“Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә!”
30 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

-Беҙҙең районда ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса ойоштороу планы төҙөлдө. Был мөһим сараны үткәреү өсөн район биләмәһе бер нисә ауыл хакимиәтен берләштергән 5 инструктор участкаһына бүленде. Һәр участкала 1 инструктор һәм 6 иҫәп алыусы (Красноусолда - 7-әү) эшләйәсәк. Дөйөм 39 иҫәп алыусы һәм 5 инструкторҙан торған төркөм төҙөлдө. Бер иҫәп алыусыға  460  шәхси хужалыҡ тура килә. Иҫәп алыусының махсус таныҡлығы, логотиплы баш һәм еңһеҙ өҫ кейеме буласаҡ. Һәр ваҡыттағыса, иҫәп алыусы өйҙән-өйгә йөрөп анкета һорауҙарына яуапты хужаларҙың һүҙенән яҙып ала. Һорауҙар араһында ер ресурстары (ауыл хужалығы продукцияһы етештереү алып барылған дөйөм ер майҙаны), мал-тыуар һаны, ауыл хужалығы продукцияһын аҡсаға әйләндереү, техник саралар һәм башҡалар бар.
Ауыл хужалығы кампанияһында иҫәп алыу-
сылар шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың янында булып, анкеталар тултырасаҡ.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында иҫәп алыусы теркәгән мәғлүмәттәр йәшерен, бер ҡайҙа ла таратылмай, шул уҡ ваҡытта Һалым органдарына ла ебәрелмәй (күптәр ҡурҡып, мәғлүмәтте бирмәҫкә лә мөмкин – авт.). Был  сараның бары тик илдәге ауыл хужалығы тармағының әлеге торошо һәм  артабанғы үҫеш планын күҙаллау өсөн уҙғарылыуын аңларға кәрәк.
Иҫәп алыусылар өсөн 19 июндән уҡыуҙар ойоштороласаҡ. Һәм улар үҙҙәренә тәғәйенләнгән участкаларҙағы адрестар исемлегенә асыҡлыҡ индереп өй беренсә йөрөп сығасаҡтар, йәғни махсус өйрәнеү үтәсәктәр.
Иҫәп алыусы итеп ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараһын уҙғарыу буйынса комиссия тарафынан яуап-лы, ауылды һәм кешеләрен яҡшы белгән, буш ваҡыты етерлек, унда ҡатнашырға теләге ҙур булған кешеләр билдәләп ҡуйылды.
Иҫәп алыусының төп бурысы – был яуаплы эшкә етди ҡарау һәм мөмкин тик-лем дөрөҫ мәғлүмәт алыу.
Индира ИШКИНА
 яҙып алды.