Асыҡ, ғәҙел, намыҫлы
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

- Праймериз осорона районда туғыҙ ғына һайлау участкаһы буласаҡ. Ябай һайлаусы үҙенә ҡайһы участкаға барып һайларға икәнен ҡайҙан белер?
- Райондағы һайлау майҙансыҡтары һәм уларға беркетелгән округтар адресын гәзиттә баҫтырып сығарабыҙ, аңлайышлыраҡ булһын өсөн икенсерәк итеп әйтеп үтә алам. Мәҫәлән, Ҡауарҙы ауыл советында
йәшәүселәр алдан һайлауға Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортона килергә тейеш. Бурлы ауыл советы халҡы – Табын мәҙәниәт йортона, Мораҡ, Буруновка һәм Үтәк ауыл советтарында йәшәүселәр – Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортона, Имәндәш ауыл биләмәһенекеләр – Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортона, Толпар, Ташбүкән ауыл биләмәләре халҡы Ташлы ауыл мәҙәниәт йортона бара. Кешеләрҙе тауыш биреү урынына алып барыу өсөн транспорт мәсьәләһе урындарҙа хәл ителә. Автобустарҙың ҡуҙғалыу ваҡытын алдан белешеп ҡуйырға кәрәк.
Красноусол һайлаусыларына килгәндә, уҙған һайлауҙарҙа 3-сө мәктәптә, "Тирәккәй” балалар баҡсаһында, Курорт мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаларына килеп тауыш биргән кешеләр әле Чкалов урамына, Красноусол лесничествоһы бинаһындағы һайлау участкаһына килә. Элек 2-се мәктәптә һәм башҡорт гимназия-интернатында тауыш биргәндәр Район мәҙәниәт һарайына килә. Элек УПК-ла һәм "Әкиәт” балалар баҡсаһында һайлағандар Халыҡты  социаль яҡлау бүлеге бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш бирә.
- Ғөмүмән, праймериз ниңә кәрәк, был йәһәттән етәкселек нимә ти?
- Праймериз граждандарҙың аныҡ проблемаларын һәм уларҙы хәл итергә һәләтле кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк. В.В.Путин да, алдан тауыш биреү партия тормошон асығыраҡ, кешеләргә яҡыныраҡ итә, тип ҡабат-ҡабат әйтте.
"Берҙәм Рәсәй” партия эсендә алдан тауыш биреүгә аңлы рәүештә килде, быны партияға ил һәм халыҡ яҙмышы өсөн яныусы яңы вәкилдәр, ысын пат-
риоттар күберәк килһен өсөн эшләне. Һәм бындай һайлау мөмкинлеге 22 майҙа һайлау участкаларына килгән һәр беребеҙгә бирелә.
Ринат ҠӘЙҮМОВ яҙып алды.
Праймериз - 2016 йылдың сентябрендә үтәсәк "төп” һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙы партия эсендә алдан һайлау ул. Праймериздар тотош ил буйынса үтәсәк.
"Берҙәм Рәсәй” партияһының Ғафури районындағы урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Ә.М.НУРИЕВ менән әңгәмәбеҙ тап ошо сара хаҡында.
-Бындай алым, - тине Әхәт Мәүлембирҙе  улы, - кандидаттарҙың "сифатын яҡшыртыу”, шулай уҡ улар араһында перспектива мөмкинлеге юғары булғандарҙы табыу өсөн ҡулланыла.
Шуныһын билдәләге килә: "Берҙәм Рәсәй” бындай ысулды тәүләп ҡулланыусы партия булды. 2009 йылдан уҡ алдан тауыш биреү партия өсөн мотлаҡ булып тора, был норма уның уставында билдәләнгән.
- "Берҙәм Рәсәй” праймеризы беҙҙең районда нисек үтәсәк?
- Партияның быйыл февралдә үткән съезында раҫланған алдан тауыш биреү тураһында положениеға ярашлы, праймеризда "Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары ла, партияһыҙҙар ҙа (даими пропискаһы урынында) ҡатнаша ала.
Праймериз көнөндә районда йәшәүселәр үҙ һайлау участкаһына килергә һәм кемгә тауыш биреүҙе хәл итергә тейеш. Районда туғыҙ һайлау участкаһы була, шуларҙың өсәүһе – Красноусолда. Алдан һайлау 22 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә башланып киске 8-ҙә тамамлана.
Праймериз йәшерен һәм рейтинглы буласаҡ. Йәғни һәр һайлаусы исемлектәрҙең һәр ҡайһыһында бер генә кандидатҡа түгел, ә бер нисәүгә тауыш бирә ала.
- Праймеризда кемдәр ҡатнашасағы билдәлеме?
- Республикала тауыш биреү өсөн территориаль һайлау зоналары булдырылған, Ғафури районы 8-се Стәрлетамаҡ һайлау округына инә.
Федераль Йыйылыштың VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына был округтан депутатлыҡҡа кандидаттар булып бер мандатлы исемлектә 15 кеше, ә федераль исемлектә 63 кеше иҫәпләнә. Был иң конкурентлы округтарҙың береһе!
Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге менән "Берҙәм Рәсәй” сайтында, шулай уҡ www.deputat.club/ba (VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар порталы) электрон адресы буйынса ҡарарға мөмкин.