Һәйкәлдәрҙә - тарих, халыҡ хәтере
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

Төҙөлөшкә һәр кем өлөш индерергә тырыша.Төҙөлөшкә һәр кем өлөш индерергә тырыша.   Республикала "Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы етәксеһе И.Шәйәхмәтов инициативаһы менән башланған был изге эште Красноусолдағы 3-сө мәктәп эргәһендә эшләп килгән "Батыр” клубы, афған һәм ил сиге һағы ветерандары советы, бер нисә эшҡыуар, ойошма-предприятие етәкселәре күтәреп алды. Һәм һәйкәл буласаҡ урында нигеҙ ҡоролоп, Учалы граниты ташы урынлаштырыла. Әлеге мәлдә һәйкәл янында ер, бетонлау, ташты шымартыу эштәре бара. Унда бер төркөм - "Батыр” клубы етәксеһе Илдар Абыҙгилдин һәм ағзаһы Илһам Ғафаров, ил сиге һағы ветераны Ринат Шаймарҙанов һәм был эште башлап йөрөүсе Илдар Шәйәхмәтовтарҙы эшләп йөрөгәндә тап иттек.
   - Һәйкәл биләмәһе, йәғни ял баҡсаһы төҙөкләндерелеп, унда беседкалар, эскәмйәләр, төрлө һындар урынлаштырыласаҡ, - ти проект менән таныштырып Илдар Ғиндулла улы. – Был бер кешенең генә ҡулынан килерлек эш түгел, бөтә халыҡ ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Һәйкәл төҙөү өсөн ҡиммәтле таштар артынан ҡыумайбыҙ, ә урындағы, үҙебеҙҙең ерлектәге тәбиғи материалдарҙы файҙаланабыҙ. Шулай уҡ ерле халыҡ хуплауына һәм ярҙамына таянабыҙ. Әле һәйкәлдең башҡортса һәм рус телендә яҙылған таҡтаташтарын Өфөлә эшләү менән мәшғүлмен. Таштың бер яҡ өлөшөнә "Любизар” йыры һүҙҙәрен урынлаштырырға ла уйлайбыҙ. Һәйкәлде уңышлы ғына эшләп бөтһәк, бы-йыл асырға, ә тотош тапшырһаҡ, киләһе 2017 йылда Ватан һуғышының 205 йыллығына бағышланған ҙур изге эш башҡарыу буласаҡ. Беҙгә эшмәкәрлегебеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙырға, үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр булһа, һәйкәл төҙөлөшөнә етәкселек иткән район Советы депутаты, ра-йон электр селтәрҙәре начальнигы – рухлы зат Марсель Ғүмәровҡа мөрәжәғәт итә ала, - тине И.Шәйәхмәтов был мөһим башланғыстары менән таныштырып. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, уларға дәрт-дарман, көс-ҡеүәт теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА.