Яугир даны мәңгеләштерелде
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

 Вил Ильясов присяга ваҡытында.Вил Ильясов присяга ваҡытында.  Ошо көндән алып беҙҙең өсөн йоҡоһоҙ төндәр башланды. Ул хат көтөү, хат яҙыуҙар… Ә бер көндө "Апай, миңә әлегә хат яҙма, мин командировкала” тигән  хаты килеп төштө. Ысынында иһә туғаныбыҙ был ваҡытта БТР-ҙа шартлап, үлем менән көрәшеп, госпиталдә ятҡан. Бына, ниһайәт, ут-һыуҙарҙы кискән туғанымды ҡаршы алыу бәхетенә лә ирештек. Өйҙә 3 көн дә торманы, колхозға шофер булып эшкә сыҡты ул. Бер аҙҙан Өфө ҡалаһына эшкә китте. 1996 йылдың 27 апрелендә көтмәгәндә йортобоҙға ҡара ҡайғы ишек ҡаҡты. 29 ғына йәшендә Вил туғаным фажиғәле рәүештә һәләк булды…
   Афған һуғышында ауыр яра алып, бик күп наградалар менән бүләкләнеп ҡайтҡан һалдатҡа тейешле ойошмалар тарафынан бер ниндәй ҙә иғтибар, ярҙам булмауы аптыратты. Күршебеҙ, балалыҡ дуҫыбыҙ Гәүһәрә Вәлиева-Усманова инициативаһы менән үлгәндән һуң булһа ла һәйкәл ҡуйҙырайык тип, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы юллай башланыҡ. Документтар менән эште Вилдең класташы Жәлил Ғәйнуллин алып барҙы һәм быйыл, вафатына 20 йыл уҙғандан һуң, тыуған ауылында Вил Әнүәр улының ҡәберенә һәйкәл урынлаштырылды. Ошо мөһим эште башҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткән Гәүһәрә күршебеҙгә, Жәлил Ғәйнуллинға, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә һәм һәйкәлде килтереп ҡуйыусы егеттәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Вил туғаныбыҙ үтә лә кешелекле, ярҙамсыл, алсаҡ егет ине. Уның рухы шат, мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ тыныс тормош теләйбеҙ.
Роза, Эльвира
Ильясовалар.
Бурлы ауылы.