Балалар яҙмышы борсоуға һала
29 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Район хакимиәте эргәһендә төҙөлгән махсус комиссия тарафынан Профилактика көнө 8 февралдә Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Йөҙимән мәктәбендә үтте. Унда Йөҙимән, Имәнлек, Уҫман ауылдарынан имен булмағандар иҫәбендә торған ғаиләләр саҡырылды. Күсмә ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов алып барҙы. Уның эшендә комиссия ағзалары Елена Жукова, Андрей Балабонов, Асия Рафиҡова, Рәзилә Хоҙайбирҙина, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Латипов, биләмә хакимиәте белгесе Илназ Заһиҙуллин, Йөҙимән мәктәбе директоры Таңсулпан Рәхмәтуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Ултырышта ҡатнашыусылар 8 эште ҡараны. Комиссия алдына тәүгеләрҙән булып саҡырылған Йөҙимән ауылынан 6 бала әсәһен тәүбәгә килеп, яҡшы яҡҡа үҙгәргәнлектән, имен булмағандар иҫәбенән төшөрөргә ҡарар ителде.
Ултырышҡа Уҫман ауылынан 4 әсә килгәйне. Уларҙың 1977 йылғыһы ике улды (1998, 2003 йылғы) яңғыҙы тәрбиәләй. Эскелек менән мауыҡҡаны өсөн исемлеккә эләккән. Был насар ғәҙәттән арынырға көс тапмаған ҡатынға үҙәк район поликлиникаһының наркология кабинетына саҡырыу бирелде.
Ҡатындарҙың 49 йәшлеген комиссия ағзалары тәүгеһенән күрмәй. Уның 5 улының береһе мәрхүм булған. Ире – инвалид. Йөҙимән мәктәбендә 6-сы класта уҡыған улын класс етәксеһе эшһөйөүсән, ярҙамсыл тип билдәләп үтте, әммә малайға уҡыу ауыр бирелә, өйгә эштәрен дә даими эшләп килмәүе әйтелде. 4-се класта уҡыған балаға ла өйҙә контроль кәрәк. Ул былтыр ҡиммәтле автомашинаға зыян килтереп, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға иҫәпкә ҡуйылған булған. Улдарының иң кесеһенә 5 йәш. Иҫке генә өйҙә йәшәйҙәр. Балаларҙың иң өлкәне лә бер ҡайҙа ла эшләмәй, шулай уҡ эсергә әүәҫ. Ер участкаһы алғандар, Әсәлек капиталына яңы йорт төҙөргә уйлашалар. Әсәй кешене ғәмһеҙлеге өсөн ултырышта ҡатнашыусылар тәнҡит утына тотто. Ҡатын элек эскеләүен, ә көҙҙән бирле эсмәүен белгертте. Ауыл советынан ыңғай характеристика бирелгән осраҡта был ғаиләне иҫәптән алыу мөмкин булырына ишараланылар.
1975 йылғы 3 бала әсәһе лә комиссия ултырышына беренсе тапҡыр саҡырылмай. "Йәшел йылан” менән дуҫлашҡан был ҡатын балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгәне өсөн социаль йәһәттән имен булмаған ғаиләләр иҫәбенә ҡуйылған булған. Ире үлгәс, икенсе кеше менән никахтарын рәсмиләштермәй йәшәгәндәр, әле ул эшкә киткән дә, бер йылға яҡын ҡайтмаған. Бынамын итеп йәшәгән ҡатын элек ваҡытлыса мәктәптә балаларға белем биргән, хәмер ҡолона әүерелеүе уны бына ниндәй хәлгә төшөргән. 3 балаһын яңғыҙы тәрбиәләй, 9-сы класта уҡыған улы мәктәп ғорурлығы – спортсы. Башҡа балаларына ла класс етәкселәре ыңғай ҡылыҡһырлама бирҙе. Ҡатын үҙе бер нисә ай бөтөнләй эсмәүен белдерҙе. Комиссия ағзалары уға балаларының киләсәге хаҡына хәмерҙе бөтөнләй ауыҙына алмаҫҡа, мәсеткә йөрөргә кәңәш бирҙе. Наркология кабинетына, психологҡа барырға ҡушылды.
1971 йылғы ҡатын былтыр эскелектән дауаланып, тәүбәгә килеп, һәйбәт кенә йәшәп алып киткән, әсәйлек бурысын тейешенсә үтәй башлаған. 5 бала әсәһенә (1999, 2009, 2011 йылғылар, икәүһе бәлиғ булғандар) лайыҡлы йәшәү рәүеше алып барған  осраҡта "Әсәлек даны” миҙалы алырға өмөт итә алыуын билдәләп үттеләр. Йыл буйына үҙен ҡулға алып, айыҡ тормош алып барғанда һәм ауыл биләмәһенән ыңғай характеристика булғанда имен булмағандар иҫәбенән төшөрөү мөмкинлеге хаҡында әйтте ултырышта ҡатнашыусылар.
Имәнлек ауылынан былтыр үҙ теләге менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында эскелектән дауаланып, бер аҙ айыҡ тормош алып барған, әммә ҡабаттан хәмер йотҡан 1966 йылғы ҡатындың ҡылығын бер ни менән дә аңлатып булмай. Һирәкләп булһа ла эскеләп алған был әсә комиссия ултырышының даими "ҡунағы”. Ире мәрхүм булған, яңғыҙы ике бала тәрбиәләй (улы – 6-сы, ҡыҙы 1-се класта уҡый). 2 балаһы ғаиләле, өләсәй ҙә булған. Бар эшкә лә уңған ҡатын ҙур хужалыҡ тота, күпләп мал-тыуар аҫрай. Балалары мәктәпкә һәр ваҡыт бөхтә йөрөйҙәр, тәртиплеләр, хатта дәрестәренә барып ултырып, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынып тороуын да ыңғай яҡтан билдәләп үтте мәктәп хакимиәте. Ауыл биләмәһе яғынан да ыңғай характеристика бирелде, тик "төшөрөргә” әүәҫлеге бөтөн ыңғай сифаттарҙы юҡҡа сығара ла инде. Үҙен ҡулда тоторҙай, эскелек һаҙлығына ныҡлы батмаҫ элек был ҡатын-әсәгә балалары хаҡына бөтөнләй эскелектән арыныу өсөн дауаланырға наркология кабинетына килергә ҡушылды.
Ошо уҡ ауылдан 1985 йылғы ҡатын өйҙәше менән 3 бала тәрбиәләй. Тәүге ире менән айырылышҡан, унда ике балаһы ҡалған. Үҙе лә, өйҙәше лә бер ҡайҙа ла эшләмәй, эскелек менән мауыға. Әсәлек капиталына бәләкәй генә өй һатып алып, шунда йәшәйҙәр. Эшһеҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, мал да аҫрамай көн итәләр, ҡыҫҡаһы, ялҡауҙар, тигән ҡылыҡһырлама бирҙе ауыл хакимиәте башлығы. Балаларының иң өлкәне 5-се класта уҡый, мәктәпкә бөхтә йөрөүе, яҡшы уҡыуы хаҡында әйтеп китте класс етәксеһе, әммә әсәһе яғынан ҡыҙҙың уҡыуына контроль булмауына зарланды. 2011, 2012 йылғы сабыйҙары балалар баҡсаһына йөрөмәй, сөнки береһенең сәләмәтлек торошонда тайпылыш асыҡланған. Ире менән бергә наркология кабинетына килергә йүнәлтмә бирелде.
Йөҙимән ауылына Еҙем-Ҡарандан күсеп килгән (Әсәлек капиталына йорт һатып алғандар) ирле-ҡатынлы икеһе лә эскелек һаҙлығына батып барған ерҙәренән ихтыяр көсө унан йолоп ҡалған. Ултырышҡа ҡатын үҙе генә килгән. Бәлиғ булмаған 3 балалары бар, ире 3-сө төркөм инвалиды, инвалидлыҡ буйынса пенсия ала, ә ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәй. Өйҙә тороуҙарына ҡарамаҫтан, мал да аҫрамай йәшәүҙәренә аптырашта ҡалды комиссия ағзалары. Ҡатын үҙе эсеүенән туҡтаған, тормош-көнкүреш шарттары һәйбәт, балалары ҡараулы, яҡшы уҡыйҙар. Тик ире генә ваҡыты-ваҡыты менән төшөргөләүе, әммә эскелектән дауаланырға барыуҙан ҡырҡа баш тартыуы хаҡында әйтте ҡатын. Ире лә бөтөнләй эсмәгән осраҡта уларҙы "ҡара исемлек”тән һыҙып ташлаясаҡтары тураһында әйтелде.
Комиссия ултырышында ҡатнашыусылар бына шулай имен булмағандар исемлегендәге ғаиләләрҙең көнитмешен,  атай-әсәйҙәрҙең насар ҡылығын да, һәйбәт яҡҡа үҙгәреште лә уртаға һалып һөйләште, урынлы кәңәштәрен бирҙе. Балалары хаҡына тәүбәгә килеп, эскелектән арынырға үҙендә ихтыяр көсө тапҡандарға "Маладис!” тип тә күңелдәрен үҫтерҙеләр. Комиссия алдында яуап тотҡандан һуң, исмаһам, әсәйҙәрҙең береһе генә булһа ла "йәшел йылан” ҡотҡоһонан арынып, донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарай, балаларына иғтибар бирә башларына ҙур ышаныс менән таралышты ултырышта ҡатнашыусылар.
И.ӘЛИБАЕВА.