Легаль булмаған мәшғүллектең проблемалары һәм эҙемтәләре
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Күптәр өсөн "һул” эш ымһындырғыс. Өҫтәүенә, бындай бизнес ике яҡ өсөн дә отошло. Легаль булмаған эштә хеҙмәт итеүсе эш хаҡы ала, ә һалымдар түләмәй, пенсия, медицина һәм башҡа страховка фондтарына иғәнә индермәй. Бына шуға ла легаль булмаған мәшғүллектең киң таралыуына аптырарға ла түгел.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т.Сәғитовтың ҡарары нигеҙендә (2014 йылдың 9 октябре) Ғафури район хакимиәтенең 2014 йылдың 29 ноябрендәге ҡарарына ярашлы, районда хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, легаль булмаған мәшғүллекте ҡыҫҡартыу, дәүләт бюджетынан тыш фондтарға иғәнәләр йыйыуҙы арттырыу буйынса Координацион совет төҙөлдө. Координацион совет ағзалары легаль булмаған мәшғүллекте һәм күләгәләге эш хаҡтарын файҙаланыуҙың эш биреүселәргә һәм эшселәргә ошондай эҙемтәләре хаҡында иҫкәртеүҙе кәрәк тип иҫәпләй:
1. "Һоро” эш хаҡтары биреүҙе ҡулланған өсөн эш биреүселәргә түбәндәге эҙемтәләр янай – Һалым инспекцияһы, эске эштәр идаралығы, прокуратура, хеҙмәт инспекцияһы, ФСС кеүек һәм башҡа ведомстволарҙың тулы күсмә тикшереүҙәре. Улар барышында эш хаҡтарын түләүҙәргә генә түгел, түләүгә һалымдар иҫәпләүгә, аңлы рәүештә һалым түләмәгән өсөн пеня һәм штрафтар иҫәпләүгә ҡағылышлы бик күп етешһеҙлектәр асыҡланырға мөмкин. Бынан тыш РФ Енәйәт Кодексының 199-сы статьяһы "Ойошманан һалымдар йәки йыйымдар түләүҙән баш тартҡан өсөн” ҡулланылырға мөмкин.
2. Килем алыусы эшселәр, эш биреүсе тарафынан һалым тотолмаған осраҡта, киләһе йылдың 30 апреленә тиклем йәшәгән урындары буйынса бындай килемде үҙ аллы декларацияларға һәм 15 июлгәсә үҙ аллы һалымды түләргә тейеш. Шулай эшләмәгәндә улар Рәсәй ҡануниәтендә ҡаралғанса, яуап тотасаҡтар.
Райондың бөтә эш биреүселәренә граждандар алдындағы социаль яуаплылыҡ хаҡында онотмауҙарын һорайбыҙ.
Илдар ҠОТОВ,
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ғафури районындағы территориаль бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты.