Алтын-көмөш - өлөшкә, сыҡмаһын тик көмөшкә
04 апреля 2016 йыл | Йәмғиәт

Көмөштөң дауалау сихәтенә эйә
булыуын борондан уҡ белгәндәр.
Әҙәбиәт ғилемендә иһә сағыштырыу-оҡшатыуҙарҙа күберәк "алтын” һүҙе ҡулланылған әйтем-мәҡәлдәр телдән төшмәй. "Алтын-көмөш яуған ерҙән – тыуған-үҫкән ер яҡшы”, "Һүҙең көмөш булһа, өндәшмәүең алтын”, тиҙәр.
Ауылыбыҙҙағы Ҡаран шишмәһе һыуын көмөштәй саф, сылтырап аға тип һоҡланалар. Шулай итеп, көмөш тик яҡшы яҡтан баһаланып, әһәмиәтен бер ҙә юғалтмай, саф көйөнсә йөрөй. "Көмөш ҡәҙерен тик көмөшсө белер” тигән әйтемде лә ишеткеләп торабыҙ.
Көмөшсө - көмөштән әйберҙәр яһап һатыусы кеше. Был ихтирамлы, һөнәрселек менән шөғөлләнеүсе хаҡында "Ир табышы менән мырҙа”, ти халыҡ. Саф табыш килтергән сауҙа эше менән йөрөгән кешегә һоҡланып ҡарайбыҙ.
Әйтергә кәрәк, ундай табышҡа хәҙер юлдар киң асылды. Умартасылыҡ менән булышҡан кешеләр йылдан-йыл күбәйә. Ҡымыҙ, буҙа яһаусы оҫталар ҙа күренә башланы.
Ә бына көмөшкә һүҙенең мәғәнәһе көмөш менән тап килмәй, киреһенсә, көнкүрештә ябай ысул менән ҡыуып алынған иҫерткес, тилерткес эсемлек икәне билдәле. Ҡайһы берәүҙәр уны табыш итеп файҙалана.
- Үҙебеҙ өсөн генә ҡайнатабыҙ, ауыр эштәр башҡарғанда хужалыҡта ярҙам итеүсегә эсерәбеҙ, көсләп тәҡдим итмәйбеҙ, зарарлы булһа, алмаһындар, - тип тә ебәрәләр.
Минеңсә, ярҙам күрһәтеүсегә әжерен аҡсалата бирһәләр, ғаиләһенә лә ярҙам булыр ине.
Ысын мәғәнәһендә, көмөшкә етештереүсе лә, уны ҡулланыусылар, күреүебеҙсә, тормоштарында мандый алмай, зыян күреп кенә торалар, йә сиргә һабышалар, йә яҡты донъя менән хушлашалар. Бер кем дә уға рәхмәтен белдермәй. Көмөшкәсегә нәфрәт менән ҡарайҙар.
Хәҙис Шәрифтәрҙә лә: "Хәрәм ғәмәлдәрҙән иң ҡурҡыныслыһы һәм уны эшләгән өсөн гонаһтың иң
ауыры, ғәфү ителмәй тор-ғаны - иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡаны”, тиелә. Уттың-һыуҙың ялы юҡ тиҙәр. Көмөшкә, эскеселек менән мауыҡҡан кешенең дә тоталҡаһы булмай. Айнып еткәнсе бик күп  боҙоҡлоҡтар эшләп өлгөрә. Теле көрмәләнә, тотлоға.
"Их, көмөшкә, көмөшкә, сыҡмаһын тик өлөшкә” тигән әйтем менән сикләнәһең…
"Өлөшөңә тейгән көмөшөң” – яҙмышыңа яҙылғаны шулдыр тигәнде аңлата. Көмөшкә өлөшкә күп тейә башлаһа, эскесегә әйләнеп китеүең ихтимал. Ауыр хәлдәргә ҡалдыра, алкоголле эсемлектәрҙе лә айырмай башлап, ағыуланыусылар осрап тора.
Тормошобоҙҙа бик матур, күркәм ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар тергеҙелде. Алтын-көмөш һауыт-һабаларҙа аш-һыу әҙерләп, хәмерһеҙ алтын-көмөш туйҙар үткәреп, дөрөҫ йәшәү рәүешен күрһәтеп, өлгөлө итеп йәшәүселәр күп булһын. Донъя йәме – көмөшләнгән айыҡ башта, алтын ҡулдарҙа.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.