Социаль картаны нисек алырға?
30 марта 2013 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы – Берҙәм социаль юл йөрөү билеттарынан файҙаланыусылар!
2012 йылдың 1 ноябренән "Башавтотранс”тың социаль юл йөрөү билеттарынан Башҡортостандың Социаль картаһына күстек. Хәҙер ҡала һәм ҡала-ара юлдарҙа йәмәғәт транспортында льготалы йөрөү өсөн Башҡортостандың Социаль картаһын күрһәтергә кәрәк.
Башҡортостандың Социаль картаһын алыу өсөн республика граждандарына түбәндәге аҙымдарҙы үтергә кәрәк:
1-се аҙым. Яҡын көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы бу-йынса идаралығының Ғафури районындағы бүлегенә, Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1-се йорт адресы буйынса ғариза менән мөрәжәғәт итергә.
2-се аҙым. Үҙең менән түбәндәге документтарҙы алып килергә:
- фотоһүрәт (паспортҡа һымаҡ): төҫлө, 3,5х4,5 см үлсәмле, 1 дана;
- Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты һәм уның күсермәһе (1-се бите, йәшәгән урында теркәлеү хаҡында билдә булған бит);
- дәүләт пенсия страховкалау таныҡлығы (СНИЛС) һәм уның күсермәһе;
- һалым түләүсене танытыу таныҡлығы (ИНН) һәм уның күсермәһе;
- мотлаҡ медицина страховкалауы таныҡлығы (әгәр булһа) һәм уның күсермәһе;
- гражданға, законға ярашлы, льготаға хоҡуғын раҫлаусы документ һәм уның күсермәһе.
3-сө аҙым. Бирелгән өлгөгә ҡарап, ғариза тултырырға һәм ҡул ҡуйырға.
4-се аҙым. Тултырып, ҡул ҡуйылған ғаризаны фотоһүрәт һәм юғарыла һанап үтелгән документтарҙың күсермәләре менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәренә тапшырырға.
5-се аҙым. Башҡортостандың Социаль картаһын нисек тулыландырырға тигән инс-трукция менән бергә ғаризаға өҙмә талонды алырға.
6-сы аҙым. Ашығыс кәрәк булһа, Ваҡытлы социаль карта алырға. Ул Башҡортостандың төп Социаль картаһын алған айҙа көсөн юғалта.
Шуныһы мөһим! Ваҡытлы социаль картала транспорт ҡушымтаһы ғына бар. Банк, дисконт һәм башҡа ҡушымталар бары тик Башҡортостандың төп Социаль картаһында ғына бойомға ашырыла.
7-се аҙым. Өҙмә талонда күрһәтелгән адресҡа: Красноусол ауылы, Ленин урамы, 12-се йортҡа әйтелгән ваҡытта килеп, әҙер картаны алаһығыҙ.
8-се аҙым. Ваҡытлы социаль картаны Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә тапшыраһығыҙ.
9-сы аҙым. Картаны тулыландырыу пунктында: Красноусол ауылы, Коммунистик урам, 10-сы йорт, "Баш-информсвязь” бүлегендә Башҡортостандың Социаль картаһына йәки Ваҡытлы социаль картаһына аҡса һалырға.
Картаны тулыландырыу суммаһы элеккесә ҡалды –
айына 400 һум, юл йөрөү һанына сикләү юҡ.
Барлыҡ өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-81-80 бушлай телефонына шылтыратып йәиһә "Социаль карталарҙың Башҡортостан регистры” ААЙ-енең рәсми сайтында: wwwbrsc.ru – белешергә була.