Кешеләр власҡа ышана
02 сентября 2015 йыл | Йәмғиәт

"Тепловодоснабжение” МУП-ы етәксеһе Сергей Олегович Афанасьев Красноусолдағы 2-се һәм 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙы реконструкциялауҙа ярҙам һораны.
Красноусолдан Татьяна Борисовна Шмидт Бөйөк Ватан һуғышының тол ҡатынына фатир биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡһа, сит өлкәнән ғаиләһе менән мәжбүри күсенеп ҡайтҡан Миңнур Хаммат улы Фәтҡозаманов та (I төркөм инвалиды) нисәмә йылдар торлаҡһыҙ йонсоуын билдәләп, фатир юллауҙа ярҙам һораны.
Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы Килмөхәмәтова мәҙәни усаҡты ремонтлауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Войновка ауылынан килгән Вәлийән Ғаяз улы Йомағужин ауылға газ үткәреү мәсьәләһен күтәреп сыҡты.
Красноусолдан Физалия Дәүләтбай ҡыҙы Сафина утлы нөктәләрҙә хәрби бурысын үтәүселәргә, ә Ҡарағай ауылынан Таһира Әхәт ҡыҙы Ғәлиәкбәрова һуғышсан хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының тол ҡатынына ниндәй льготалар ҡаралыуын белеште.
Курорт ауылынан Снежана Наил ҡыҙы Латипова авария хәлендәге торлаҡта йәшәүенә борсолоу белдерҙе, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән ярҙам һораны.
Родина ауылынан килгән Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова "Родина” агрофирмаһының банкротлығы һәм бушаған биналарҙың артабанғы ҡулланылышы хаҡындағы мәсьәләне күтәреп сыҡты.
Ошо уҡ ауылдан йәнә бер вәкил – Миңниса Рим ҡыҙы Зәйнешева БДУ-ны тамамлаған улын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе менән килгән.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм бүлеге етәксеһе Шамил Шакир улы Хәкимов спортсыларҙы төрлө кимәлдәге спорт бәйгеләренә йөрөтөү өсөн автобус булмауына зарланды.
Красноусолдан Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешева Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар корпусына мансарда этажын төҙөү өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын билдәләп үтте.
Иршат Фәхретдинов ҡабул итеүгә килеүселәрҙең һәр береһен ентекле тыңланы, фәһемле кәңәштәрен бирҙе, артабан хәл итеү талап ителгәндәрен яҙып алды.
Депутат ҡабул итеүендә шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов, "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Әхәт Мәүлембирҙе улы Нуриев ҡатнашты.
И.ӘЛИБАЕВА.