Киләсәк быуынды хәстәрләп
18 января 2016 йыл | Йәмғиәт

Красноусол ауылында балалар баҡсаһы төҙөлә башлауы хаҡында былтыр гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, бында әле лә төҙөлөш тынғаны юҡ. Төҙөүселәр ҡатмарлы һауа шарттарында ла эште ыратып ҡалырға тырыша.
Район үҙәге көндән-көн үҫә, матурлана, яңы биҫтәләр ҡалҡып сыға. Халыҡ һаны ла арта һәм йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә. Ошоноң менән бәйле Красноусолда балалар баҡсаларында урын етешмәүе үҙен һиҙҙертә башлаған ине. Мәктәптәр базаһында өҫтәмә рәүештә балалар баҡсаһы төркөмдәре булдырыу был проблеманы өлөшләтә хәл итһә лә, яңы биҫтәлә өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөү ихтыяжын барлыҡҡа килтерҙе. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров инициативаһы менән проект-смета документтары әҙерләнеп, 2014 йылда был төҙөлөшкә старт бирелде. Төп төҙөлөш эштәре 2015 йылда башланды. 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшөн "Ремдорстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Киләсәк быуынды хәстәрләп
- Бөгөн төҙөлөштә 10 берәмек техника, өс тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Бинаны яңы төр төҙөлөш материалы – газобетондан төҙөйбөҙ. Стеналарын күтәреп бөткәс, тыштан металл сайдинг менән көпләү ҡаралған. Ике ҡатлы балалар баҡсаһының ҡыйығы профнастилдан буласаҡ. Төҙөлөшкә барлығы 63 миллион һум аҡса бүленә. Шуның 20 миллион һумдан ашыуын үҙләштерҙек тә инде,- ти "Ремдорстрой” йәмғиәте етәксеһе Бадретдин Газгириев.
- Бындағы төҙөлөш планға ярашлы алып барыла. Төҙөүселәр былтыр бүленгән лимитты тулыһынса үҙ ваҡытында үҙләштереп бөттө. Балалар баҡсаһын йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға тейештәр. Бынан башҡа районда тағы ла бер мөһим социаль әһәмиәтле төҙөлөш алып барыла. Табын ауылында 162 урынға иҫәпләнгән коррекция мәктәбе бинаһы төҙөлөшө лә тергеҙелде. Бындағы төҙөлөштө Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Виктория” йәмғиәте алып бара. Уҙған йыл был объект төҙөлөшөндә 9 миллион 300 мең һумлыҡ эш башҡарылды. Быйыл иһә был төҙөлөшкә 23 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Төҙөүселәр һынатмаҫ тип ышанам, - ти район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев.
Эйе, балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ. Илебеҙ иҡтисады ауыр осор кисергәндә лә киләсәк быуын хаҡында хәстәрлек күреү ил, респуб-лика һәм район етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Киләсәккә инвестиция йүнәлтеү, һис шикһеҙ, үҙен аҡлаясаҡ.

С.Тимеров.