Балаларға - уйын майҙансығы
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

	Балаларға - уйын майҙансығы
	Балаларға - уйын майҙансығы    Ошо урамда йәшәүсе Айгөл һәм Ниязи Зәйнетдиновтарҙың йорто янында урынлашҡан был ҡаласыҡтың барлыҡҡа килеүенә Айгөлдөң атаһы, Үзбәк ауылында йәшәүсе Әнүәр ағай күп көс һалған. 3 ейән-ейәнсәренең күрше-тирәләге башҡа балалар менән ҡайҙа барып уйнарға белмәй йөрөгәндәрен күреп, тиҙ арала урам ир-егеттәрен ойоштороп урмандан ағас алып ҡайталар, Иҙел буйынан ваҡ ҡына ҡом да килтереп һала Әнүәр ағай. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, һөҙөмтәлә күркәм генә уйын майҙансығы барлыҡҡа килә. Уны төҙөүҙә ҡатнашҡан Әнүәр, Ниязи, Илфир, Айҙар, Азат ағайҙарына кескәйҙәр сикһеҙ рәхмәтле.
   Йәмле йәйҙең һәр мәленең ҡәҙерен белеп уйнарға был урамдың ғына түгел ауылдың икенсе осонан да килгән балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон әйҙә!
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.