Айфон түгел, китап булыр ҡулдарында
25 января 2016 йыл | Йәмғиәт

-Шулай булырға тейеш тә. Беҙҙең Юлыҡ халҡы элек-электән китап, гәзит-журнал уҡырға әүәҫ булды. Ауыл китапханаһынан халыҡ өҙөлмәй торғайны. 1973 йылда "Мағаш” колхозы биләмәһендә Әҙәбиәт байрамы ойошторҙоҡ. Өфөнән билдәле яҙыусылар килде. Шағирҙар, яҙыусылар халыҡ алдында сығыш яһанылар. Рәшит Ниғмәтиҙең "Мағаш тауышы” тигән шиғыры тап ошо осрашыу тәьҫирендә яҙылды. Ауылыбыҙ һәләттәргә бай. Үҙ шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ бар. Уҡытыусы ғына түгел, үҙен тотош республика кимәлендә ысын шағир, үткер ҡәләмле журналист итеп тә танытҡан Фәхри ағай Ҡужиндың иҫән сағында ҡулъяҙмаларын китап итеп сығара алмауы үкенесле. Хәшиә апай Маскованың да сәхнәгә сығып үҙенең рухлы шиғырҙарын илһамланып уҡығанын олораҡтар хәтерләйҙер. Бөгөнгө йәштәр, балаларҙың шиғырҙарын гәзит биттәрендә уҡып барабыҙ. Уларҙы үҫтерергә, дәртләндерергә кәрәк, - тигәйне үҙенең сығышында ауыл старостаһы Таһир Юлмөхәмәтов.
Ысынлап та, уҡыусылар ҙа әҙәбиәткә, ижади эшкә битараф түгел. Район, республика кимәлендә үткән әҙәби сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар, шиғырҙары төрлө матбуғат сараларында, "Табын” гәзитендә әленән-әле баҫылып тора. Әйткәндәй, 90-сы йылдар башында "Табын” гәзите мәктәп уҡыусылары араһында тәүләп үткәргән "Өмөт” фестивалендә лә әүҙем ҡатнашты улар. Был фестивалдә Илдар Кандиловтың шиғырҙары юғары баһа алғайны.  Яҡташыбыҙ, шағирә, әҙибә Гөлнур Яҡупова "Табын” менән берлектә йыл да үткәреп килгән "Өмөтлө ҡәләм” конкурсында ла Юлыҡ уҡыусылары әүҙем ҡатнаша һәм, әлбиттә, төрлө номинацияларҙа еңеүгә өлгәшәләр.
Ауылдың имам-хатибы Салауат хәҙрәттең вәғәзе менән башланып китте был матур сара. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе  башлығы Илфат Ҡужин да йыйылыусы-ларҙы сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан инде сәхнәгә Әҙәбиәт йылы сиктәрендә районда үткән төрлө конкурстарҙа еңеүселәр күтәрелде. Араларында, хатта, "Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә бар. Улары төрлө әҙиптәрҙең балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын тасуири итеп һөйләһә, өлкәнерәк тамашасыларға үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
- Мәктәбебеҙҙә Әҙәбиәт йылы сиктәрендә аҙна һайын тиерлек төрлө саралар ойошторолдо, - тип билдәләп үтте был кисәне ойоштороусы һәм алып барыусы Альмира Яҡшыбаева. – Күптән түгел ҡасандыр Юлыҡ мәктәбен тамамлаған яҙыусылар Әмир һәм Марат Әминевтар, шағир Әхмәр Үтәбаев менән осрашыу үткәрҙек. Балалар уларҙың сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһын-дырған һорауҙарға төплө яуап алдылар.
Уҡыусыларҙан һуң сәхнәгә уҡытыусы-ветерандар күтәрелде. Тамашасыларҙы дәртле йыр менән сәләмләгәндән һуң, Флүрә Мансур ҡыҙы Юлмөхәмәтова мәктәп, йылдарында ятлаған шиғырҙарын иҫкә төшөрҙө. Үҙе лә шиғырҙар ижад итә икән ул, мәктәп, уҡыусылар тормошона ҡағылышлы бер нисә шиғырын уҡыны уҡытыусы-ветеран. Альмира Сабит ҡыҙы Ғайсина Илнур Ғәлиндың шиғырҙарын тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Уҡытыусы Суфия Юлыҡова, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Нурсилә Ҡасҡынбаева ла үҙҙәрен шиғри күңелле, нәфис һүҙ оҫтаһы итеп таныттылар. Ә инде мәктәп коллективының "Еҙемкәй” фольклор ансамбле сығышы (етәксеһе уҡытыусы-ветеран Рәмилә Зәйнетдинова) сараны тағы ла йәмләндереп, йәнләндереп ебәрҙе.
Кисә барышында ваҡытлы матбуғат, гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡында ла һүҙ булды. "Табын” гәзитенең элекке хеҙмәткәре Фәрғәт Ғәлин тамашасыларға үҙенең шиғри шәлкемдәрен бүләк итте.
Уҡыусыларҙың, ауыл һәләттәренең дәртле йыр-бейеүҙәре, төрлө уйындар менән үрелеп барған был сара бик файҙалы, фәһемле булды. Тамашасылар әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе, илһамланып шиғыр тыңланы, Стәрлетамаҡ ҡунағы Гөлсирә Нәжметдинова, Үзбәк ауылының моңло йырсыһы Ильмира  Ғәлинаның сығышын көслө алҡыштарға күмде. Был сараны ойошторған Альмира Яҡшыбаеваға бик рәхмәтле булды улар.
"Айфон түгел, китап булһын, һәр баланың ҡулында”, -  ти 5-се класс уҡыусыһы Алһыу Урманшина Әҙәбиәт йылына арналған шиғырында. Ысынлап та шулай булыр, тигән уйҙа булғандыр был кисәлә ҡатнашҡан һәр кем.
Мәрхәбә
 СОБХАНҒОЛОВА.