Йәшәү йәме, тормош ғәме һиндә, ҡатын-ҡыҙ!
09 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Күп йыллыҡ данлы үткәне булған был ойошманы
профсоюздар эшмәкәрлегенә тиңләп булыр ине.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советының иң тәүге етәкселәренең береһе – Красноусолдың 1-се мәктәбе директор урынбаҫары Миңнира Кәшфулла ҡыҙы Аҡбашева булды. Ул йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы район етәкселеге менән берлектә биш йыллыҡтар планын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты. Йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ялҡынлы агитатор ҙа, мәҙәни ял ваҡыттарын оҫта ойоштороусы ла, эш урындарында алдынғы хеҙмәткәр ҙә ине. Ҡыйыу, сая ҡатындар араһында сөгөлдөрсөләр бригадалары етәкселәре, уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре күпселекте тәшкил итте.
Тынғыһыҙ 1990 йылдарҙа район ҡатын-ҡыҙҙар советының алыштырғыһыҙ етәксеһе булып район Советы секретары Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы Әбделмәнова эшләне. Был осорҙа барлыҡ ижтимағи-сәйәси саралар, иҫтәлекле даталарға арналған байрамдар ҡатын-ҡыҙҙар советтары ҡатнашлығында уҙғарылды. Төп иғтибар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран апайҙарҙың һәм тол ҡатындарҙың көнкүрешен яҡшыртыуға, йәштәр араһында тәрбиә эштәре алып барыуға бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт һәм йәмғиәт эштәре менән идара итеүгә әүҙем йәлеп ителде.
10 йылдан артыҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советын Фәнүзә Исмәғзәм ҡыҙы Сәлихова етәкләне. Был осорҙа ла улар бар сараларҙың уртаһында булып, йәмәғәт тормошонда ҡайнап эшләне.
2003 йылда был вазифаға ЗАГС бүлеге етәксеһе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова һайланды. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының инициативаһы менән "Иң өлгөлө ғаилә”, "Иң яҡшы атай” тигән район конкурстары уҙғарылды.
15 майҙа - Ғаилә көнөн, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнөн үткәреү матур йолаға әүерелде. Был йылдарҙа районда мәҙәни сараларға, ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға иғтибар ҙур булды.
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар советтары ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса ҙур эш алып бара. Шуға күрә был ойошмаға әүҙем тормош позициялы, башҡаларға өлгө булырҙай кешеләр йәлеп ителә.
"Беҙ бөйөк эштәр башҡармайбыҙ, ләкин бәләкәй генә эшебеҙҙе лә оло һөйөү менән үтәйбеҙ!”, - тигән бит Тереза - Әсә. Донъя тарихындағы иң бөйөк ҡатындарҙың береһе әйткән был һүҙҙәр район ҡатын-ҡыҙҙар советының эшенә тап килә. Районыбыҙҙа был ойошманың үҫешенә ҙур өлөш индергән, төрлө йылдарҙа ең һыҙғанып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең тормошоғоҙҙа именлек һәм изгелек менән тулы сыуаҡ ҡояшлы көндәр күберәк булһын. Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
Гөлнур Сәфәрғолова,
район ҡатын-ҡыҙҙар
советы рәйесе.