнешкә табан юл яра башлай. Ошо уҡ йылдың йәй айҙарында Башҡорт ҡоролтайҙары уҙғарыла. Октябрь революцияһынан һуң Башҡорт Республикаһы төҙөлә. 1917 йылда Өсөнсө Башҡорт ҡоролтайы ҡарары нигеҙендә автономлы Башҡортостан биләмәһе 9 кантонға һәм 73 волосҡа бүленә. Ә 1919 йыл башына барлығы 13 кантонда (Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Күҙәй, Табын, Тамьян-Ҡатай һ.б.) 151 волость иҫәпләнә. Хәҙерге Ғафури районы биләмәһе ул саҡта Табын кантоны, Кәлсер-Табын волосына ҡараған. Башта Кесе Башҡортостан төҙөлә һәм уның тәүге баш ҡалаһы Темәстә (хәҙерге Баймаҡ районы), 1919 йылдың август айынан Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта була. 1922 йылда Оло Башҡортостан төҙөлгәс, йәш республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күсерелә. БАССР биләмәһе 8 кантонды (Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йыла-йыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай, Өфө) берләштерә. Кантондар үҙҙәре 296 волосҡа, волостар 3698 ауыл советына бүленә.  Беҙҙең ра-йон биләмәһе Стәрлетамаҡ кантоны ҡарамағында була. Хәҙерге район биләмәһе Красноусол, Кәлсер-Табын һәм бер нисә ауыл Буруновка волосына ҡарай. Кәлсер-Табын волосында - 47, Красноусол волосында 38 ауыл була. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, Октябрь революцияһына тик-лем хәҙерге Красноусол Богоявлен исеме менән йөрөй.
1930 йылда СССР-ҙа административ бүленеш реформаһы уҙғарыла һәм һөҙөмтәлә кантон, волостар бөтөрөлә. Улар урынына райондар барлыҡҡа килә. Үҙәк башҡарма комитет Президиумының 1930 йыл 20 августағы ҡарары нигеҙендә БАССР-ҙа 48 район ойошторола. Район үҙәгенең исеме менән аталған Красноусол районы шулай барлыҡҡа килә. Ә 1940 йылда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан уның тыуып үҫкән районына шағир исеме бирелә. Ә рес-публикала райондар һаны нисбәте үҙгәреп тора. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Н.Хрущевтың эреләтеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә райондар берләштерелә. Беҙҙең район менән берлектә биш район Стәрлетамаҡ районы булып китә һәм район үҙәге лә Стәрлегә күсә. Бындай эреләтеү үҙен аҡламай һәм бер нисә йылдан райондар элекке хәленә ҡайтарыла. Республикала бер нисә яңы район булдырыла.
1930 йылда райондар ойошторолғандан һуң партия органдары, парткомдар, партия ячейкалары барлыҡҡа килә. 1930 йылдың 26 авгусында ВКП(б)-ның Красноусол райкомы тәүге пленум уҙғара. Пленумда райондың партия активы һайлана, партия райкомы бюроһы булдырыла. Район комитеты бюроһы ВКП(б) райкомының беренсе секретары итеп Федор Григорьевич Булюкинды һайлай. Ул саҡта район менән 1-се секретарҙар идара итә. Шуға ла Федор Булюкинды райондың тәүге етәксеһе тип әйтә алабыҙ. Федор Булюкин 1900 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе, Павловка ауылында (хәҙерге Ишембай районында) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Граждандар һуғышында ҡатнаша, 1919-1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында, 25-се, Чапаев уҡсылар дивизияһы составында һуғыша.Ҡыҫҡа ғына арауыҡта ябай һалдаттан штаб хеҙмәткәре вазифаһына тиклем үрләй. Уның ни бары 4 класс белеме була. Архивта уның ҡайҙа уҡығанлығы күрһәтелмәгән.
Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң ул хәрби хеҙмәттән ҡайта һәм Стәрлетамаҡ өйәҙ милицияһында начальник ярҙамсыһы булып эшләй. 1922-1923 йылдарҙа йәнә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Демобилизациянан һуң уның эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡ кантоны менән бәйле. ВКП(б)-ның Красноусол райкомы секретары итеп һайланғанға тиклем Федор Булюкин партияның Стәрлетамаҡ канткомында бүлек мөдире, Баш суд уполномоченныйы секретары, ҡала советының ҡулланыусылар союзы системаһында эшләй. 1925 йылдан 1930 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡала советы башҡарма комитеты ағзаһы, ВКП(б)-ның Стәрлетамаҡ канткомы бюро составында ағза була.
1930 йылдың 29 авгусында ВКП(б) райкомы бюроһында Красноусол быяла заводына төҙөлөш материалдары һәм утын әҙерләү мәсьәләһе ҡарала. Федор Булюкин ҡул ҡуйған протоколда  1931 йылға быяла заводын эшләтеп ебәреү кәрәклеге әйтелгән. Райком бюроһы райондағы ижтимағи-сәйәси хәлде, икмәк әҙерләү барышын, сәнәғәт тармағына кадрҙар әҙерләү һәм башҡа мәсьәләләрҙе лә контролдә тотҡан.
1931 йыл башында партияның ра-йон комитеты секретарын һайлау була. 4 февралдә Федор Булюкин йәнә райком секретары итеп һайлана. Партия ойошмаһы ул саҡта илдә барған сәйәси хәлдәрҙән ситтә ҡалмай, ра-йонда репрессиялар шауҡымы башлана. 1931 йылдың 6 февралендә булып үткән райком бюроһында (2-се протокол) Ҡауарҙы ауыл советындағы хәл тикшерелә. Урындағы ячейка вәкиле белдереүенсә, колхозда "аҡ гвардия элементтары” һәм "халиҡовсылар” тамыр йәйгән. Шунлыҡтан ундағы хәлде ныҡлы тикшереү талап ителә. 1931 йылдың 20 февралендә булып үткән бюро ултырышында (5-се протокол) йәнә Ҡауарҙы ауыл советындағы хәлдең ҡәнәғәтләнерлек түгеллеге, "халиҡовсыларҙың” баш ҡалҡытыуы телгә алына.
Архив материалдарындағы ҡыҙыҡлы ғына бер мәғлүмәтте лә еткермәксемен. Райком секретары Федор Булюкиндың айлыҡ эш хаҡы 190 һум булған.
1931 йылдың 21 майында булып үткән бюро ултырышында уҡырға китеү сәбәпле Федор Булюкин вазифаһынан бушатыла. Уның ҡайҙа уҡырға китеүе күрһәтелмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Федор Булюкин хаҡында башҡа мәғлүмәт табып  булманы.
Булюкин урынына ВКП(б) райкомының беренсе секретары итеп Георгий Петрович Гнедков һайлана. Ул 1905 йылда Верхнеурал өйәҙе, Әүжән-Петровск ауылында (хәҙерге Белорет районы) сөгөн ҡойоу заводы бухгалтеры ғаиләһендә тыуған. 1913-1916 йылдарҙа башланғыс мәктәптә уҡый, артабан уҡыуын Өфө реаль училищеһында дауам иттерә. Автобиографияһында үҙе яҙыуынса, уҡытыусыларҙың”баш-баштаҡлығы” һөҙөмтәһендә 1917 йылда уҡыуын ҡалдыра. 1918 йылда тәүге совет мәктәбендә белем ала. Артабан ул эшселәр араһына барып юлыға. Ағас эшкәртеү цехтарында эшләй. 1919 йылда комсомол сафына алына. 1921 йылда Өфө ҡалаһы  комсомолдың Нижегородҡа  район комитеты тарафынан партия совет мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1922-1923 йылдарҙа БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны, Үрге Троицкий район комсомол секретары, 1924-1925 йылдарҙа Бәләбәй кантоны комсомол секретары булып эшләй. 1926-1927 йылдарҙа ул ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитеты аппаратында агитация-пропаганда бүлеген етәкләй. 1927 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм айырым 4-се артиллерия дивизионында ҡыҙылармеец булып хеҙмәт итә, артабан кесе командир була. Хеҙмәтен тултырғандан һуң 1929 йылда ВКП(б)-ның Өфө ҡала комитетында агитация-пропаганда бүлеге мөдире вазифаһын атҡара. 1931 йылда партияның Башҡортостан Өлкә комитеты партия эше менән Красноусол районына ебәрә. Георгий Гнедков Красноусол райкомына 1932 йылдың 25 ноябренә тиклем етәкселек итә. 1932 йылдың 2 декабрендә булып уҙған бюро ултырышына бюро ағзаһы Ғәлиев рәйеслек итеүе теркәлгән. Ә Георгий Гнедков һаулығы ҡаҡшау сәбәпле эштән китә, һауыҡҡас, 1934 йылда ул партия ҡушыуы буйынса Көнсығыш Себер крайына эшкә ебәрелә. 1935-1937 йылдарҙа ошо крайҙа райком секретары була. 1938 йылда Чита өлкәһендә алтын йыуыу
комбинатының партком секретары булып эшләй. Уны репрессиялар ҙа урап уҙмай, 1938 йылда ҡулға алына. 1939 йылда аҡлана һәм ВКП(б) сафына яңынан алына. Ошо уҡ йылда Өфөгә ҡайта һәм Башҡортостан халыҡ хужалығы идаралығына начальник урынбаҫары булып урынлаша. Ҡасан вафаты билдәһеҙ.
Был яҙмала бер аҙ булһа ла тарихҡа күҙ бағырға  тырышылды. Шуныһын да билдәләп уҙмай булмай, 1930-1950 йылдар арауығындағы район тарихы бик аҙ өйрәнелгән. Район етәкселәрен дә, шул осорҙағы халыҡ хужалығы эшмәкәрлеген дә бик аҙ беләбеҙ. Райондың киләһе юбилейына тиклем район тарихына күберәк асыҡлыҡ индерелер тип өмөт итәйек.
Архив материалдарын файҙаланып
 Самат ҒӘЛИУЛЛИН
әҙерләне.