Эш яратҡанды бәхет үҙе эҙләп табыр…
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Хәлиҙә һәм Абдулла Йәноҙаҡовтар.Хәлиҙә һәм Абдулла Йәноҙаҡовтар.Бала саҡтары ауыр һуғыш ваҡытына тура килә уларҙың. Ас-яланғас, икмәк һынығына тилмергән, 5-6-сы класта ғына уҡыһалар ҙа, колхоз эшендә эшләп, сабата, йүкәнән һалабаш, бака-уыш ишеп үткән ул замандарҙы оноторлоҡ түгелдер.
"1944 йыл ине. 7-се клас-
ты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ай ярымға хәрби әҙерлек лагерына ебәрҙеләр. Район военкоматынан төндә сығып киттек. Хәрби уҡыуҙар башланды. Строй менән генә йөрөйбөҙ. Учебный мылтыҡ биреп ҡуйҙылар. Парашюттан да һикерҙек, - тип хәтерләй Абдулла ағай ул йылдарҙы. – Сәйетбабала 9-сы класты тамамлап, Белорет һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Токарь, слесарь-электрик һөнәрҙәрен алып сығып, Белорет заводының механика цехында армияға киткәнсе слесарь булып эшләнем. Төркмәнстанда элемтә батальонында хеҙмәт иткәндә Ташкентҡа ебәреп, радиомастерға уҡытып алдылар. Часта комсорг та, агитатор ҙа булырға тура килде миңә. Бер аҙҙан тағы ла дивизия штабына саҡырттылар. Унда Силәбе, Башҡортостан егеттәрен йыйҙылар. Ул ваҡытта Карелияла һуғыш бара ине. 3 тәүлек поезда барғандан һуң, Ленинабадҡа барып төштөк. 1956 йылға тик-
лем шунда хеҙмәт иттем”.  Эш яратҡанды бәхет үҙе эҙләп табыр…
 Эш яратҡанды бәхет үҙе эҙләп табыр…
Хеҙмәттән ҡайтҡас, тыуған ауылында төпләнә Абдулла ағай. Колхоздан йүнәлтмә алып Стәрлелә механизаторлыҡҡа уҡығандан һуң, "Йондоҙ”  колхозында ең һыҙғанып эшкә тотона ул. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгес төрлө вазифаларҙа эшләй – механик та, гараж мөдире лә, баш инженер ҙа, завхоз да була.
"Ғүмерем буйы күп уҡырға тура килде миңә. Һуңғыһын-да,80-се йылдарҙа яңы техниканы үҙләштереү өсөн Өфөгә әҙерлек курстарына ебәрҙеләр. Ҡайҙа ғына уҡыһам да тырыш, ныҡышмал булдым, бер ҙә дәрес ҡалдырманым. Яҡшы уҡығас, имтихандарға һәр ваҡыт беренсе инәм дә, "5”-легә биреп сығам. Практик дәрестәрҙе алып барыусы мастерҙарға төрлө макеттар ҙа эшләп бирә торғайным”, - тип һөйләй Абдулла ағай. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем була ул. Ҡаранйылға ауылындағы 17 коммунист араһында агитатор, ауыл Советы депутаты эшен дә башҡара. Сәйетбабала Петровский механизаторҙар әҙерләү училищеһының филиалы асылғас, унда дәрестәр ҙә алып бара.
"Йондоҙ” колхозының алдынғы механизаторы, "алтын ҡуллы” Абдулла Мырҙабай улының хеҙмәте юғары баһалана – 1976 йылда район үҙәгендә уҙған партия конференцияһында Ауыл хужалығы министрлығынан килгән вәкил Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләй. Бынан тыш, бер урында 25 йыл фиҙаҡәр эшләгән өсөн бирелгән "Хеҙмәт ветераны”, "Социалис-
тик ярыш еңеүсеһе”, "Хеҙмәт батырлығы өсөн”, "Тыл ветераны” миҙалдары һәм башҡа наградалары, Маҡтау грамоталары бар уның.
Абдулла ағайҙың тормош иптәше Сәйетбаба
ауылында тыуып үҫкән Хәлиҙә Шакир ҡыҙы ла данлы хеҙмәт юлы, фәһемле тормош юлы үткән. Үҙенең холоҡ-фиғеленә тап килеп торған иң кешелекле, иң изгелекле шәфҡәт туташы һөнәренә бағышлай ул ғүмерен. Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Сәйетбаба дауаханаһында санитарка булып башлай Хәлиҙә апай. "Ул ваҡытта Әсҡәт Әхмәт улы Резбаев баш табип ине. Армияла сағында уҡ был һөнәргә өйрәнеп, ҙур тәжрибә туплаған, бик белемле, алдынғы ҡарашлы Әсҡәт ағай күп нәмәгә өйрәтте, - тип хәтер йомғағын һүтә Хәлиҙә апай. – Эштең күп ваҡытында, кешенең ҡәҙерле сағында эшләнек беҙ. Тура юлдан Ләмиән ауылы аша Красноусолдан тоҡ менән күтәреп ҡышҡы һыуыҡта ла, яҙғы ташҡында ла йәйәүләп дарыуға йөрөйөм. Буран сығып китеп өсәр көн район үҙәгендә ҡунған саҡтар ҙа булды. Йылға ташып уны аша сыға алмай, илап йөрөгән, сабата кейгән аяҡтарымды өшөтөп ҡайтыуҙарҙы һис тә оноторлоҡ түгел”.
Нисек кенә ауыр булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшен яратып башҡарған тырыш ҡыҙ трахома (күҙ ауырыуы) сирен дауалаусы медсестралар әҙерләгән 3 айлыҡ курсҡа уҡырға китә. Ундағы уҡытыусылар: "Һин былай ҙа барыһын да беләһең бит, үҙең беҙҙе өйрәтә алаһың”, - тип 1 ай уҡығас, ҡайтарып та ебәрәләр. Һөнәре буйынса 1959 йылда Ҡаранйылға ауылына медсестра булып эшкә килә Хәлиҙә апай. Яҙмыш булғандыр инде, ошо ауылдың үҙе кеүек булдыҡлы, уңған егете Абдуллаға тормошҡа сыға. "Иртәнге сәғәт 7-нән киске 6-ға тиклем эшләйбеҙ. Ул йылдарҙа медпунктҡа кеше күп йөрөй ине. Уколдарҙы шприцты ҡайнатып стерилләштереп ҡуябыҙ. Трахома сире менән ауырыусыларҙың күҙҙәренә тәүҙә порошок хәлендәге дарыу һалабыҙ, күҙгә массаж эшләйбеҙ, шунан тағы ла дарыу һалып ҡайтарабыҙ. Күптәре һауығып китә торғайны. Ошо сирҙән 10 кешене һауыҡтырған өсөн Красноусолдан, Өфөнән кешеләр килеп Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп киттеләр, - тип дауам итте һүҙен Хәлиҙә апай. Уның да "Социалистик ярыш еңеүсеһе”, "Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, бик күп грамоталары бар. 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы
ауылдаштары һаулығы һағында тора Хәлиҙә Шакир ҡыҙы. Әле лә бер минут та тик тормай ул – йорт мәшәҡәттәренән саҡ ҡына бушаһа, бала сағынан яратҡан шөғөлө - бәйләү, тегеү эштәренә тотона, нескә генә ептәрҙән ырғаҡ менән бәйләнгән нәфис салфеткалар, һарыҡ йөнөн тетеп, иләп бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, сағыу ептәрҙән сигелгән таҫтамалдары күҙҙең яуын алырлыҡ. Бер түгел, ике теген машинаһы ла бар уның.
Ауылдаштары араһында ҡорот әҙерләү оҫтаһы булараҡ та билдәле Хәлиҙә апай.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған татыу ғаиләлә 4 балаға ғүмер бирә Йәноҙаҡовтар. Хәҙер улар барыһы ла башлы-күҙле, хатта ололары үҙҙәре олатай-өләсәй булған. Оло улдары Фәнил Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, шофер һөнәрен һайлаған. Ҡыҙҙары Флүзә (тегенсе булып эшләй) менән Фәйрүзә лә (балалар баҡсаһында ашнаҡсы) ошо ҡалала төпләнгән. Кинйәләре Айваз ата-әсәһе янында ҡалған. Өфө ҡалаһында шоферға уҡып ҡайтҡандан һуң, колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй ул. Армиянан ҡайтҡас, тәүҙә янғын һүндереү, һуңынан "ЗИЛ” автомашинаһын йөрөтә. Айваз да атаһы кеүек "Йондоҙ” колхозының алдынғы, маҡтаулы шоферы булды. Колхоз тарҡалғас та эш юҡ тип аптырап торманы, үҙенең "Беларусь” тракторы менән ауылдаштарына баҡса һөрөп, бәрәңге сығарып бирә, ағас-утын килтерә, таҡта итеп быстыра. Бесән сабып, йыйып, преслап ҡуя торған яйланмалары ла бар уның. Йөктө тейәп бушатыусы ҡоролманы Айваз үҙе эшләп алған. "ГАЗель” машинаһы менән төрлө йомош-юлға ла сығып китә ул. Тормош иптәше Гүзәл менән ғаилә ҡороп, Таһир исемле ул, Фирүзә  һәм Камила исемле һылыу ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ашнаҡсы-кондитер һөнәре алған Гүзәл дә бар эшкә лә уңған, бөтмөр хужабикә. Атай йорто янында һалынған өр-яңы иркен йортта кәртә-ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, матур итеп
донъя көтәләр йәштәр. Бына шулай балаларын да, ейән-ейәнсәрҙәрен дә бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, тәрбиәле, тәүфиҡлы итеп үҫтерә Хәлиҙә һәм Абдулла Йәноҙаҡовтар. Шуға ла ҡартлыҡтары бәхетле уларҙың.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.