Тыл яугиры әле лә сафта
29 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

Абдулла Байбулдин ҡатыны Рәйфә апай менән.Абдулла Байбулдин ҡатыны Рәйфә апай менән.
     1941 йылдан алып һабан һөрөп, иген сәскән Абдулла ағайҙың тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре юғары баһалана – 1946 йылда "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында хеҙмәт батырлыҡтары өсөн” миҙалы, 1956 йылда "Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
     1972 йылда Абдулла Әхмәҙи улы урмансы эшенә күсә. Бында ла һынатмай ул, урманды һаҡлау, яңыртыуға күп көс һала. "Еҙем” урман хужалығында  эшләгән дәүерҙә 2 тапҡыр РСФСР Урман хужалығы министрлығының һәм РСФСР урман хужалығы эшселәре профсоюзы Үҙәк комитетының "Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән билдәләренә лайыҡ була. 1985 йылда "Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән дә бүләкләнә.
     Күптән инде хаҡлы ялда булһалар ҙа, тормош иптәше Рәйфә апай менән гөрләтеп донъя көтәләр – урам тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсаларында бәрәңге, йәшелсә ишелеп уңа.
     Ғүмере тик намыҫлы хеҙмәттә үткән, ғәрәсәтле һуғыш йылдарында ҡоростай сыныҡҡан Абдулла Әхмәҙи улы Байбулдин бөгөн дә сафта. Тыл яугиры ғаиләһенә сәләмәтлек, балалары ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле имен көндәр кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.