Фотола кешеләр яҙмышы
08 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Фотола кешеләр яҙмышыҺуғыштан элек, 1933, әллә 1934 йылда төшкән, тарихи бер ҡомартҡыға әйләнгән фотоно ҡарап ултырам. Был фото шул замандағы тормошто, кешеләрҙең яҙмышын, шул иҫәптән үҙемдең дә бала сағымды хәтерләтә. Үзбәйҙәк ауылында (урмансылыҡ участкаһында) йәшәгән, Красноусол быяла заводы өсөн утын ҡырҡыусы эшселәрҙең фотоһы ул.
Улар Октябрь социалистик революцияһы байрамына арналған йыйылыштан һуң, китапхана урынлашҡан, "ҡыҙыл мөйөш” тип атап йөрөтөлгән барактың ишек алдында төшкәндәр. Был берҙән-бер фото түгел, тағы ла бер төркөм эшселәрҙең фотоһы булырға те-йеш, тик ул миндә юҡ. Ҡулымда атайым Әйүп Шәрифрахман улы Рахманғолов төшкән фото ғына һаҡланған.
Беренсе фотола Үзбәйҙәк урман участкаһы начальнигы (етәксеһе) Зиннәт Миңлеғолов, "ҡыҙыл мөйөш” мөдире Исламғолов ағай, профсоюз ойошмаһы етәксеһе Абдулла бабай Хәбибуллин һәм бер төркөм эшселәр төшкән булырға тейеш.
Иң элек Үзбәйҙәк урман участкаһы етәксеһе  Зиннәт ағай Миңлеғолов тураһында. Ул Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫкән. Башта үҙ ауылында, һуңынан Маҡар ауылы мәктәбендә белем алған. Алыҫ Көнсығышта әрме хеҙмәтендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, Красноусол урман хужалығы уны Үзбәйҙәккә начальник  итеп эшкә ебәрә.
Ул тулҡынланып торған ҡара сәсле, мөләйем ҡарашлы, аҡ йөҙлө, матур, тура, һомғол кәүҙәле олпат ир ине. Һәр ваҡыт таҙа, бөхтә кейенеп, ялтырап торған хром итек кейеп йөрөй торғайны. Көслө рухлы, кешелекле, эшселәренә ҡарата иғтибарлы етәксе ине ул. Ҡатыны Яугилде-Самыш ауылынан, Шәкирә исемле апай ине.
Улар бер ҡыҙ менән бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.Ҡыҙҙары Зилә район мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләне. Хәҙер Красноусолда йәшәй, пенсионер. Зиннәт ағай Миңлеғолов һуғыштан аҙаҡ Красноусол быяла заводында автопарк начальнигы булып эшләне.
Үзбәйҙәк ауылы Ташлы ауылынан көньяҡта, 6 км алыҫлыҡта Үзбәйҙәк (Көгөш) йылғаһы бу-йында, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ине. Хәҙер ул ауыл юҡ. Урынында сәсеп үҫтергән ҡарағай урманы үҫә. Урман менән ҡапланған тау битләүе эргәһенән көмөш һыулы йылға аға. Ауылға барып кергәс тә тау битләп һуҙылған сәскәле йәшел ялан тәбиғәттең матур бер биҙәге ине. Ауыл менән бергә был биҙәктәр ҙә юҡҡа сыҡты.
Ауылдың көнбайышында ла ағастары ҡырҡылғас, яланғас ҡалған, ҡурай еләктәре үҫкән оҙон тау һырты. Ул әле лә ғорур баҫып, шул тауҙың үткәндәрен хәтерләтеп, һикәлтәле бер нисә таш өйөмө ҡалҡып тора.
Минең ете йылға һуҙылған бала сағым ошо ауылда – Үзбәйҙәктә үтте, шуға күрә уның тәбиғәтенең матурлығы күңелемдә иң матур хәтирәләр булып әле лә һаҡлана, иҫкә төшә.
Мин ауылды уратып алған тауҙарға ҡарап торорға ярата инем. Улар күкһел томандарға терәлеп, үҙ баһаһын белгәндәй ғорур ғына күкрәк киреп тора, үҙенә саҡырған кеүек тойола торғайны. Артыҡ бейек булмаһалар ҙа, тау барыбер тау инде, осһоҙ-ҡырыйһыҙ ялан түгел. Кеше күңеле һәр саҡ бейек тауҙарға, тауҙар эргәһенән ярһып, ашҡынып аҡҡан саф һыулы йылғаларға тартыла.
Мин дә тауҙарҙы яраттым, матурлыҡҡа ынтылып үҫтем. Дүртенсе синыфтан башлап туғыҙынсыға тиклем Үзбәйҙәктән Сәйетбабаға йөрөп уҡыным. Алдымда ҡәҙерле ҡомартҡы фото ята. Фотоға ҡарайым да, ундағы кешеләрҙең яҙмыштары хаҡында уйланам.
Фотола алғы рәттә һулдан беренсе булып, көлөмһөрәп, йылмайып минең атайым ята. Йәп-йәш сырайлы, ете бала атаһы тип әйтерлек тә түгел. Ул 1897 йылда тыуған. Үзбәйҙәккә күсеп бармаҫ элек һәм 1939 йыл ауылға кире ҡайтҡас, һуғышҡа киткәнсе колхозда төрлө эштәрҙә эшләне, йәй көнө ялансылыҡта, ҡышҡылыҡта фермаға йыла ташыны. 1942 йылдың 7 мартында һуғышҡа китә. 9-сы һанлы уҡсылар дивизияһының 122-се уҡсылар полкы составында һуғышта ҡатнаша.
1943 йылдың 30 авгусында тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн яу яланында ҡорбан була. Ерек ауылынан булған иптәше, яҡташы Карелияның ҡайындары араһында ҡәбер ҡаҙып ер-әсә ҡуйынына тапшыра. Ул яугир ҙа һуғыштан ныҡ имгәнеп ҡайтҡайны. Үҙе килә алмағас, беҙҙе саҡырып, Әҡсән туғаным менән миңә атайымдың нисек үлеүе тураһында, ерләп китеүе хаҡында һөйләгәйне. Әсәйебеҙ ышанманы, үҙе үлгәнсегә тиклем ҡайтыр тип өмөтләнде, көттө.
Атайым эргәһендә Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Әхмәҙулла Хисаметдин улы Ниғмәтуллин ята. Ул һуғыштан элек Үзбәйҙәк урман участкаһында шитауат (счетовод) булып эшләне. Халыҡ уны "Шитауат Әхмәҙулла” тип йөрөтә ине. Һуғыштан аҙаҡ Үзбәйҙәктә начальник булып эшләне. Үзбәйҙәктә эш бөткәс Ташлы ауылында йәшәп, 102 йәшендә үлде. Баҡсаһында әллә нисә сорт алмағастар үҫтерҙе, бал ҡорттары тәрбиәләне. Яҙ көнө алмалары сәскә атҡан саҡта, хуш еҫ бөркөп, ап-аҡ булып ултыра ине. Әхмәҙулла бабай изгелексән, кешелекле кеше булып хәтеремдә һаҡлана. Йөҙ йәшендә сағында ла күҙлекһеҙ гәзит, дини китаптар уҡып ултырыуы әле лә күҙ алдымда. Улдары Мәхәмәт менән Миҙхәт тә юҡ. Мәхәмәттең "ҡарун” тигән ялған исемен Ташлы ауылы халҡы әле лә онотмай, лаҡап булып йөрөй.
Алғы рәттә өсөнсө булып Ҡауарҙы ауылы Хатмулла ағай Абдуллин фотоға төшкән, атаһының исеме - Әһелулла. Хатмулла Абдуллиндың әсәһе Ҡафия инәй олатайым Шәрифрахман Рахманғоловтың апаһы Ғәйшә инәйҙең ҡыҙы. Кафия инәйҙе Ҡауарҙы ауылына Әһелуллаға кейәүгә бирәләр. Ул беренсе Герман һуғышында үлә. Ул үлгәс, Ҡафия инәй Имәнлек ауылы Бәхтегәрәй Суфияновҡа тормошҡа сыға. Әһелулланан тыуған улын Хатмулла Абдуллинды олатаһы Ҡафия инәйгә бирмәй, эшсе көсө итеп һәм ер пайы алыу өсөн үҙендә алып ҡала. Ул 1913 йылғы, атаһы һуғышҡа киткәндә 1 йәш була. Хатмулла Абдуллин һуғыштан элек Үзбәйҙәктә эшләне. Һуғышҡа 1941 йылдың 29 июнендә китә, һуғышта ауыр яраланып, 1941 йылдың 8 авгусында госпиталдә үлә. Ленинград өлкәһенең Ладва ауылында ерләнгән. Ул һуғышҡа китмәҫ элек Үзбәйҙәктә Ҡолҡан ауылы Нәғимә еңгәгә өйләнгәйне, 3-4 йәшлек кенә малай булып ҡалған Рәфит Хатмулла улы Абдуллин Сәйетбаба ауылында йәшәне. Уның үлеүенә лә өс йыл булды.
Алдағы рәттә дүртенсе - Шаймарҙан Ширияздан улы Зәйнуллин, 1903 йылғы, һуғышҡа 1942 йыл китә, 1944 йыл хәбәрһеҙ юғалды тигән "ҡара ҡағыҙ"ы килә. Бишенсе булып ятҡан кеше  Ғабсаттар бабай, ул Ҡаранйылға ауылынан. Уның тураһында башҡа бер нимә лә белмәйем.
Уң яҡтан иң ситтә - 1909 йылда Ҡолҡан ауылында тыуған Сабир Зәкир улы Сәйфиев. Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың башҡорт атлы дивизияһы составында һуғышта ҡатнаша. Һуғыштан яраланып ҡайтҡас, Красноусол
леспромхозында эшләй, үлгәс Красноусол зыяратында ерләнә.
Икенсе рәттә һулдан өсөнсө булып ултырған кеше Әхмәҙей ағай Зөлҡәрнәйев Ҡолҡан
ауылынан. Үзбәйҙәккә тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ҡатыны Хәйриямал еңгә менән бабаһы Дәүләтша бабай Зөлҡәрнәйев ғаиләһе менән бергәләп үҙҙәре һалған ҙур, иркен йортта, йылға яры буйындағы сиҙәмлектә йәшәнеләр, мал аҫранылар, баҡсаларында һуған, ҡыяр, картуф үҫтерҙеләр. Башҡа бер  кем  дә картуф сәсмәй, йәшелсә, исмаһам, һуған да үҫтермәй ине. Әхмәҙей Әхмәтша улы Зөлҡәрнәйев һуғышҡа иң тәүгеләрҙән булып китә, өс йәшлек ҡыҙы Зәйтүнә менән Хәйриямал еңгә йәш кенә көйөнсә тол ҡатын булып ҡала.
Әхмәҙей ағай Красноусол леспромхозының иң алдынғы урмансыһы ине, стахановсы, ВДНХ-ның көмөш миҙалын алыуға өлгәшкән. Стахановсыларҙың Бөтә Союз съезында делегат булып ҡатнашҡан.
Әхмәҙей ағай һуғыштан ҡайта алманы, Тыуған илебеҙ азатлығы, хәҙерге матур тормош, киләсәк быуындың бәхете өсөн яу яланында ятып ҡалды. Ҡайҙа, ҡасан үлеүе билдәһеҙ.
Әхмәҙей ағай эргәһендә ултырған кеше Һәҙиәт Хисмәт улы Ғарифуллин. Ул 1908 йылда Ҡолҡан ауылында тыуған. Һуғышҡа 1941 йылдың 5 июлендә китә. Польшаны һәм Көнсығыш Европаның башҡа илдәрен фашистар ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинға тиклем барып етә. "Варшаваны азат иткән өсөн”, "Праганы азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградлана. Һуғыштан 1945 йылда ҡайта. Ҡатыны Маһира Ҡауарҙы ауылынан. Улар 9 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғыштан элек Әхмәҙей Зөлҡәрнәйев ағай менән икеһе бер пар булып эшләнеләр, ҡул бысҡыһы менән көнөнә 23-25 м3  әрҙәнә ҡырҡтылар. Һәҙиәт ағай ҙа ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Үзбәйҙәк бөткәс, Ташлы ауылында йәшәне, үлгәс, 1986 йылда Ташлы ауылы зыяратында ерләнә.
Бишенсе булып ултырғаны Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән Сабирйән Ниғмәтуллин. Тыуған илебеҙҙең азатлығын яҡлап, һуғышта ауыр яраланып, бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡайны. Ҡатыны Сәйетбаба ауылынан, Мәхәмәҙиә Әхмәтов менән Хәбибъямал Мәүлетҡолованан тыуған Нәсимә апай ине. Һуңғы йылдарҙа Быяла урман участкаһында йәшәнеләр.
Сабирйән Ниғмәтуллин эргәһендә Сабит Шәйәхмәтов ултыра, ул Ташбүкән ауылынан, ҡатыны Зәйнәп исемле ине. Сабит ағайҙың алдында ҡыҙы Маһира ултыра. Ул ҡыҙ үҫеп еткәс, Ҡолҡан
ауылы Ибраһим Ғәзизовҡа тормошҡа сыҡты. Фани донъянан китеүенә 7-8 йыл була.
Урта рәттә етенсе булып Ҡолҡан ауылында тыуып үҫкән Насретдин ағай ултыра. Ул Үзбәйҙәктә бысҡы үткерләүсе (пилоправ) булып эшләне.
Уң яҡ ситтә ултырған ағай Уҫман ауылы Бәҙеғотдин ағай, фамилияһын онотҡанмын, ҡатыны Хәтиә еңгә артҡы рәттә уңдан беренсе булып баҫып тора.
Дүртенсе булып Сәйетбаба
ауылынан Абдрахман Хөснитдин улы Хөсәйенов баҫып тора. Ҡатыны Ҡаранйылға ауылынан Хөсниямал ине. Һуғыштан бик ныҡ ғәрипләнеп ҡайтты, бер нисә йыл йөрөй алманы. Аҙаҡтан ҡултыҡ таяғы менән йөрөнө. Үзбәйҙәк бөткәс, Мәндем ауылында, һуңынан Красноусолда йәшәне һәм вафат булды. Улы Исҡаҡ Белорет металлургия заводында эшләне, эшендә бәләгә осрап фажиғәле рәүештә үлде. Ҡыҙы Нәсимәнең тормошон белмәйем. Хөсниямал әбей яңғыҙ ҡалғас, хыялланып, автовокзал тирәһендә Исҡағымды көтәм тип йөрөгәнен генә беләм.
Әхмәҙей ағай менән Һәҙиәт ағайҙың артындағы кеше Әйүп Мәхәмәтша улы Дәүләтшин, Ҡаранйылғанан. 1907 йылда тыуған. 1941 йылдың авгусында яу яланында илебеҙ азатлығы өсөн ҡорбан булған. Иң артта ялан баш төшкән рус ҡатыны медицина фельдшеры Маруся. Унан уң яҡта Әхмәт ҡатай баҫып тора. Белорет районының әллә Баҡый, әллә Һаралы ауылынан ине, ул яҡтың кешеләрен ни өсөндөр "ҡатай” тип йөрөтәләр ине.
Уҙған йыл илебеҙ халҡы һәм прогрессив кешелек донъяһы, тыныслыҡ яҡлы бөтә донъя халыҡтары менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне.Бөйөк Ватан һуғышына илебеҙ ҙур юғалтыуҙарға, ауырлыҡтарға дусар ителде. Немец фашистары баҫып алған ерҙәребеҙҙе азат итеү өсөн яу яландарында миллионлаған совет халҡы ҡорбан булды, һуғышта ғәрипләнеп, һаулыҡтарын юғалтып ҡайтты.
Беҙҙең райондан 13584 кеше һуғышта ҡатнаша, уларҙың 5727-һе Ватаныбыҙҙың азатлығын яҡлап һуғышта үлә, 3603 яугир хәбәрһеҙ юғала.
Фашистарҙы үҙ өңөнә алып барып ҡыйратып, Еңеүгә өлгәшеү юлы ауыр һәм оҙайлы булды. Илебеҙ халыҡтарының дуҫлығы, патриотизм, фронт менән тылдың берҙәмлеге Еңеү яуларға ярҙам итте. Еңеүгә совет халҡын Коммунистар партияһы рухландырҙы һәм етәкселек итте. Юғалтыуҙарҙы ауыр кисерһәк тә, рухыбыҙҙы, Еңеүгә ышанысыбыҙҙы һаҡлай алдыҡ.
Ирҙәренең, улдарының, аталарының һәм яҡын туғандарының үлеүе тураһында "ҡара ҡағыҙ” алмаған ғаиләләр булманы тиерлек. Ҡара йылан шикелле тупһа аша шыуышып, ҡара ҡайғының өсәр-дүртәр тапҡыр ингәндәре лә булды, әсәләрҙең, балаларҙың күҙ йәштәрен ағыҙҙы.
Фотолағы кешеләрҙең дә күбеһе киләсәк быуындың матур тормошо өсөн һуғышта ҡорбан булғандар. Ҡайтҡандары ла йыл һайын әҙләп, ҡартайып үлеп бөтөп бара. Уларға оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйек.
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.