Төйәгебеҙ тамыры – тарихта
21 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Белемде арттырыу һәм күтәреү маҡсатында ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. Ләкин уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлеген тамамларға насип булманы. Икенсе курста уҡып йөрөгәндә колхозсыларҙың делегацияһы ике тапҡыр Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриевҡа барып, мине тыуған колхозыма – Мәжит Ғафури исемендәге хужалыҡҡа етәксе итеп ҡайтарыуҙы һоранылар һәм миңә етәксе булып эш башларға, уҡыуҙы ситтән тороп тамамларға тура килде. Хужалыҡта 2540 гектар һөрөнтө ер майҙаны булды. Эшләгән осоромда һыйыр малдары һанын 2000 башҡа, сусҡалар – 1000-1100, һарыҡтар - 860 башҡа, аттар 346 башҡа еткерелде. Быларҙан тыш өс урында умарталыҡ, балыҡтар ебәрелгән 4 быуа булдырылды, 460 гектар ерҙә һуғарыу системаһы индерелде һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылды. Колхозда 49 трактор, 32 машина, 24 иген комбайны һәм башҡа бик күп техника тупланды. Шуларҙың һөҙөмтәһендә һәм колхозсыларҙың тырышлығы менән иген культураларының гектар ҡеүәте  29 центнерға етте. Дәүләткә йылына 22 мең центнер иген, 32 мең центнер шәкәр сөгөлдөрө, 6 мең центнер картуф, 9 мең центнер һөт, 2 мең центнер ит һәм 32-33 центнер йөн һата инек. Бына шулай эшләргә тура килде. Теманан бер аҙ ситкәрәк тә киттем буғай. Шулай ҙа киләсәк быуын беҙ күргәнде белеп үҫһен тип күргән-кисергәндәремде аҡ ҡағыҙға төшөрөүем.
1946 йыл. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тәүге тыныс йыл. Бөтә ил халҡы кеүек Ғафури районы хеҙмәтсәндәре лә ҙур рухи күтәренкелек менән эш башланылар. Һуғыш халыҡ хужалығына ҙур зыян килтергән ине. Колхоз-совхоздарҙың иҡтисади хәле бик ауыр, ил буйынса миллионлаған етем балалар һәм тол ҡатындар хәл-торошто тағы ла ҡатмарландыра төшә. Уларҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, уҡытыу, һаулыҡтарын һаҡлау, емерелгән завод-фабрикаларҙы, бөлгөнлөккә төшкән ауыл хужалығын тергеҙеү бик күп көс һәм ныҡышмалылыҡ талап итә ине. Ғафури районы хеҙмәтсәндәре ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерҙе. Илебеҙҙең һуғыш булып уҙған төбәктәренә мал йыйып ебәреүҙе, улай ғына ла түгел, был малдарҙы урынға тиклем үҙҙәре үк ҡыуып алып барыуҙы ойошторған саҡтар булды.  Әммә совет халҡы төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, ВКП(б) партияһы һәм бөйөк Сталин ҡушҡанын үтәргә һәр ваҡыт әҙер ине. Совет Хөкүмәте етәкселегендә илдә тиҙ арала емереклектәр бөтөрөлөргә тырышылды. Шуға ла, күптәр үкһеҙ етем ҡалһа ла, илдә хәйерселәр, берәҙәк етемдәр булманы. Ил етәкселеге етемдәр хаҡында атайҙарҙа хәстәрлек күрҙе. Үкһеҙ етемдәр өсөн балалар йорттары булдырылды. Беҙҙең Оло Үтәш ете йыллыҡ мәктәбе эргәһендә лә балалар йорто ойошторолдо һәм уның директоры булып отставкалағы хәрби офицер Хәмит Хәнипов эшләне. Атайһыҙ ҡалған, әммә әсәләре иҫән булған балаларға Хөкүмәт пособие түләне, кейем-һалым менән дә ныҡлы ярҙам итте. Шулай уҡ һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтыусыларға, хәрби орден менән наградланыусыларға (һәр бер орден өсөн айырым хаҡ) ай һайын аҡса түләнде.
Һуғыштан һуң беренсе тыныс йылда СССР Юғары Советына һайлауҙарға әҙерлек башланды һәм уны яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылау өсөн социалистик ярыш киң йәйелдерелде. Ошо уңайҙан районда, 20 февралдә ауыл хужалығы алдынғыларының район слеты уҙғарыла. Унда ауыл хужалығы алдынғыларынан тыш партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре, комсомол етәкселәре, барлығы 439 кеше ҡатнаша. Көн тәртибендә "1945 ауыл хужалығы йылы йомғаҡтары һәм 1946 йылға бурыстар” мәсьәләһе ҡарала.  Слетты райком секретары Бричкин аса. Төп доклад менән ВКП(б) райкомының 1-се секретары Гәрәев сығыш яһай. 1945 йылда район хужалыҡтары 28 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары, шул иҫәптән 25 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереп ала. Ул саҡта районда эшкә һәләтле һәр кеше иҫәбенә 2,53 гектар ер майҙаны тура килгән. Техниканың бик аҙ булып, күпселек эштең ат, үгеҙ, һыйыр егеп башҡарылғанын иҫәпкә алғанда был бик ҙур нагрузка була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дәүләткә иген һатыу планы 126 процентҡа үтәлә. Район пландан тыш 2800 центнер иген һатып, социа-листик йөкләмәне арттырып үтәй. Малсылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ тармаҡтарында ла уңыштар юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта слетта етешһеҙлектәр хаҡында ла әйтеп үтелә. Мәҫәлән, "Украинец” колхозы 208 гектар майҙанда иген сәсә. Колхоз дәүләттән 117 центнер орлоҡ ссудаһы алған була. Колхоз рәйесе Петрухиндың ғәмһеҙлеге арҡаһында 83 гектар майҙандағы иген һуғылмай ҡала. Был колхоз гектарынан ни бары 3,3 центнер ғына уңыш йыйып ала. Колхоз 2339 центнер иген юғалта. Бындай вайымһыҙлығы өсөн Петрухин эшенән бушатыла һәм яуаплылыҡҡа тарттырыла. "Киров” колхозында 146 гектар, "Чкалов” колхозында – 129, "Йондоҙ” колхозында 58 гектар игенде ҡар аҫтында ҡалдыралар. 1945 йылда район буйынса малсылыҡ йөкләмәләре үтәлмәй. Слетта Маҡар ра-йоны колхозсыларының социалистик ярышта еңеүсе булып, беҙҙең районды артта ҡалдырыуҙары хаҡында ла әйтелә. Район Советы рәйесе урынбаҫары Зөбәйҙуллин үҙ сығышында Маҡар районының күрһәткестәре һәр йәһәттән дә өҫтөн булыуын, сәсеүгә әҙерлек эштәрендә лә уларҙан ҡалышыуыбыҙҙы әйтеп уҙа.
Динислам МОЗАФАРОВ.
(Дауамы. Башы 25-26, 31-32, 34-35, 37-38,
40-41,43-44,46-47, 55-56, 58-59, 61-62, 64-65,
73-74, 76-77, 79-80, 82-83, 85-86, 88-89, 94-95-се  һандарҙа).