Оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда
28 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Уҡыу йылы тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн әле ҡыҙыу осор -  Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү мәле. Уларҙың күпселеге буласаҡ һөнәрҙәрен һайлаған да инде. Был турала уҡыусылар бына нимәләр һөйләне.
Нурия ЛАТИПОВА, КБГИ-ның 11 "А” класы уҡыусыһы. Мәктәп, ра-йон, респуб-лика, Рәсәй кимәлендәге олимпиада, фәнни-тикшеренеү эштәре конкурс-тарында әүҙем ҡатнашып ҙур уңыштарға өлгәшкән тырыш ҡыҙ, сәнғәт мәктәбенең скрипка класын тамамлаған, матур йырлай ҙа. Уҙған уҡыу йылында инглиз телендәге йыр фестивалендә районда 1-се урынға лайыҡ булған.
- Бөгөн һәр бер сығарылыш класс уҡыусыһы алдында торған һөнәр һайлауға мин дә ентекле әҙерләндем. Киләсәктә журналист булырға теләр инем. Был һөнәрҙең оҡшаған яҡтары – ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс күп нәмәләр белеү, күренекле шәхестәр менән осрашыу, билдәле музыканттарҙың концерттарында, фильм премьераларында һ.б. булыу мөмкинлеге. Журналист – ул тиҙ аралашыусан, үҙ маҡсатына ирешеүсән булырға те-
йеш. Бәхеткә күрә, миндә был сифаттар бар. Ошо һөнәрҙе һайлаһам, үҙемде тулыһынса аса алырмын тип уйлайым. Берҙәм дәүләт имтихандарын һәйбәт тапшырып, Башҡорт дәүләт  университетына уҡырға инергә ниәтем.
Айҙар ХӘСӘНОВ, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11 "А” класы уҡыусыһы. Еҙем-Ҡаран ауылында тыуып үҫкән, 5-се кластан гимназияла белем ала. Уҡыу алдынғыһы, тик "5” билдәләренә генә өлгәшә. Төрлө предмет олимпиадаларында призлы урындар яулаған. "Йәш тикшеренеүсе” республика слет-лагерында ҡатнашып, "Башҡортостан милли паркы” темаһы буйынса фәнни проект эше өсөн 1-се урынды ала. Быйыл ғүмер хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән район олимпиадаһында еңеүсе булған.
- Ата-әсәйем икеһе лә бар ғүмерҙәрен кеше һаулығы һағында тороуға бағышлағанғалыр, бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Төплө белем, ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙе үҙләштереп кешеләргә ярҙам итеү, дауалау өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә маҡсат ҡуйғанмын.
Әлиә РӘШИТОВА, КБГИ-ның 11 "А” класында уҡый. Имәндәш ауылы ҡыҙы. Гимназияға 5-се  класҡа килгән. Бар фәндәрҙән дә "5”-легә уҡыған уңған ҡыҙ һүрәт төшөрөргә лә һәләтле. Уҙған уҡыу йылында Өфөлә үткән "Вәлидов уҡыуҙары” республика бәйгеһендә һүрәт буйынса I дәрәжәле Дипломға лайыҡ була. Район олимпиадаларында йыл да призлы урындар яулай.
- Беҙ ғаиләлә 5 бала үҫтек. Бала саҡта гел генә табип булып уйнай торғайныҡ. Иң кешелекле, иң шәфҡәтле һөнәр булғанғамы, табип һөнәрен һайланым. Кескәйҙәрҙе бик яратам, шуға күрә балалар табибы булырға хыялланам. Ата-әсәйем дә мине юғары белемле табип итеп күргеләре килә. Имтихандарҙа юғары балдар йыйып, БДМУ-ның педиатрия факультетына уҡырға инергә теләйем. Үҙ һөнәремдең бар нескәлектәренә өйрәнеп, ҡулыма диплом алғас, тыуған районыма эшкә ҡайтырмын тип уйлайым.
Солтан ШӘЙБӘКОВ, КБГИ-ның 11 "Б” класы уҡыусыһы. Уҡыу алдынғыһы. Математика, физика, черчение фәндәре буйынса мәктәп, район олимпиадаларында күп тапҡырҙар еңеү яулаған. Биологиянан фәнни-тикшеренеү эше менән Мәскәүҙә уҙған конкурста I дәрәжә Диплом алыуға өлгәшкән. Булдыҡлы, тырыш егет буш ваҡыттарында спорт, музыка менән дә шөғөлләнергә өлгөрә, гимназияның КВН командаһының әүҙем уйынсыһы ла булған.
- Һөнәр һайлағанда икеләнеп торманым. Хәҙерге көндә илебеҙ, республикабыҙ сәнәғәтенә бик кәрәкле булған техник һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирҙем. Сығарылыш имтихандарын яҡшы ғына тапшырып, документтарымды Өфө дәүләт нефть техник университетының бер нисә факультетына алып барырға уйлайым.
Светлана ФЕДОРОВА, Красноусолдағы 3-сө мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы. 1-се кластан алып тик "5” билдәләренә генә уҡый. Бар фәндәрҙән дә төплө белемле ҡыҙ район, респуб-лика олимпиадаларында призлы урындар яулай. Быйыл рус әҙәбиәтенән республика олимпиадаһында призер булған. Ижадҡа һәләтле, бар эшкә лә булдыҡлы ҡыҙҙы иптәштәре лә, уҡытыусылар ҙа ихтирам итә.
- Һөнәр һайлауға бик етди ҡарайым. Күп һөнәрҙәр араһынан күңелеңә иң яҡынын, ғүмереңде шуға бағышлай алырҙайын ғына һайларға кәрәк бит. Мин үҙемде журналистикала һынап ҡарарға теләр инем. Кешеләр менән аралашырға, төрлө проект-тар өҫтөндә эшләргә, ижади фекерләргә яратыуым ошо һөнәрҙе һайлауға этәргес булғандыр. Яңылыҡтарҙың, хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап, яңы кешеләр, яңы ҡалалар, илдәр менән танышыу - минең хыялым. Һайлаған уҡыу йортом – Башҡорт дәүләт университеты. Башҡорт филологияһы факультетының журналистика бүлеген тамамлап, юғары белемгә эйә булғас, тыуған яғыма ҡайтып, яҡташтарыма, үҙ халҡыма хеҙмәт итергә теләйем.
Шулай итеп, сығарылыш класс уҡыусылары күңелдәренә оҡшаған буласаҡ һөнәрҙәрен һайлап, алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, уға ирешеү өсөн бар белемдәрен, һәләттәрен камиллаштырыуға күп көс һалалар. Уларға яҡты уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын, районыбыҙ, республикабыҙ өсөн кәрәкле һөнәр эйәләре булыуҙарын теләргә генә ҡала.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.