Игелек булып ҡайтһын…
27 января 2016 йыл | Йәмғиәт

Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тиҙәр бит. 19-20 ғинуарҙа булған дауыл Ҡауарҙы ауылын да урап үтмәне. Хатта бында ул көслөрәк тә булғандыр.
Беҙҙең яҡтарҙа көньяҡ-көнсығыштан сыҡҡан бындай ғәрәсәтте боронғолар тау еле тип тә йөрөткәндәр. Бер көн алдан уҡ дауыл булырын һиҙҙереп, Уҡлыҡая геүләп торҙо.
Көслө дауыл был юлы ла эҙһеҙ үтмәне – ауылдағы 15-ләгән хужалыҡҡа, фельдшер-акушерлыҡ пунктына өлөшләтә зыян килтерҙе. Шулай ҙа иң ҙур зыянды мәктәп бинаһы күрҙе. Уның ҡыйығының яртыһы тиерлек юҡҡа сыҡты. Был ҡазаның эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү өсөн шәмбе көнө ауыл халҡы дәррәү күтәрелеп өмәгә йыйылды. Район хакимиәтенән бүленгән ярҙамды файҙаланып, мәктәп ҡыйығы тергеҙелде.
Ауыл ветерандар советы, ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, ата-әсәләр, ауыл халҡы исеменән беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә игелек булып ҡайтһын.
Рим НАСИРОВ,
Ҡауарҙы ауылы ветерандар советы рәйесе.