Һаулыҡ нигеҙе – тәртиптә
25 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Балаларҙың   көтмәгәндә  йәрәхәтләнеүе, йәғни балалар травматизмы хаҡында гәзит-журналдар йыш яҙа, телевидение һәм радио тапшырыуҙары ла ойошторола, ләкин, үкенескә ҡаршы, фәһем алыусылар ғына һирәк. Йәрәхәтләнеүҙәр, хатта йәш ғүмерҙәрҙең өҙөлөүе кәмемәй. Шуны әйтеү ҙә етә: производствоға ҡағылышы булмаған бөтә травмаларҙың 25-30 проценты 14 йәшкә тик-лемге балалар өлөшөнә тура килә.
Бындай күрһәткестәр ҙур ҡала шарттарында айырыуса юғары. Балалар йәрәхәтләнеүенең төп сығанаҡтары:
- донъяға килгән ваҡытында,
- тормош-көнкүреш шарттарында,
- урамда,
- транспорт тирәһендә,
- мәктәптә,
- спорт залында,
- бүтән шарттарҙа.    
Иң күп травматизм тормош-көнкүрештә осрай: 70-80 процент. Икенсе төрлө әйткәндә, күңелһеҙлектәр фатирҙа, коридорҙа, йорт алдындағы майҙансыҡтарҙа килеп сыға.
Тормош-көнкүреш травмаһына балалар баҡсаһына йөрөгән, йә мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар йышыраҡ дусар була. Уҡый башлағас, йәрәхәтләнеүҙәр кәмей төшә.
Имсәк балаларҙың 30-33 проценты самаһы тән бешеүҙән, ә 20 проценты аяҡ-ҡул һыныуҙан яфа сигә. Әлбиттә, былар балаға ҡарата тейешле иғтибар етмәүҙән, кәрәгенсә күҙ-ҡолаҡ була белмәүҙән килә. Бейектән йығылып төшөү, шырпы, дарыу, һәр төрлө таблеткаларҙың сабый ҡулы етерлек урында ятыуы - бына нимәләр һағалай бала кешене...
Һәр кемгә мәғлүм: 2-3 йәшлек сабый һаҡланыуҙың нимә икәнен белеп тә еткермәй, ул бер нәмәнән дә «ҡурҡмай». Күп кенә сабыйҙар йүргәктә көйөнсә өҫтәлдән йә дивандан иҙәнгә йығылып төшә. Был - өлкәндәр яғынан ғәмһеҙлек, һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү һөҙөмтәһе, сөнки сабыйҙы бер минутҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Бала, атлай башлағас, һыуы ҡайнап ултырған эҫе сәйнүккә, кәстрүлгә тотона, тәҙрә тупһаһына, бейек ултырғысҡа ла менеп китә. Үҙ өҫтөнә телевизор, ултырғыс ауҙарыусы бәләкәстәр ҙә осрай, хатта розеткаға тимер сәс ҡыҫтырғыс, бәйләм бәйләү энәләре «ҡуйып ҡараусы» сабыйҙар ҙа етерлек. Шуға күрә розеткаларҙы махсус ҡаплағыстар менән ябыу бик тә урынлы буласаҡ. Бармаҡтарын ишеккә ҡыҫҡан, йә ит турағысҡа тыҡҡан «батыр»ҙар ҙа юҡ түгел. Шул сәбәпле бәғзе сабыйҙар бармаҡһыҙ тороп ҡала. Балкон, тәҙрә ишектәрен ваҡытында асып-ябып өйрәнегеҙ, ғәҙәтләнегеҙ.
Йорт алдында ла ҡаршылыҡтар етерлек: ҙур тимер бәүелсәктең аҫтына инеп тороп өлкән балалар уйнағанда ауыр баш, ҡул йәрәхәттәре алыу, йә бәүелсәктең хәрәкәтләнеп  тороусы  өлөштәренә бармаҡ ҡуйып ҡарау - хәүеф-хәтәр аҙым һайын. Ултырғыстан, карауаттан йығылып төшөү ҙә сабый өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра.
Бейектән арҡа менән йығылыу умыртҡа һөйәгенең зарарланыуына килтерергә мөмкин, баш мейеһенең һелкенеүе лә ихтимал. Был осраҡта мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк.
Мәктәп йәшенә еткән балаға урам хәүефе лә өҫтәлә: велосипедтан, турниктан, ҡойманан, ағас башынан, гараж өҫтөнән йығылыуҙар күп. Ауыл ерҙәрендә аттан йығылып имгәнеүселәр ҙә бар. Сәңгелдәктән осоп төшкәндәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Роликлы конькиҙарҙа оҫта йөрөү өсөн әҙерлек кәрәк. Әммә ҡайһы бер балалар коньки һатып алғас та асфальт юлға йүгереп сыға һәм йығылып йәрәхәтләнә. Ҡыш көнө иһә боҙ тауҙан
шыуыу ҙа хәүефле, сөнки күп осраҡта ата-әсәләр эргәлә булмай. Урамда алған травмаларҙың 90 проценты ата-әсәләр юҡ саҡта килеп сыға.
Ә инде мәктәп травма-тизмының 80 проценты тәнәфес ваҡытына тура килә. Был - тәртип һаҡламауҙан, тәнәфес мәлендәге хәрәкәтте күҙәтмәүҙән.
Спорт травматизмы физкультура дәрестәре, һәр төрлө ярыштар, күнекмә үткәреүҙәргә ҡағыла. Күп балалар тренер йәки уҡытыусы күрһәтмәләрен үтәмәү арҡаһында йәрәхәтләнә.
Иң ауыр һәм ҡатмарлы травмалар транспортта, урам, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү-белмәүгә бәйләнгән. Юлда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү, светофорға иғтибар итмәү ғәриплеккә, хатта үлемгә килтерә. Тимәк, ниндәй йәштә булһаң да, һин үҙеңде һаҡларға, ҡайғыртырға тейешһең.
Йәй көнө велосипедҡа ултырып ҙур ҡала урамына сығыу үтә лә хәүефле. Махсус өйрәнмәйенсә мопед йә мотоцикл йөрөтөү ауыр машиналар аҫтына тура юл тигән һүҙ.
Балалар травматизмын алдан иҫкәртеп була.Тәүҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү, бәләкәстәрҙе ҡарап йөрөтөү талап ителә. Һаулыҡ нигеҙе - тәртиптә. Иң мөһиме шул: травматизмды алдан иҫкәртеү мотлаҡ, сөнки был - социаль проблема, ә медицина тик ярҙамға ғына әҙер.
Альфира ХӘБИӘХМӘТОВА,
"Миләшкәй”
балалар баҡсаһы
тәрбиәсеһе.