Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ…
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан социаль хеҙмәткәрҙәре делегацияһы. (А.Подлесная - һулдан беренсе).Башҡортостан социаль хеҙмәткәрҙәре делегацияһы. (А.Подлесная - һулдан беренсе).-Съезда илебеҙҙең 89 төбәгенән 1200 делегат ҡатнашты. Башҡортостандан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкселегендә 10 кеше барҙыҡ. Миңә саҡырыуҙы "Социаль хеҙмәткәрҙәр һәм социаль педагогтар союзы” йәмәғәт ойошмаһы ебәрҙе.
Социаль хеҙмәткәр булып 2002 йылдан алып эшләйем. Табын ауылында 16 оло кешене хеҙмәтләндерәм. Февраль айында Ульяновск дәүләт университеты базаһында социаль эш буйынса халыҡ-ара мәктәпте тамамланым, "Социаль эштең ҡатын-ҡыҙ йөҙө” тип аталған Бөтә Рәсәй  һөнәри конкурсында уңышлы ғына ҡатнаштым.  Съездың беренсе көнөндә РФ-ның Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында, Йәмәғәт Палатаһында, Дәүләт Думаһында, Рәсәй дәүләт социаль университетында "түңәрәк өҫтәл”дәр уҙҙы. Уларҙа мөһим социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, социаль өлкәләге дәүләт сәйәсәтен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр һ.б. ҡаралды. Осрашыуҙарҙа бик күп күренекле шәхестәр, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүсе билдәле йырсы, актерҙар ҡатнашты. Делегаттарға "Ортомода” компанияһы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тегелгән заманса кейем өлгөләрен күрһәтте.
Съездың икенсе көнө Союздар йортоноң Колонналы залында үтте. Делегаттарҙың күбеһе милли костюмдарҙа килгәйне. Төньяҡ Осетия, Ҡаҙағстан вәкилдәре док-
лад менән генә түгел, музыкаль ҡотлауҙар менән дә сығыш яһаны. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе Федераль Йыйылыштың Дәүләт Думаһы рәйесе С.Е.Нарышкин тәбрикләне. Пленар өлөштән һуң социаль хеҙмәткәрҙәрҙең иң лайыҡлылары бүләкләнде.
Шулай уҡ съезд сиктәрендә "Изгелек һәм мәрхәмәтлелек фәрештәһе” тип аталған хәйриә фондын асыу булды. Ул ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеүсе тағы ла бер ышаныслы майҙансыҡ буласағына өмөтөбөҙ ҙур, тине ойоштороусылар.
Әлеге көндә Башҡортостанда 118 коммерцияһыҙ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эшләй. Беҙҙең рес-
публика Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булып социаль хеҙмәтләндереүҙе коммерцияһыҙ секторға биреүҙе башҡарып сығыуы башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйылды. Ғөмүмән, съезда ҡатнашыу күңелдә онотолмаҫ хис-тойғолар уятты, артабан да тырышып эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәне. Ошондай мәртәбәле сараға барыу мөмкинлеге өсөн "Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Розалия Фәрит ҡыҙы Рахманғоловаға рәхмәтлемен, - тип тамамланы һүҙен Айгөл Подлесная.
Г.Сираева.