Түгелмәһен сабыйҙарҙың күҙ йәше
27 января 2016 йыл | Йәмғиәт

Күсмә ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов алып барҙы. Уның эшендә опека һәм попечителлек  секторы мөдире Елена Жукова, бәлиғ булмағандар эше буйынса комитет секретары Альмира Уренева, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөмө инспекторы Ләйсән Йәғәфәрова, Үҙәк ра-йон поликлиникаһының наркология кабинеты медсестраһы Асия Рафиҡова, ғаилә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең район бүлексәһе етәксеһе Рәзилә Хоҙайбирҙина, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Ә.Ноғайғолов, Ҡарағай мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары С.Аҙналина, Имәндәш мәктәбенең тәрбиә эштәре бу-йынса директор урынбаҫары Л.Яҡупова, урындағы депутаттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Комиссия алдына тәүгеләрҙән булып Юрмаш ауылынан килгән ҡатын саҡырылды. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән Р. элек эскелек менән мауыҡҡан. 2014 йылда уның әсәлек хоҡуғы сикләнгән булған. Уҙған йылда дауаланып сыҡҡандан һуң, балаһына хоҡуғы кире ҡайтарылған. Ҡатын әсәлек капиталына Ҡарағай ауылында йорт һатып алырға ярҙам итеүҙәрен һораны.
Ошо уҡ ауылдан килгән З.-ның биш балаһы бар. Иң бәләкәй баланы кисекмәҫтән Өфөгә операцияға алып барырға кәрәклеге тағы ла бер тапҡыр иҫкәртелде. Ата-әсәгә район дауаханаһының наркология кабинетына килергә ҡушылды.
Таш-Аҫты ауылында 2 ҡыҙы, 2 ейәне менән йәшәгән ҡатын да комиссия ағзалары менән тәүгеһенән осрашмай. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән М. инвалидлыҡ буйынса пенсияға йәшәүҙәре, һыйыр, быҙау, һарыҡтар аҫрауҙары, баҡса үҫтереүҙәре тураһында һөйләне. Урындағы депутаттар әсәһенең дә, ҡыҙының да йыш ҡына эскеләп алыуына зарланды.
Артабан комиссия ағзалары ҡаршыһына Имәндәш ауылынан биш бала әсәһе В. саҡырылды. Ире менән айырылышҡандар. Ул ике улын ҡарай. Элегерәк "йәшел йылан” менән дуҫ булған ҡатын хәҙер эсмәүе, йәйгелеккә берәй ҡалаға эшкә китергә теләүен белдерҙе. Хужалығында бер ниндәй ҙә мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмаған, хатта баҡсаһында йәшелсә лә үҫтермәгән ҡатынды ултырышта ҡатнашыусылар битарафлыҡтан, ялҡаулыҡтан арынырға, кешесә йәшәй башларға өндәне.
Таш-Аҫты ауылынан килгән Р. ҡатыны үлгәндән һуң 5 йәшлек ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләй. Ҡыҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы был өйҙә һәр саҡ тәртип һәм таҙалыҡ булыуын, хужаның ат, һыйыр, һарыҡтар аҫрауын, һуңғы бер нисә айҙа айыҡ тормош алып барыуын дәлилләне. Атай кешегә артабан да эсмәҫкә, пенсия фондына барып, балаға тейешле булған әсәлек капиталы тураһында белешергә ҡушылды.
Имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә торған И. 2 йәше тулып килгән балаһын өләсәһе менән үҫтерә. Йәшәү шарттары насар булған, өҫтәренә кейергә кейемдәре, ҡайһы ваҡыт ашарға аҙыҡтары ла булмаған ғаилә башлығына балаһын ваҡытлыса балалар йортона урынлаштырырға тәҡдим ителде. Унда әле һаман атламаған баланың табиптар күҙәтеүе аҫтында тулы тикшереү уҙғарып, кәрәк икән инвалидлыҡ юллап булыу мөмкинлеге аңлатылды. Атай кешегә шул арала йорт-ҡураһын тәртипкә килтерергә ҡушылды.
Артабан комиссия алдына ултырышҡа саҡырылған И. урынына уның әсәһе баҫты. Эскелек һаҙлығына батҡан, бәлиғ булмаған бер бала үҫкән был ғаиләнең аяныслы хәле тураһында урындағы депутаттар ҙа әсенеп һөйләне. Яңы ғына реабилитация үҙәгенән ҡайтҡан әсәй кешенең, быға тиклем дә балаһын ваҡытлыса приютҡа алып китеүҙәренә ҡарамаҫтан, һаман да ошо тайғаҡ юлдан йөрөүе ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Өс бала әсәһе Л. комиссия ултырышына яңғыҙы килгән. Иренең туҡтауһыҙ эсеүе, икеһенең дә бер ҡайҙа ла эшләмәүе хаҡында һөйләне. Мәктәп вәкиле 11-се класта уҡыусы ҡыҙҙарының яҡшы билдәләргә өлгәшеүен, тырыш баланы юғары уҡыу йортона индерергә тырышырға кәрәклеген билдәләп үтте. Бының өсөн ата-әсәгә бөтөнләй эсмәҫкә, мал-тыуар үрсетергә, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә барып, ниндәй ҙә булһа эшкә керергә кәңәш бирелде.
Ҡатыны үлгәндән һуң, балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән ир кеше элек эскелек менән саманан тыш мауыҡҡан. Әлеге көндә яҙмыштың ҡаты һынауҙарына дусар булған атай кеше бер аҙ аҡылға ултырғандай, балаларын һәйбәт итеп ҡарай, яңы йорт һалып керергә торалар. Уға бынан кире бөтөнләй эсмәҫкә, балаларын лайыҡлы тәрбиәләргә ҡушылды. Уларға тәғәйенләнгән аҡсаны маҡсатлы тотоноу өсөн опека секторы аша алырға тәҡдим ителде.
Ҡарағай ауылында йәшәүсе Л. Табын коррекция мәктәбендә уҡыусы улын әсәһе менән бергә тәрбиәләй. Урындағы йәмәғәтселек әйтеүенсә, уларҙың йорттарында таҙалыҡ-тәртип урынлаштырылған, эскелек менән мауыҡмайҙар. Был ғаиләне ауыл биләмәһендә имен булмаған ғаиләләр иҫәбенән сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Ултырышҡа саҡырылған 15 ғаиләнең өсәүһе төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алмаған. Иҫәптә торған һәр ғаиләне контролдә тоторға депутаттар тәғәйенләнде. Уларға был ғаиләләрҙең көнитмешен күҙ уңында тоторға, кәрәк булғанда ярҙам ҡулы һуҙырға, опека секторы, район, ауыл хакимиәттәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барырға кәңәш бирелде. Урындарҙа бар бәләләрҙең башы булған эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барырға кәрәклеге лә билдәләнде. Ауыл биләмәһендә спиртлы эсемлектәр һатып ауылдаштарының сәләмәтлеген генә түгел, ғүмерҙәрен дә ҡыйыусы эшҡыуарҙар менән был турала асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тәҡдим ителде.
Ултырыштан һуң комиссия ағзалары күп балалы ғаиләнең тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн күрше ауылға юлланды. Бында күргәндәр күңелдә ауыр тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡапҡанан кергәс тә төрлө ерҙә аунап ятҡан буш шешәләр, сүп-сар күҙгә ташланды. Тәҙрәһе ватылып, үтәнән-үтә һалҡын ел иҫеп торған соланда ла, өй эсендә лә шундай уҡ тәртипһеҙлек хөкөм һөрә ине. Янғындан өлөшләтә зыян күргән өйҙөң икенсе яғы һаман да эшләнеп бөтмәгәнлектән, өй ҡыҫынҡы, тынсыу. 7 кеше йәшәгән был бүлмәлә балаларҙың айырым ятыр ере лә, дәрес әҙерләр өсөн өҫтәл дә юҡ. Комиссия ағзалары ҡатын кешегә өйөн тәртипкә килтерергә, өҫ-баштарын, түшәк кәрәк-яраҡтарын, иҙәнен яҡшылап йыуырға, мейесенең балсығы ҡубып төшкән урындарын һылап, аҡлап ҡуйырға һәм иң мөһиме – ошо көндәрҙә бәләкәй балаһын медицина тикшереүе үтеү өсөн дауаханаға алып барырға ҡушты.
Күсмә ултырыш барышында Имәндәш ауыл биләмәһендәге ауылдарҙа иҫәптә торған имен булмаған, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләрҙең көнитмеше менән танышҡандан һуң, ҡайһыларының үҙ ҡылыҡтарынан оялып, балаларының киләсәге хаҡында хәстәрлек күрә башлауҙары асыҡ күренде. Шул уҡ ваҡытта һаман да эскелек менән мауыҡҡан, ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләр, тейешле тәрбиә күрмәгән сабыйҙар, социаль яҡлауға мохтаждарға ярҙам итеүҙе үҙ маҡсаты итеп алған комиссия ағзаларының эше ҙур әһәмиәткә эйә. Улар үткәргән күсмә ултырыштарҙың ыңғай һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Комиссияға саҡырылған атай-әсәйҙәргә күҙегеҙгә генә ҡарап торған ғәзиз сабыйҙарығыҙҙың киләсәге хаҡына эскелектән арынып, һуң булмаҫ элек аңығыҙға килегеҙ, һәр кемгә лә бер генә бирелгән ғүмерҙе айыҡ аҡыл менән, етеш тормошта йәшәү тик үҙегеҙҙән тора бит, тип әйтке килә.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.