Онотолмай үткәндәр
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

Онотолмай үткәндәр   Ауылдағы ир-аттарҙы берәм-берәм һуғышҡа оҙаттыҡ. Атайым да 1942 йылда үҙе эшләп йөрөгән колхоз келәттәренең асҡыстарын миңә тоттороп: "Ҡыҙым, уҡыуыңды ташларға тура килер, минең урынға ҡалаһың. Иҫән генә булығыҙ, балаҡайҙар”, - тип һуғышҡа китеп барҙы. Әсәйем береһенән-береһе бәләкәй 6 бала менән ҡалды. Ул ваҡытта миңә 15 йәш ине, мин ғаиләлә иң олоһо. Мин 1927 йылда Үтәк ауылында тыуғанмын, Игенселәрҙә үҫкәнмен. Таҙа кәүҙәле, көслө булғанғамы эшкә лә шәп инем – 1 тоҡ игенде күтәреп молотилкаға һалам, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә орлоҡҡа айырабыҙ. Яҙ етеп игендәр сәселгәс кенә, мин келәтте башҡа кешегә тапшырҙым.  Көҙөнә 7-се класҡа яңынан уҡырға барып, уны тик яҡшы билдәләренә генә тамамланым. 1943 йылда Өфө ҡалаһына медицина техникумына уҡырға индем. 3 йылдан һуң ҡулыма фельдшер-акушер дипломы алып тыуған районыма эшкә ҡайтырға насип булды.
   Ул йылдарҙа күп урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй ине. Миңә Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауылдарында эшләргә тура килде. Район дауаханаһының баш табибы А.И.Кузнецов: "Беҙгә балалар кухняһы ойошторорға кәрәк”, - тип мине 2 айға уҡырға ебәрҙе. Уҡып ҡайтҡас, төрлө балалар аҙыҡтары әҙерләнем. Асия Ҡаҙаҡҡолова ярҙамсым булды. 10 йыл ошо урында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Ул йылдарҙағы әсәйҙәр әле лә мине күрһәләр: "Һин әҙерләгән эремсек бик тәмле була торғайны”, - тип рәхмәт әйтеп китәләр. Шулай итеп, 40 йыл ғүмеремде медицина өлкәһенә бағышлап, "Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булдым.
   Оҙаҡламай миңә 90 йәш тула. Ләкин быға бер ҙә ышанғы килмәй, сөнки күңелем һаман йәш әле.
Ауыр һуғыш йылдарында аслы-туҡлы үҫһәк тә, бик түҙем, сабыр булдыҡ. Һуғыш бөтөү менән атайымды ҡайтармайынса хеҙмәт армияһына ебәрҙеләр. Беҙ, балалар, үлән ашап, өҫтөбөҙгә киндер күлдәк-ыштан, фуфайка, аяғыбыҙға тула ойоҡ менән сабата кейеп көн иттек. Хәҙерге йәштәр тыныс, мул тормоштоң ҡәҙерен белеп, алдарына яҡты маҡсаттар ҡуйып, белемле, һөнәрле кешеләр булып йәшәһендәр ине.

Нажия ҠАНСУРИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА.
Красноусол ауылы.